Махсус хәрби операция шауҡымы Лилиә апайҙың ғаиләһен дә урап үтмәгән. Өлкән улы Виталий өлөшләтә мобилизация буйынса 2022 йылдың 28 сентябрендә хәрби хеҙмәткә саҡырылған.
— Повестка килгәс, хәрби комиссариатҡа барып ҡайтты ла: «Әсәй, мин МХО-ға китәм», — тине. Берәүгә лә балаһы артыҡ түгел. Шулай ҙа, үҙемде тыныс тотоп: «Ил саҡырғас бараһың инде, улым», — тип фатихамды бирҙем. Йөрәгем һыҙып эстән иланым. Ләкин күңелемдәге кисерештәремде тышыма сығарманым. Виталигым, үҙемә оҡшап сос, бирешмәҫ, һынатмаҫ тип йыуандым. Ни хәл итмәк кәрәк: ир балаларҙы итәк аҫтына йәшереп алып ҡалып булмай. Улайтып ултырһаҡ, дошман илебеҙгә баҫып инергә лә күп уйлап тормаҫ. Ул сағында һәнәк болғап ҡаршы һуғышырға үҙебеҙ сығырбыҙмы? Мин Бөйөк Ватан һуғышын үткән яугир ейәнсәремен. Һәр ир-егет армия хеҙмәтен үтәргә, яу ҡупһа, һуғышҡа ла барырға тейеш тигән ҡараштамын. Ил яҙмышы — ир намыҫында. Был мөҡәддәс бурыс, — ти яугир әсәһе.
Ҡырҡты ҡыуһа ла, йөрәк ярып сыҡҡан балаһын оҙатҡанда әсә бер әрнеһә, барған ыңғайы мобилизацияланған һалдаттарҙың насар тәьмин ителеше уны бөтөнләй сығырынан сығара. Бары бер теләк менән яна: нисек тә уландарға ярҙам итергә! Түҙмәй пенсияһын тотоп өйҙән сығып киткәнендә ҡайҙа барып һуғылырын үҙе лә аныҡ ҡына белмәй әле ул мәлдә. Ләкин яңғыҙының әллә ни ҡыйрата алмаясағын аңлай. Баҙарға туҡталып һатыусылар менән һөйләшә, уларҙан да арыу уҡ аҡса йыйып ала, шунан һуң район хакимиәтенә килә. Район башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов һәм социаль үҫеш бүлеге начальнигы Гөлдәр Рәхимова уны тыңлағас, «Боевое братство» ойошмаһы ир-егеттәре менән бәйләнешкә сығырға кәңәш итә. Шулай изге ниәтле яугир әсәһе утты-һыуҙы кискән хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән бергә МХО биләмәһендәге яҡташтарыбыҙға гуманитар конвойҙар ойоштороп оҙатыу эшенә ҡушыла.
— Өйҙә борсолоп, ауыр уйҙарҙан баш ауырытып, кемдәрҙәндер ярҙам юҡ тип үрһәләнеп, үпкәләп ултырғансы, хәлеңдән килгәнсә үҙеңдең файҙа килтереүең мең артыҡ. Ауыр ваҡытта мине аңлап үҙҙәренең араһына ҡабул иткән Рузил Низаметдинов, Азамат Амангилдин кеүек шәп ир-егеттәребеҙгә рәхмәтлемен, — ти МХО-ға ярҙам итеүсе.
Ошо ике йыл эсендә бихисап яҡта-шыбыҙға шәхсән гуманитар ярҙам оҙатыуға булышлыҡ иткән Лилиә Айрат ҡыҙы. Теләктәштәре менән булдырған яугирҙәргә ярҙам чатына бик күп изге күңелле кешеләр ҡушылған. Күмәк көс менән йыйған аҡсаға МХО-лағы яҡташтарыбыҙҙың һорауҙарына ярашлы кемеһен дизель генераторы, кемеһен УАЗ машинаһы, мунса, квадрокоптер, бензобысҡы һәм башҡа кәрәк кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеү буйынса ярҙам ойоштороу эше әле лә әүҙем дауам итә. Әйткәндәй, июль айынан Лилиә Кузнецова ватсап мессенджерында «Әбйәлилдең изге кешеләре. МХО-ға ярҙам» тигән айырым чат алып бара.
— Был ашығыс ярҙам төркөмө. Яугирҙәрҙең үтенесе буйынса нимә кәрәк шуны һатып алыуға тиҙ генә аҡса йыйыу ойошторабыҙ ҙа, кисекмәҫтән алып барып тапшырабыҙ, — ти ирекмән. — Тиҙерәк һуғыш бөтөүен теләгәндәр, ирҙәрҙең, улдарҙың иҫән-һау ҡайтыуын ашҡынып көткәндәр ихлас ярҙам итә. Бынан тыш, йома һайын «100 һум көнө» үткәрәбеҙ. Мосолмандарҙа хәйер биреү фарыз, был ғәмәлде илебеҙ именлеге хаҡына, яугирҙәребеҙ мәнфәғәтенә ҡылыусыларға Хоҙай сауаптарын бирһен!
Лилиә апай оҙаҡламай 65 йәшен тултыра. Әммә ул һуғыш бөткәнгә тиклем нисә йәштә булыуын да, хроник сирҙәрен дә «онотоп торорға» ҡарар иткән. Уландарға нығыраҡ кәрәкмен, ти ул хәрбиҙәрсә ҡәтғилек менән. «Ҡайһы берәүҙәрҙең үҙенең малайы өсөн тырыша тип һүҙ йөрөткәндәрен ишетергә лә тура килә, — тип дауам итә ул. — Яңылышалар. Үҙемдең балама ярҙам һорап ултырғаным юҡ, кәрәк нәмәһен алып ебәреп торам, икенсенән, ул үҙ-үҙен тәьмин иткәндәй хәлдә. Миңә бөтә ил һаҡсылары ла бер тигеҙ яҡын, яҡташмы-түгелме, хатта милләте лә мөһим түгел. Улар барыһы ла беҙҙең именлек өсөн көрәшә. Һәм беҙ уларҙың көнкүрешен аҙ булһа ла еңеләйтергә, именлеген тәьмин итергә, еңеүҙе бергәләп яҡынайтырға бурыслыбыҙ».
Лилиә Кузнецова ике тапҡыр һалдаттарыбыҙ янына барып ҡайтҡан. Былтыр Запорожье өлкәһенә гумконвой оҙатып алып барһа, күптән түгел, октябрь айы башында Денис Мөхәмәтдинов һәм Айсар Илһамов менән Донецк йүнәлешендә хәрби бурысын үтәгән өс яҡташыбыҙға — ҡуш йөрәкле гүзәл зат, шәфҡәт туташы булып хәрби госпиталдә хеҙмәт иткән «Басай»ға, Асҡарҙан контракт хеҙмәте рядовойы «Тан»ға һәм Әбделғәзенән «Башкир»ға ярҙам алып барып тапшырыуға өлгәшкәндәр. Әйтеүе генә анһат: көндө төнгә ялғап, юл ыңғайы машинала әҙ-мәҙ серем итеп, ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, 4-5 тәүлектә алыҫ, ҡатмарлы сәфәрҙә йөрөп ҡайтырға һәр кем дә йөрьәт итә алмаҫ ине.
— Минең тылым — ғаиләм һәм чатта торған 200-ҙән саҡ ҡына күберәк кешеләр, нигеҙҙә, пенсионерҙар. Шулар менән ай һайын ике-өс яугиргә гуманитар ярҙам ебәреп торабыҙ, — ти ул. Гумконвойҙы алып барып яугирҙәргә тапшырыу иң күбендә Лилиә апайҙың улы Артемға төшә, үҙе бармағанда ла, алыҫ сәфәргә уның машинаһы юлға сыға. Ә Коми Республикаһында йәшәүсе ҡыҙы Антонина, профессиональ бухгалтер, яугирҙәргә тип иҫәпкә күсерелгән иғәнәләр һәм сығымдар буйынса отчетты тиненә тиклем тоғро алып бара.
Тынғыһыҙ, тиктормаҫ Лилиә апайҙың күршеләре лә, аралашҡан яҡын кешеләре лә уның менән бер ҡулсала әйләнә. Ут күршеләре Гөлфирә һәм Батыр Нөғәмә-новтарға, дуҫтары Ғәрифә һәм Рәфҡәт Сафиндарға үҙенә ышанғандай таяна. Был ир-аттар икеһе лә водитель булып барғандар, ә ҡатындары конвой киткән һайын өй ризыҡтары бешереп ебәрәләр, аҡсалата ла ярҙам итеп торалар. Чаттағы админдарҙың береһе булған Радмир Әминев даими ярҙам күрһәтә, ул да МХО биләмәһенә гумконвой менән йөрөп ҡайтҡан. Балалар баҡсаһында эшләүсе Зилә Ниғмәтуллинаны ла айырып билдәләп үтте ярҙам ойоштороусы, һәр ваҡыт күп итеп йыуасаһын бешереп алып килә, яугирҙәргә консерваланған йәшелсә-салаттарын да йәлләмәй биреп ебәрә.
