0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
2 Ноябрь , 14:40

«Ир яҙмышы тыуған иле менән...»

Ил яҙмышы ирҙәр иңендә, тип әйткән боронғолар. Тормошта был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуын Украинала барған махсус хәрби операцияға юлланыусы ир-егеттәребеҙ үҙ өлгөһөндә күрһәтә. Шундайҙарҙың береһе — Йәлембәт ауылынан Вадим Ғүмәров хаҡында был яҙмам.

«Ир яҙмышы тыуған иле менән...»
«Ир яҙмышы тыуған иле менән...»

Шыҡһыҙ һыуыҡ көҙгө көндә район хәрби комиссариаты алдында йәш егеттәрҙе әрмегә оҙатыу бара. Әллә кейеме менән үҙенә йәлеп иткән, һул яҡ күкрәгендә бер-ике миҙалы ялтыраған, барса халыҡтан бер яҡ ситтәрәк баҫып ҡарашын алыҫҡа төбәгән һалдатты урап үтә алманым. Янына барып, уның хаҡында, яу яланындағы хәл-ваҡиғалар тураһында әңгәмә ҡорорға булдым. Әмәлгә ярағандай, әңгәмәсем дә алсаҡ, ихлас күңелле, һәр һорауыма төплө яуап биргән ағай булып сыҡты.
— Күптән түгел генә «теге яҡтан» ҡайтып торам әле. Ҡаты яраландым, кире барып булырмы, юҡмы тип аптырап торам, — тине ул үҙ уйҙарына сумып. «Ниңә ул тиклем бөтөрөнә икән, тыныс тыуған яҡта ҡалһа, үҙенә лә яҡшы ла инде» тигән уйым башымдан йүгереп үтеүе булды, әңгәмәсем: «Ир-егеттәр яҙмышы Тыуған иле менән... Ул элек-электән шулай булған һәм бөгөн килеп ул ҡағиҙәне бер кем дә инҡар ҙа итә һәм боҙа ла алмай», — тигән ҡәтғи яуабын ҡайтарҙы.
Вадим Хәсән улы 1986 йылдың 15 мартында алыҫ Себер яҡтарының Лянтор ҡалаһында өс малай араһында икенсеһе булып донъяға килгән. Һуңынан уларҙың ғаиләһе Йәлембәт ауылына ҡайтып төпләнә.
В. Ғүмәров Михайловка урта мәктәбендә 9-сы класты тамамлай һәм 93-сө һөнәрселек училищеһында тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштерә.
Ватан алдындағы бурысын Ҡаҙағстандың ракета ғәскәрҙәрендә электрик булараҡ үтәй. Һуңынан Магнитогорск металлургия комбинатында, «Яҡтыкүл» шифаханаһында электрик булып эшләй. Һуңғы йылдарҙа вахта ысулы менән Карелия Республикаһында монтажсы, тракторсы булып хеҙмәт итә.
2024 йылдың февраль башында үҙ теләге менән Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм Украинаға юллана.
— Өфө ҡалаһынан Екатеринбургҡа киттек. Унда мотоуҡсылар полкында тоҫҡаусы булдым. Шунан Донецкиға биш көнгә хәрби уҡыуға оҙаттылар. «Батыр» полигонында һалдат булараҡ тәжрибә туплағандан һуң, алғы һыҙыҡҡа эләктек. Унда иһә Авдеевка йүнәлешендә гранатометсы булып хеҙмәт итә башланым, — тип һөйләне В. Ғүмәров. — Бөрйән, Белорет, Саҡмағош яҡтарынан булған ир-егеттәр менән бергә булдыҡ. Бер телем икмәкте лә, дарыуҙарҙы бүлешкән саҡтар булды. Башҡорт егеттәре яуҙа иңде-иңгә терәй, тоғро дуҫ та була беләләр. Уҡыусыларҙан хаттар ҙа килгеләне, уларҙы ҙур тулҡынланыу менән уҡыйһың да, үҙебеҙ өсөн ғорурланыу тойғоһо кисерә инек.
Иптәштәре менән бергә хәрби заданиены үтәргә киткәнендә ҡаты һынауға эләгә улар. Алда барғандарға ла, арттараҡ ҡалғандарға ла дошман көслө ут аса. Вадим Хәсән улы ла ҡаты яралана, әммә үҙ аяғында атлап йөрөй алғандай булғас, яраланған ике иптәшен яу яланынан алып сыға. «Берәүһенең аяғы яраланған, икенсеһе контузия алған ине. Хәҙер бөтәһе лә төш кеүек кенә иҫтә ҡалған», — ти ул.
Яугирҙең үҙенә ярсыҡ эләгеп, аяҡ-ҡулдағы бармаҡтарын һындыра, һум иткә лә, янбашҡа ла ярсыҡтар эләгә. Алған яраларҙан ул госпиталгә эләгә һәм тыуған яғына ялға ҡайтарыла. Ләкин батыр йөрәкле башҡорт егетенең ҡыйыулығын хәрби частә онотмайҙар, уны «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән наградлайҙар.
Бөгөн Вадим Ғүмәров «Яҡтыкүл» шифаханаһында яугирҙәргә тейешле дауаланыу курсы үтә. Унан киләсәккә пландары хаҡында ла һораштыҡ.
— Яҙмыш ни ҡушһа, шул була инде. Әлегә киләсәк билдәһеҙ, сөнки ярсыҡтар тулыһынса алынып бөтмәгән. Әгәр ҙә мәгәр кире «теге яҡҡа» барырға тура килһә, мотлаҡ рәүештә бер туған ҡустымдың ҡайтыуын көтәм, — тине ул.
Эйе, Вадим ағайҙың бер туған ҡустыһы Марат та махсус хәрби операцияла. Ул «Әхмәт» батальоны аша яу яланына юлланған. Иҫән-һау булһа, ағалы-ҡустылы Ғүмәровтар тағы ла өс айҙан һуң күрешәсәк. Амин, шулай булһын!

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: