+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
13 Ноябрь , 09:04

Һаулыҡ һаҡлауға бәйле субсидия күләме артҡан

Башҡортостан ҡан тамырҙары һәм онкология үҙәктәрен ҡайтанан йыһазландырыуға федераль субсидия аласаҡ. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Һаулыҡ һаҡлауға бәйле субсидия күләме артҡан
Һаулыҡ һаҡлауға бәйле субсидия күләме артҡан

Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин 2025-2026 йылдарға төбәктәргә онкология һәм ҡан тамырҙары үҙәктәрен ҡайтанан йыһазландырыуға биренләсәк субсидиялар күләмен үҙгәрткән бойороҡҡа ҡул ҡуйған. Федераль бюджеттан бирелеүсе субсидияның онкология үҙәктәре өсөн дөйөм сумма 34,3 миллиард һум тәшкил итә. Башҡортостан 72,2 миллион һум аласаҡ. Ҡан тамырҙары үҙәктәрен ҡайтанан йыһазландырыуға 10,2 миллиард йүнәлтергә ниәтләйҙәр, шуның 23,6 миллион һумын республикабыҙ аласаҡ, тиелә документта.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: