-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
11 Ноябрь , 11:04

Яңы үҙәк – инсультологияла ҙур ҡаҙаныш

Махсус медицина ярҙамы инсульттан үлем һәм инвалидлыҡ осраҡтарын кәметеүҙә ҙур аҙым булыр, тип көтөлә.

Яңы үҙәк –  инсультологияла ҙур ҡаҙаныш
Яңы үҙәк – инсультологияла ҙур ҡаҙаныш

Өфөлә ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы базаһында Инсультты мониторинглау үҙәге асылды.Үҙәк командаһына иң яҡшы табип-неврологтар, ҡан тамырҙары хирургтары, рентгенологтар, нейрохирургтар, нур диагностикаһы белгестәре ингән. Республика дауаханаларынан алынған мәғлүмәт тап ошо Үҙәккә  киләсәк, белгестәр алыҫ райондарҙа йәшәгән пациенттарҙағы инсультты теүәл асыҡлай һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уларға юғары технологиялы ярҙам күрһәтә аласаҡ.

–Хәҙерге заманда  ҡан әйләнеше системаһы сирҙәре –  медицинала иң ҙур проблемаларҙың береһе. Беҙҙең республикала һигеҙ төбәк ҡан тамырҙары үҙәктәренән  һәм ун тәүге ҡан тамырҙры бүлексәләренән торған селтәр булдырылған. Тап уларға  ашығыс рәүештә  инсультҡа дусар булыусылар килтерелә. Яңы үҙәк –  инсультологияла ҙур ҡаҙаныш, – тип билдәләне һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы  Айрат Рәхмәтуллин.

 Белгестәр бригадаһы тәүлек әйләнәһенә мейеләге ҡан әйләнеше тайпылыштарының рентген диагностикаһы  мәсьәләләре буйынса консультация ойошторасаҡ, инсультттың төрлө төрҙәрендә дауалау тактикаһын билдәләйәсәк. Урындарҙағы табиптар ҡатмарлы осраҡтарҙа кәңәшләшә, фекер алыша аласаҡ.

Махсус медицина ярҙамы инсульттан үлем һәм инвалидлыҡ осраҡтарын  кәметеүҙә ҙур аҙым булыр, тип көтөлә.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите 

Автор:
Читайте нас: