0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
2 Ноябрь , 20:56

Көсөбөҙ татыулыҡта һәм берҙәмлектә!

"Берҙәмлек бар беҙҙең зиһендәрҙә" тип аталған "түңәрәк өҫтәл"дә, Еребеҙҙә тыныс булмаған замандарҙа, халыҡтар араһындағы берҙәмлек һәм татыулыҡтың мөһим булыуы хаҡында фекер алыштылар.

Көсөбөҙ татыулыҡта һәм берҙәмлектә!
Көсөбөҙ татыулыҡта һәм берҙәмлектә!

Амангилде мәҙәниәт йортонда Халыҡтар берҙәмлеге байрамы уңайынан "түңәрәк өҫтәл" уҙҙы. Сарала район Советы секретары Булат Исламбаев, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Фәүҡинур Сафина, мәғариф отличнигы Фәрзәнә Хамматова, мәғариф ветераны Рәжәп Яҡупов, хеҙмәт ветераны Иштимер Ғүмәров, хаҡлы ялдағы медицина хеҙмәткәре, МХО буйынса координатор Венера Мансурова, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Садиҡ Шаһыбалов байрамдың килеп сығышы тураһында һөйләне һәм байрам айҡанлы булған ҡыҙыҡлы мәлдәрҙе иҫкә төшөрҙө, хәтер йомғаҡтарын һүтте. 

Халыҡтар берҙәмлеге көнө - Рәсәйҙә иң йәш байрамдарҙың береһе һанала. Ул 2005 йылдан алып билдәләнә башлай. Был байрам Ватан тарихындағы мөһим ваҡиға - Минин һәм Пожарскийҙың халыҡ ополчениеһы тарафынан Мәскәүҙе сит ил баҫҡынсыларынан азат итеү, бойондороҡһоҙ Рәсәй дәүләтен тергеҙеү хөрмәтенә булдырылды. 

"Түңәрәк өҫтәл"дә Булат Юныс улы байрамдың әһәмиәтле булыуын билдәләне һәм ошондай сара үткәргән Амангилде ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт әйтте. "Был байрамда беҙ Рәсәй халҡының сағыу хәрби традицияларын таныуҙы, уларҙың батырлығын һәм ҡаһарманлығын, дәһшәтле ҡурҡыныс килеп тыуғанда туплана белеү оҫталығын хәтерҙә тотоуҙы күрәбеҙ", - тине Б. Исламбаев.

- Беҙҙең замандағы Үктәбрь байрамы бит ул. Хөкүмәтте ҡулға алыу, социаль ҡатламдар араһында байҙарҙың да, ярлыларҙың да бер тигеҙ булып йәшәй башлауы тип аңланыҡ беҙ. Күрше күршене, туған туғанды тартты, социаль тигеҙһеҙлек бөткән кеүек булды ул мәлдә. Сибай педагогия училищеһында уҡығанда әҙерлекте беренсе сентябрҙән башлай торғайныҡ. Кем яҡшы күрһәткестәр буйынса алға сыға, улар һәр ваҡыт демонстрацияның алғы һыҙығында торҙоҡ. Хөкүмәткә рәхмәт уҡып, тыуған илде данлап, транспорттар тотоп демонстрацияларға сығыр инек. Халыҡ бөтә эшен ташлап шул байрамға әҙерләнер булды, үҙе бер ҙур ҡыуаныс була торғайны, - тип һөйләне Фәүҡинур Сафина. - СССР тарҡалғас, был байрам бөттө. Әммә беҙҙең халыҡҡа хас берҙәмлек, татыулыҡ тигән сифаттар һис юғалманы. Мостай Кәрим әйтмешләй, башҡорт менән рус яуҙа-яуҙаш, табындаш, рухташ булып йәшәгән. Күмәкләшеп өмәләргә сығыу, ауыр саҡта бер-береңә ярҙам һуҙыу һуңғы ваҡыт юғала бара. Халыҡ бергә булыуы менән көслө булырға тейеш, бигерәк тә ҡораллы низағтар ҡупҡан мәлдә ошоно күҙ уңында тоторға кәрәк. Әйҙәгеҙ,  быуындан-быуынға күсә килгән ошондай традицияларыбыҙҙы, ғәҙәттәребеҙҙе ташламайыҡ, бер-беребеҙгә битараф булмайыҡ!

Венера Ғәлиулла ҡыҙы ла иҫтәлектәре менән бүлеште. Һүҙен йомғаҡлап, "Ауылдар - биләмәнең йөҙө, биләмә - район йөҙө, район иһә республикабыҙҙың үҫешенә тос өлөш индерә. Иң мөһиме үҙ-ара татыу булайыҡ", - тине ул. 

- Был байрамды икенсе байрам алмаштыра алмай. Октябрь байрамы - ул беҙҙең тарихыбыҙҙағы иң ҙур байрамдарҙың береһе. Ә Халыҡтар берҙәмлеге көнө тап халыҡтар араһындағы татыулыҡты пропагандалай. Илебеҙҙә барған көсөргәнешле ваҡиғаларҙы берҙәмлегебеҙ менән еңеп сығырға яҙһын, - тине Иштимер Солтан улы. 

Рәжәп Хәлфетдин улы демонстрацияларға сыҡҡан ваҡыттары тураһында бәйән итте. Фәрзәнә Әхмәт ҡыҙы менән Фәүҡинур Сәлмән ҡыҙы башҡорт теленең киләсәге хаҡында борсолоуҙарын белдерҙе. 

Сараны Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, һәүәҫкәр йырсы Садиҡ Шаһыбаловтың һәм Роза Сәйфетдинованың илһөйәрлек рухы менән һуғарылған моңло йырҙары биҙәне. 

Көсөбөҙ татыулыҡта һәм берҙәмлектә!
Көсөбөҙ татыулыҡта һәм берҙәмлектә!
Көсөбөҙ татыулыҡта һәм берҙәмлектә!
Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: