Атайсал
1 Декабрь 2024, 08:40

«Иң әүҙем үҙидара хеҙмәткәре»

Халыҡҡа хеҙмәт итеү — еңел булмаған бурыс һәм шул уҡ мәлдә оло яуаплылыҡ та. Муниципаль хеҙмәткәрҙәр һәм барлыҡ кимәлдәге депутаттар һәр ваҡыт халыҡ араһында кешеләрҙе борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ҙур өлөш индерә.

Халыҡҡа хеҙмәт итеү — еңел булмаған бурыс һәм шул уҡ мәлдә оло яуаплылыҡ та. Муниципаль хеҙмәткәрҙәр һәм барлыҡ кимәлдәге депутаттар һәр ваҡыт халыҡ араһында кешеләрҙе борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ҙур өлөш индерә. Ошо тынғыһыҙ эштә халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итеүсе ауыл хакимиәте биләмәләрендә оҙаҡ һәм һөҙөмтәле эшләгән белгестәр араһында «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Осҡон» гәзите төркөмөндә конкурс иғлан иткәйнек. Ауыл биләмәһе халҡының һәм урындағы йәмәғәт ойошмаларының тәҡдиме менән конкурсҡа 15 кандидатура тәҡдим ителде. Улар менән гәзит уҡыусыларҙы таныштырабыҙ. 

Абдуллин Вадим Рәфҡәт улы — Амангилде ауыл биләмәһе башлығы. Вадим Рәфҡәт улы Магнитогорск дәүләт университетын тамамлағандан һуң, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. 2023 йылдың сентябрь айында Амангилде ауылы биләмәһе башлығы итеп һайлана. Тиҙ арала йәш етәксе  халыҡ араһында абруй ҡаҙана. Амангилде ауылы биләмәһенә биш ауыл ҡарай, 2700-гә яҡын халыҡ иҫәпләнә. Биләмә йыр-моңға әүәҫ, дәртле, спорт менән дуҫ халҡы менән дан тота, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Украинала барған хәрби операцияға гуманитар ярҙам итеүҙә лә әүҙемлек күрһәтә. Ауыл биләмәһе башлығы булараҡ Вадим Рәфҡәт улы йәштәрҙе, йәш ғаиләләрҙе ауылдарҙа төпләндереү өсөн йәштәргә эш урындары кәрәклеген яҡшы аңлай һәм был маҡсатта эшҡыуарлыҡ, туризм тармаҡтарын үҫтереү өҫтөндә тырышып эшләй.
Баязитов Айрат Хажиәхмәт улы — Буранғол ауыл Советы депутаты. Буранғол ауылында тыуып үҫеп, быуындарын нығытып, әрме сафтарында хәрби бурысын үтәй. Өфө урман хужалығы техни-кумында белем ала, тыуған ауылында төпләнгән. Һәр яҡлап ауылдаштарына үрнәк булған  Айрат Хажиәхмәт улы  2019 йылдан алып икенсе тапҡыр ауыл Советына депутат итеп һайлана. Ауылда үткән барлыҡ сараларҙы ойоштороп йөрөүсе, иң йомарт бағыусы, һәр саҡ һүҙендә торған, башлаған эште еренә еткерер ир-уҙаман ул. Кисектергеһеҙ мәсьәләләр килеп сыҡҡанда ла һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.
Ололарға гәзит-журналдар яҙҙырыу, ярҙам итеү, округында яңы йыл байрамын ойоштороу, бәләкәстәргә бүләктәр тапшырыуҙы ла үҙ өҫтөнә алған.
Айрат Хажиәхмәт улы ДРСУ-ла йөк тейәү машинисы булараҡ та ихтирам ҡаҙанған алдынғы эшсе. Уның хеҙмәте лайыҡлы баһаланған, был турала бихисап маҡтау ҡағыҙҙары һөйләй.  
Вәлиев Тәлғәт Сөнәғәт улы — Асҡар ауыл биләмәһе башлығы урынбаҫары. Ишҡол ауылында тыуып үҫкән Т. Вәлиев 1984 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған. Һуңғы 8 йыл дауамында Асҡар ауыл биләмәһе башлығының урынбаҫары булып эшләй. Тәлғәт Сөнәғәт улы өлгөр һәм талапсан  хеҙмәткәр. Коллегалары менән яҡшы мөғәләмәлә, халыҡ мөрәжәғәттәренә иғтибарлы. Уның етәкселегендә күп эштәр башҡарыла. Дауыт, Ҡолоҡас, Тирмән, Айғырбатҡан ауылдарында рөхсәтһеҙ булдырылған сүплектәр бөтөрөлә, экологик өмәләр үткәрелә.
Ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләр менән даими эш алып барыла. Һәләтле ойоштороусы Тәлғәт Сөнәғәт улы етәкселегендә ауыл биләмәһендә йәмәғәт ойошмалары, ауыл старосталары менән үҙ-ара тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Т. С. Вәлиев  эшһөйәр, ярҙамсыл, алсаҡ булыуы менән коллегалары һәм халыҡ араһында лайыҡлы хөрмәт ҡаҙанған.
Ғәлиуллина Венера Рафаил ҡыҙы — Гусев ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы. Муниципаль хеҙмәт эшмәкәрлеген 2012 йылда инженер-ер төҙөүсе вазифаһында башлай. Райондың ауыл Советтары араһында  был һөнәрҙе үҙ иткән тәүге ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе ул. 2019 йылдың авгусынан Гусев ауыл биләмәһенең эштәр идарасыһы. Венера Рафаил ҡыҙы һигеҙ йыл ҡатын-ҡыҙҙар советының эшендә әүҙем ҡатнаша. Бер нисә йыл рәттән участка һайлау комиссияһы ағзаһы ла ул. Шул уҡ ваҡытта йәмәғәт, мәҙәниәт, спорт өлкәһендә үткән сараларҙа ла әүҙемлеге менән айырылып тора. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм урындағы үҙидара үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн Башҡортостан муниципаль берәмектәр Советы ассоциацияһының рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.
Илһамов Йәнил Маҙали улы – Рауил ауыл биләмәһе хакимиәте белгесе. Ишҡол ауылында тыуып үҫкән. Йәнил Маҙали улы ер төҙөлөшө белгесе булып 2020 йылдан эшләй. Уның һөнәри эшмәкәрлеге юғары һөҙөмтәгә, бурыстарҙы ваҡытында, оператив һәм юғары сифатта үтәүгә йүнәлтелгән. Ул һәр яҡтан грамо-талы һәм яуаплы, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә һәләтле хеҙмәткәр. Тырышлығы, һөҙөмтәле хеҙмәте, ярҙамсыллығы һәм ихласлығы менән халыҡтың ихтирамын яулаған.  
Килдейәрова Фәриҙә Иштимер ҡыҙы — Таштимер ауыл биләмәһе хакимиәтендә хисапсы-кассир. 1968 йылда Дәүләт ауылында тыуған. Магнитогорск дәүләт университетын тамамлаған. Фәриҙә Иштимер ҡыҙы яҙмышын Ҡужан ауылы егете менән бәйләгән. 
1993 йылда Таштимер ауыл биләмәһе хакимиәтендә хисапсы-кассир вазифаһында эш башлай. Бөгөнгө көндә һалым йыйыу эшен дә алып бара. Үҙ эшенең оҫтаһы, намыҫлы һәм ғәҙел хеҙмәткәрҙең  халыҡ алдында  абруйы ҙур. Күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте муниципаль берәмектәр Советы ассоциацияһының грамотаһы менән билдәләнгән. Рәсәй күләмендә үткән халыҡ, ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа һәр ваҡыт әүҙем ҡатнаша. Ошо йәмәғәт эше һәм тырыш хеҙмәте өсөн миҙалдар һәм район хакимиәтенең почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Фәриҙә Иштимер ҡыҙы утыҙ йыл ғүмерен муниципаль хеҙмәткә бағышлаған абруйлы белгес.
