-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
11 Ноябрь , 15:07

Өҫтәмә финанс ресурстар йәлеп ителә

Предприятие баҙарҙа 2017 йылдан алып эшләй.

Өҫтәмә финанс ресурстар йәлеп ителә
Өҫтәмә финанс ресурстар йәлеп ителә

Өфө компанияһы БР Гарантия фонды ярҙамынан файҙаланды. Рәсәй Президентының “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, тәьмин ителеш суммаһы 14 миллион һум тәшкил иткән. Был сумма компанияға “Башҡортостан Республикаһы Сәнәғәт үҫеше фонды” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһынан 20 миллион һумлыҡ займ алыу мөмкинлеген биргән.

- Гарантия фондының төп маҡсаты – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының кредит продукттарынан файҙаланыуын ябайлаштырыу. Фонд бизнесҡа залог тәьмин ителеше етмәгәндә өҫтәмә финанс ресурстарын йәлеп итеүҙә ярҙам итә. Бирелгән гарантия һөҙөмтәһендә эшҡыуарҙар проекттарын яңы кимәлдә тормошҡа ашыра ала, - тип белдерҙе республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко.

Өфөләге “Берләшкән электр технологиялары” компанияһы электр заряд станцияларының уйлап сығарыусыһы, етештереүсеһе һәм ташыусыһы булып тора. Предриятие баҙарҙа 2017 йылдан алып эшләй. Гарантия аҡсаһы “Аттар” электр транспорты өсөн заряд станцияларын етештереү буйынса яңы проектҡа һалына. Улар бер йәки бер юлы өс автомобиль өсөн зарядка ваҡытын ҡыҫҡарта.

Автор:
Читайте нас: