Атайсал
24 Октябрь 2024, 11:02

Үҙеңде еңеүҙән дә ҙурыраҡ еңеү юҡ

Өфөлә Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә «Үҙ-үҙеңде еңеү» тип аталған ҙур спорт фестивале үтте.

Үҙеңде еңеүҙән дә ҙурыраҡ еңеү юҡҮҙеңде еңеүҙән дә ҙурыраҡ еңеү юҡ
Үҙеңде еңеүҙән дә ҙурыраҡ еңеү юҡ

Өфөлә Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә «Үҙ-үҙеңде еңеү» тип аталған ҙур спорт фестивале үтте. Ярыштарҙа республиканың ҡала һәм райондарынан йөҙҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Беҙҙең район инвалидтар ойошмаһынан Йәмил Аҡмырҙин (Тупаҡ), Юлай Аҙнабаев (Иҫке Балапан), Сәлих Дәүләтов (Хәлил), Рәйлә Шәрәфетдинова (Сиҙәм), Илһам Хатапов (Йәнгел), Инсар Хөбитдинов (Асҡар) барҙы.
Фестивалде асыу тантанаһында 13 тапҡыр паралимпия чемпионы, 18 тапҡыр донъя чемпионы, 43 тапҡыр Европа чемпионы Рима Баталова, Рәсәй инвалидтар спорт союзы президенты Флүр Нурлығаянов, республика инвалидтар ойошмаһы рәйесе Олег Ротов сығыш яһаны һәм спортсыларға еңеү теләне.
Ике көн дауам иткән республика фестивалендә беҙҙең команда йөҙөү һәм еңел атлетика, дартс, өҫтәл теннисы һәм ятып штанга күтәреү буйынса ярыштарҙа көс һынаны, шулай уҡ пуля менән атыу, лазерлы биатлон комплексынан атыу оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә.
Ярыштар ике көн дауам итте һәм беҙҙең команда яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште: Юлай Аҙнабаев дартс буйынса беренсе урын, еңел атлетика буйынса икенсе урын яуланы. Илһам Хатапов йөҙөү һәм еңел атлетика буйынса икенсе урын алды. Рәйлә Шәрәфетдинова, Сәлих Дәүләтов, Инсар Хөбитдинов һәм Йәмил Аҡмырҙин иң яҡшы ун спортсы иҫәбенә инде. Һәм беҙҙең район командаһы республиканың 25 районы һәм ҡалаһы араһында ярыш йомғаҡтары буйынса алтынсы урынға сыҡты. Был бик юғары һөҙөмтә! Еңеүселәргә миҙалдар һәм дипломдар тапшырылды.
Команда ағзалары Өфөгә барыуға транспорт менән тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәткәне өсөн район хакимиәтенә һәм имен-аман йөрөтөп ҡайтҡаны өсөн балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе водителе Рамаҙан Сафиуллинға рәхмәтле. Спортсыларҙы ҙур еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас