Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары “БумБатл” макулатура йыйыу буйынса Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнаша. Улар дөйөм алғанда 2,5 тонна самаһы ҡағыҙҙы ҡайтанан эшкәртеүгә тапшырҙы. Был хаҡта төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хәбәр итә.
– Бер көн эсендә студенттарыбыҙ 2,5 тоннанан ашыу макулатура йыйып, эшкәртеүгә оҙатты. Уҡытыусылар һәм студенттар тирә-яҡ мөхит алдында яуаплылыҡ тойоп, иҫ киткес әүҙемлек күрһәтә. Был бик мөһим, сөнки экология темаһы киләсәк быуын менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. Университет майҙансығының рациональ ҡулланыуға һәм тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәткә өйрәтеү өсөн бик яҡшы урынға әйләнеүе ҡыуандыра, – тип билдәләне Башҡорт дәүләт аграр университетының административ-хужалыҡ эше буйынса проректоры Радик Мостафин.
Башҡорт дәүләт аграр университеты был акцияла ҡатнашып ҡына ҡалмай, ә студенттарға экологик белем биреүгә йүнәлтелгән төрлө тәбиғәтте һаҡлау проекттарында ла әүҙем ярҙам күрһәтә.