Ҡадиров Рөстәм Эрнст улы — Йәнгел ауыл биләмәһе башлығы. 1974 йылда Хәлил ауылында тыуған. 1991 йылда Йәнгел урта мәктәбен  көмөш миҙалға тамамлаған. 1992-1994 йылдарҙа Приднестровьела Рәсәй Федерацияһының тыныслыҡ урынлаштырыу көстәрендә әрме хеҙмәтен үтә. 1998-2002 йылдарҙа Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында белем ала, Рәсәй кооперацияһы университетында муниципаль идаралыҡ йүнәлеше буйынса уҡый. Йәнгел ауыл биләмәһе хаки-миәтенең  инженер-ер төҙөүсеһе булып эшләгән Рөстәм Эрнст улын 2017 йылда хакимиәт башлығы итеп һайлайҙар. Һәр кемгә иғтибарлы, ихтирамлы, һәр яҡлап ярҙам итергә әҙер торған етәксенең тәҡдимдәрен халыҡ кире ҡаҡмай, эшкә берҙәм тотоналар. Берҙәмлектә  башҡарылған эштәр һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Бергәләшеп, барлыҡ ауылдарҙың да тышҡы йөҙө күҙгә күренеп төҙөкләндерелде, тәртипкә килтерелде. 
Рөстәм Эрнст улы махсус хәрби операциялағы һалдаттарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйыуға  ихлас булышлыҡ итә. Ярҙамды һалдаттарға алып барып тапшырыуҙы ла үҙ өҫтөнә алған.

Мәсәлимов Рөстәм Мәхмүт улы — Ҡырҙас ауыл Советының 2015 йылдан алып өсөнсө тапҡыр һайланған депутаты. 1966 йылда Ҡырҙас ауылында тыуған. 1973-1983 йылдарҙа Ҡырҙас урта мәктәбендә уҡыған. 1984 йылда Белорет ҡа-лаһында ДОСААФ автомәктәбен тамамлай. 1984-1986 йылдарҙа әрме сафтарында хеҙмәт итә.  1986 йылда «Йәнгел» совхозында водитель булып эш башлай. 2005 йылда эшҡыуарлыҡҡа тотона — «Мәсәлимов» крәҫтиән-фермер хужалығын төҙөй.  Рөстәм Мәхмүт улы йәмәғәт сараларында, өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша, даими рәүештә халыҡҡа техника менән ярҙам итә. Яңы йылға үҙ округында һырғалаҡ яһап, балаларға ҡышҡы уйындар урыны булдыра. Ауыл биләмәһендә төрлө сараларға  даими рәүештә бағымсылыҡ итә. Тыныс, тыйнаҡ, эшһөйәр Рөстәм Мәх-мүт улы ауылдаштары алдында лайыҡлы абруй яулаған. 
Мангушева Айгөл Әхмәҙулла ҡыҙы — Красная Башкирия ауыл биләмәһе хаки-миәтендә 2019 йылдан эштәр идара-сыһы. Ауыл биләмәһе хакимиәтендә дөйөм эш стажы 10 йыл. Айгөл Әхмәҙулла ҡыҙы ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашҡан. Ҡала мөхите, ППМИ, башҡа төр проекттарҙы, балалар спорт майҙансыҡтарын төҙөү һәм йыһазландырыу кеүек эштәрҙе ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәтә. Ауыл биләмәһендә спорт һәм йәмәғәт сараларын үткәреүҙе ойоштороусы булараҡ билдәле. Ауыл халҡы араһында абруй һәм ихтирам менән файҙалана. 
Сатина Наталья Владимировна — Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы. 35 йылдан ашыу Әлмөхәмәт ауыл биләмәһендә халыҡҡа үҙ кеше булып, намыҫлы хеҙмәт итә. Наталья Владимировна оҙаҡ йылдар урындағы хакимиәттең эштәр идарасыһы булып эшләгәндән һуң, хакимиәт башлығы итеп һайлана. Ауыл биләмәһендә дүрт меңгә яҡын кеше йәшәй. Уларҙың һәр береһенең һулышын, биләмәләге тормош өсөн яуаплылыҡты тойоп, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер Наталья Владимировна. Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте районда алдынғылар иҫәбендә. Наталья Владимировна фиҙаҡәр хеҙмәте менән халыҡ араһында абруй ҡаҙанған. Ул башҡортса матур һөйләшә, телде белеү уның эшен күпкә еңеләйтә, урындағы халыҡ алдында хөрмәт ҡаҙаныуға булышлыҡ итә.
Тайыпова Рәйлә Нурислам ҡыҙы — Хәмит ауылы биләмәһе хакимиәте хеҙ-мәткәре. 23 йыл дауамында муниципаль хеҙмәткәр булып эшләй. Иҫәпсе-кассир, инженер-ер төҙөүсеһе вазифаларын берләштереп, оҫта алып бара. Рәйлә Нурислам ҡыҙы ауыл биләмәһе хаки-миәтендә эшләү дәүерендә бай тәжрибә туплаған  белгес булараҡ танылған. Халыҡҡа иғтибарлы, алсаҡ, шул уҡ ваҡытта талапсан да. Үҙ эшенә яуаплы ҡарай, һәр ваҡыт алдына ҡуйылған бурыстарҙы теүәл башҡара. Рәйлә Тайыпова ауыл биләмәһенең йәмәғәт тор-мошонда әүҙем ҡатнаша.
Хажиәхмәтова Клара Әхтәм ҡыҙы —  Ауыл биләмәһе хакимиәтендә эш стажы 30 йылдан ашыу. Шуның 26 йылын хәрби-иҫәп өҫтәле начальнигы вазифаһында эшләгән, әлеге ваҡытта кассир-бухгалтер. Ошо хеҙмәт йылдары осоронда үҙен эшһөйәр һәм намыҫлы хеҙмәткәр итеп күрһәткән. Коллегаларына ҡарата иғтибарлы, халыҡ менән эшләгәндә ипле һәм әҙәпле, ауыр мәсьәләләр килеп тыуғанда һәр ваҡыт ыңғай ҡарар таба белеүсе үҙ эшенең оҫтаһы. Клара Әхтәм ҡыҙының эшкә намыҫлы ҡарашы, профессиональ үҫешкә ынтылышы тик ихтирамға лайыҡ. Ул йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Бер нисә йыл рәттән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнаша, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы. Клара Әхтәм ҡыҙы яуаплы, маҡсатҡа ынтылыусан,  ярҙамсыл, заман талаптары менән бергә атлаған, тормошта оптимист, коллегалары һәм ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанған белгес. 
Хәйбуллин Айбулат Баҡый улы — Хәлил ауыл биләмәһе башлығы. 1975 йылдың 2 авгусында Ишбулды ауылында тыуған. Хәлил урта мәктәбен тамамлағас, Магнитогорск ҡалаһының педагогия колледжына уҡырға инә.  1993-1995 йылдарҙа әрме сафтарында Владивосток ҡалаһында хәрби диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. 1999 йылда ҡулына диплом алған йәш белгесте Ишбулды урта мәктәбенә военрук һәм физкультура уҡытыусыһы итеп ҡабул итәләр.  2004 йылда ситтән тороп юғары белемгә эйә була. Үҙен тынғыһыҙ, эшһөйәр, яуаплы итеп күрһәтеп өлгөргән уҡытыусыны 2008 йылда мәктәп директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Ете йыл мәктәп директоры вазифаһын үтәгән ваҡытта  белем усағы  гөрләп тора, ремонт эштәре башҡарыла, район семинарҙары, үҫеп килеүсе быуынға патриотик тәрбиә биреүҙә ҙур әһәмиәткә эйә булған саралар уҙғарыла. 2015 йылда Айбулат Баҡый улы Хәлил ауыл биләмәһе башлығы итеп һайлана. Уның профессионализмы, вазифа бурыстарын сифатлы һәм яуаплы үтәүе, маҡсатҡа ынтылышы һәм лидерлыