Изгелек, мәрхәмәтлелек, шәфҡәтлелек. Был ябай төшөнсәләр онотолоп бара кеүек... Ә бит кеше йәшәгән һайын был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен нығыраҡ аңлай, тәрәнерәк төшөнә. Бигерәк тә ҡатмарлы, болғауыр замандарҙа кемдең кемлеген асыҡлауы оҙаҡ түгел. «Изгелек эшлә лә, һыуға һал, балыҡ белер, балыҡ белмәһә, халыҡ белер» тигәндәр боронғолар.
Амангилде ауыл Советында өсөнсө саҡырылыш рәттән депутат халыҡ мәнфәғәтен яҡлай. Улар араһында иң әүҙемдәрҙе айырып атағанда, тәү сиратта, тел осона булдыҡлы ир-уҙаман Рамаҙан Шаһыбалов килә. Әлбиттә, бөгөн уның уңышлы эшмәкәрлек алып барғаны өсөн (генә) телгә алмайбыҙ. Ниндәй социаль өлкәне генә алма, һәр йүнәлештә уның менән бәйле бай миҫал килтерергә була. Урамда һәр кеше менән ихлас һаулыҡ, хәл-әхүәл һорашып үткән, һәр ауылдашына матди яҡтан да, рухи яҡтан да ихлас ярҙам ҡулы һуҙған был ир-уҙаман ябайлығы, ихласлығы, алсаҡлығы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Махсус хәрби операцияла булған ир-егеттәргә күрһәткән ярҙамынан тыш, улдарын зарығып көткән әсәйҙәрҙе лә үҙ ҡанаты аҫтына алған депутат.
Ошо көндәрҙә Рамаҙан Сәлих улы Әбделғәзе ауылында йәшәүсе яугир әсәләренең һәм туғандары булмау сәбәпле йәиһә яңғыҙ йәшәгән оло быуындың һәр береһенә ағас алып барып ауҙарған.
Улар исемлегендә ике улын МХО-нан көтөп алыусы, икенсе төркөм инвалиды, 90-сы йәш менән барған Сәүҙә Ишҡолова ла бар. Өлкән улы Хәкимйән 2023 йылдың 18 майында Рәсәй Оборона министрлығы менән алты айға контракт төҙөй. Хәкимйән Ғәлимйән улы «Башҡортостан» полкында артиллерист булып хеҙмәт бурысын үтәй. Йәше 60-тан уҙыу сәбәпле, уҙған йылдың декабрендә тыуған яғына ҡайтарыла. Әлеге мәлдә Х. Ишҡолов Магнитогорск ҡалаһына йөрөп эшләй, унда фатиры ла бар. Тик яҡын кешеһе оло булыу сәбәпле, Әбделғәзелә әсәһе менән бергә ғүмер итә.
Сәүҙә инәйҙең 1973 йылғы улы Хәҙис тә 2023 йылдың апреленән алып яу яланында, шулай уҡ артиллерист. Әле ҡаты яраланыу сәбәпле, тыуған яғында реабилитация үтә.
— Туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлаһа ла әсәйем шәп әле, шөкөр. Үҙе утынды өйгә индереп, мейескә утын яға ала, — тип һөйләй Хәкимйән Ғәлимйән улы. — Рамаҙанға рәхмәт инде, әҡембәттәрҙе ҡараны. Депутат булып торғанынан бирле ярҙамынан өҙмәй. Уның араһында башҡа ауылдарҙағы барлыҡ халыҡҡа ярҙам итеп өлгөрә, үҙе һау-сәләмәт булып, халыҡҡа шулай тоғро хеҙмәт итеп йәшәһен.
Яугир әсәләренең береһе, улы Рушандың иҫән-һау ҡайтҡанын зарығып көткән — Менәүәрә Кинйәбулатова. Беҙ уға барғанда депутаттан алған утынын ярҙырып бөтөп кенә тора ине Менәүәрә инәй. Ҡустыһы Таһир Исмәғилев менән икәүләшеп сөкөрләшә-сөкөрләшә утын өйәләр ине.
Ғүмер буйы фермала һауынсы булып эшләгән Менәүәрә Әғзәп ҡыҙы ҡартайған көнөндә полиартрит сире менән интегә. Шуға ла ул икенсе төркөм инвалиды тип иҫәпләнә.
— Үҙемдең ҡулдарым эшкинмәй инде хәҙер. Шулай ҙа Рамаҙан ҡустымдан ошондай ярҙам булғанға ҡыуанып бөтә алмайынса, утынды үҙем сығып ташыштым. Рәхмәттәремде уҡыйым депутатҡа, — ти М. Кинйәбулатова. — Эше күп булыуына ҡарамаҫтан, башҡаларҙың рухтарын күтәрерҙәй тейешле һүҙҙәрен, күңел йылыһы һәм көсө менән уртаҡлашыу мөмкинлеген таба белә ул.
МХО-ла хеҙмәт итеүсе Ринат Әминевтың да әсәһе Әлниса Әминева депутаттан ярҙам алып ҡыуанған. Әммә Әлниса Йомағужа ҡыҙын беҙ Әбделғәзелә тап итә алманыҡ, инәй Асҡарға күсеп киткәне билдәле булды. Август айында беҙ уның батыр йөрәкле улы Ринат Ватан улы хаҡында гәзитебеҙҙең 31-се һанында «Бөркөттәр — күктә, батырҙар яуҙа һынала» тигән исем аҫтында мәҡәлә баҫтырғайныҡ. Р. Әминев бөгөнгө көндә яуҙан яраланып ҡайтып, реабилитация үтә икән.
- Рамаҙанға рәхмәт инде, күпме амангилделәрҙе күтәрә, әле лә ауылым, халҡым тип янып йәшәй. Намыҫлы хеҙмәтенә хөкүмәт юғары баһа бирһен ине, - тине ул.
Яугир әсәләренән тыш, сәләмәтлеге ҡаҡшағандарға һәм яҡындары булмау сәбәпле, яңғыҙ донъя көткәндәргә лә утын менән ярҙам иткән эшҡыуар. Улар исемлегендә Ҡотдос Тайсин, Мәфрүзә Суфиянова, Шәрифә Сафина, Ғаяз Өмөтҡужин. Шулай уҡ ауылға иман нурын таратып ултырған мәсеткә лә утын алып барып ауҙарылған.
— Рамаҙан Сәлих улының өлгөрмәгән ере юҡ. Эшҡыуар булараҡ 20-30-лаған кешене эш урыны менән тәьмин итә. Ауылда үткән сараларҙа һәр саҡ бағыусы булараҡ сығыш яһай. Алғы һыҙыҡта булған егеттәргә күпме ярҙам ебәреп тора, уның иҫәбе-һаны юҡ. Әйтеп бөткөһөҙ ҙур эштәр башҡара ул ауыл халҡы мәнфәғәте өсөн. Үҙенең иницативаһы менән конкурс үткәреп, мунса бураһы уйнатһынмы, Әбделғәзе, Үтәгән ауылдарының белем усаҡтарына ремонт эшләгәндә бушлай төҙөлөш материалдары бирһенме, ниндәй саралар үткәргәндә лә аҡсалата ярҙам һуҙһынмы — барыһын да еренә еткереп үтәй, әйткән һүҙендә тора. Ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән саҡта бер ҡасан да кире ҡаҡмай, улай ғына ла түгел күп эштәрҙең башланғысында үҙе тора. Ысын ир-егеттәр бына шулай була, — тине уның хаҡында Амангилде ауылы биләмәһе башлығы Вадим Абдуллин. — Кеше насарлыҡты тиҙ күрә. Әллә күпме изгелек эшләп тә, бер ҡырын эш эшләһәң, оҙаҡ йылдар буйы иҫләйҙәр, телдән төшөрмәй һөйләйҙәр. Интернет селтәре лә негатив хәбәр менән тулған. Ошондай ҡатмарлы заманда халыҡ мәнфәғәте өсөн эшләгән эшҡыуарҙың изгелеген башҡаларға үрнәк итеп ҡуйырлыҡ! Шундай ауылдашыбыҙ булыуы менән ғорурланам, Рамаҙан Сәлих улына сикһеҙ рәхмәттәремде еткерәм. Артабан да бергә-бергә эшләргә яҙһын!
Эшҡыуар һәм депутат Рамаҙан Шаһыбалов хаҡында бер мәҡәләгә генә яҙып, һыйҙырып бөтөрә торған түгел. Зирәк һәм аҡыллы фекерҙәре, изге ғәмәлдәре, киләсәккә планлаштырған эштәре тураһында тулайым еткереү өсөн китап яҙырға тура килер ине. Ундай кешеләр менән ни ҡәҙәр күпме һөйләшеп аралашһаң да, аҙ кеүек. Шундай ауылдаштары булыуы менән Амангилде ауылы биләмәһе халҡы бәхетле.
Шағир Роберт Миңнуллиндың «Изгелек» шиғырында:
Изгелектең яҡшы икәнлеген
Күптәр яҡшы аңлай.
Тик барыбер изгелекте
Һәр кем эшләй алмай, — тигән юлдар бар. Ысынлап та, күңелдәре таҙа, саф, пак булғандар ғына изгелек ҡылырға һәр саҡ әҙер тора.
Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте, тигән бик хаҡ һәм урынлы һүҙҙәр бар беҙҙең халыҡта. Кесе Ватанына тоғро хеҙмәт иткән Рамаҙан Сәлих улына киләсәктә лә бары тик уңыштар юлдаш булһын, эшләгән изгелектәре үҙенә һәм яҡындарына меңләтә әйләнеп ҡайтһын!