Тәбрикләү һүҙҙәре менән хәрби хеҙмәткә саҡырылғандарға райондың хәрби комиссары Максим Гребенщиков мөрәжәғәт итте.
— Ҡәҙерле һалдат буласаҡ егеттәр! Бөгөн һеҙгә, быуаттар буйы Ватаныбыҙҙы һаҡлаған ата-бабаларыбыҙҙың васыятын үтәп, ил һағына баҫырға сират етте. Был бик яуаплы эште һеҙгә ышанып тапшырабыҙ, сөнки башҡорт егеттәре һәр ваҡыт хеҙмәткә етди ҡараш, ныҡлы рух, ҡыйыулыҡ өлгөһө булып торҙо. Һеҙ ҙә ошо халҡыбыҙҙың данлыҡлы хәрби йолаларын дауам итерһегеҙ, яҡшы хеҙмәт итерһегеҙ, тип ышанабыҙ, — тине ул.
— Әрмегә барыуҙы хуплайбыҙ, ил алдындағы бурысты ваҡытында үтәгебеҙ килә. Иң мөһиме — әрме хеҙмәтен лайыҡлы үтәргә, тыуған яҡтарға иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын, — тиҙәр егеттәр.
Ысынлап та, егеттәрҙең күбеһенә яңы ғына 18 йәш тулған. Кемдәрҙер бөгөн әрмегә барыу бушҡа ваҡыт уҙғарыу тип һанаһа, йәш кенә булһалар ҙа иңдәренә ҙур яуаплылыҡ алып изге бурысын үтәргә юлланған егеттәргә һоҡланмау мөмкин түгел.
— Быйылғы яҙғы саҡырылыш планға ярашлы бара, Рәсәй Президенты Указы нигеҙендә билдәләнгән стандарт срок буйынса үтәсәк. Йәш буйынса ла үҙгәрештәр юҡ — 18 йәштән 27 йәшкә тиклем граждандар саҡырыла, хеҙмәт итеү ваҡыты — 1 йыл. Быйылғы яҙғы саҡырылыш ваҡытында Башҡортостандан хәрби хеҙмәт итеү урындарына 5,5 меңдән ашыу егет, беҙҙең райондан 109 һалдат оҙатыласаҡ. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға йәлеп ителмәйәсәк, — тине Максим Валентинович.
Хәрби комиссар һүҙҙәренсә, егеттәр тотош Рәсәй биләмәһендә урынлашҡан ғәскәри частәргә оҙатыласаҡ. Улар Калининград ҡалаһынан алып Алыҫ Көнсығышҡа тиклем хеҙмәт итәсәк, бөтә төр ғәскәрҙәргә лә алынасаҡ, хәрби-диңгеҙ флотына, мотоуҡсылар, артиллерия, танк подразделениеларына эләгеүҙәре бар.
«Һалдат һурпаһы»н татып, ысын тормош мәктәбен үтәсәк яҡташтарыбыҙҙы өҙөлөп көтәбеҙ, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!
Г. НИҒМӘТУЛЛИНА.