— Ул яҡта километр һайын тигәндәй пост. Туҡтаталар. Туҡтаған ерҙә һалдаттарға Башҡортостандан күстәнәс тип йыуаса таратам. Ҡайһылай тәмле тип танһыҡ өй ризығын ҡыуанып ашайҙар, ҡайҙан килеүебеҙ тураһында һорашалар. «Бында ҡурҡыныс, ары үтмәгеҙ!» — тип, үҙ әсәләрендәй күреп, борсолоп оҙатып ҡалалар. «Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, балалар!» — тип хушлашам. Ә мин ҡурҡмайым. Бөтә ерҙә лә бер үк күк, бер үк ер. Аллаһы Тәғәлә нимә тип ҡушҡан. Яҡташтарымдың яугирҙәргә тип биреп ебәргән күстәнәстәрен, әйберҙәрен, маскировкалау селтәрҙәрен, уларҙың һорауы буйынса алып килгән башҡа кәрәк-яраҡтарҙы үҙҙәрен күреп ҡулда-рына тапшырып ҡайтырға тейешмен тип алға барам. Иң ҡәҙерле осрашыуҙар ошо. Бер яҡтан күңел була, икенсе яҡтан тула. Ләкин улар алдында тамсы йәшемде төшөрмәйем. Ғөмүмән, МХО биләмәһенә бер барып күреп ҡайтыу тормошҡа булған бөтә ҡарашты үҙгәртә, — ошо урында ирҙәрсә сая характерлы Лилиә апайҙың күҙҙәре йәшкәҙәй.
Әҙерәк баш-күҙ алғас, тағы ла сәфәргә сығырға йыйына ирекмән апай. Чатында киләһе гумконвой өсөн аҡсалата һәм әйберләтә ярҙам йыйыуҙы башлаған. «Малайҙарға йылы кейемдәр, эсе йылы еңел резина итектәр кәрәк. Ул яҡта елдәр үҙәккә үткес әсе. Медикаменттар, маскировкалау селтәрҙәре бер ҡасан да артыҡ булмаясаҡ», — тип әсәйҙәрсә хәстәрлек күрә. Әйткәндәй, уларҙы Өфөләге бер госпиталдән алдыра. Селтәр үреүҙе үҙебеҙҙең районда әүҙемләштерер, һәр ауылда көндәлек эшкә әйләндерер кәрәк ине тигән теләген дә әйтте. «Элек һәр өйҙә тиерлек һыу ташыу арбалары булды. Хәҙер ихата һайын ҡоҙоҡ булғас, кәрәге бөттө. Әммә фронтта улар снаряд ташыу өсөн бик ҡулай. Кемдәрҙә бар, яугирҙәргә ярҙам итеп биреүҙәрен һорар инем. Иҫке һыуытҡыстар, блиндаждарҙы йылытыуға төҙөлөш материалдары ла йыябыҙ», — тип гәзит аша яҡташтарға мөрәжәғәтен дә еткерҙе.
— Бөйөк Ватан һуғышында еңеү совет халҡының берҙәмлеге, тылдың фронтҡа ҙур терәге менән яуланған. Шөкөр, кеше хәҙер ас-яланғас түгел, иркен, етеш йәшәй. Әммә бөтәһе лә ярҙам итергә ынтылып тормай. Йәнәһе яугирҙәргә күп итеп аҡса түләнә. Ә бит ысынында һалдаттарыбыҙ ярҙамға мохтаж. Улар беҙҙең тыныслыҡ өсөн көрәшә, йәнен бирә. Үкенескә күрә, был һуғыштың ҡорбандары бик күп. Аҙна һайын теге йәки был ауылда 200-сө йөк менән ҡайтҡан ил һаҡсыһын һуңғы юлға оҙатыуҙарын ишетәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта әҙерәк кенә тыйыла белмәйбеҙ, уйнап-көлөп тыуған көндәр, туйҙар үткәрәбеҙ. Минең өсөн был күренеш шул тиклем ят. Һуғыш бөткәнсе, улым: «Әсәй, беҙ еңеү яулап ҡайттыҡ!» — тип килеп күҙемә күренгәнсе мин әлеге позициямда ҡаласаҡмын, тормошомда кәйеф-сафаға урын булмаясаҡ. Һуғыш бөткәс, илебеҙҙең яңы биләмәләрен емереклектәрҙән тергеҙергә эшселәр кәрәк булһа, бәлки, шунда эшкә лә сығып китергә тура килер. Төп һөнәрем буйынса мин төҙөүсе лә бит әле, — тип һөйләшеүҙе оптимистик нөктәлә тамамланы Лилиә апай.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.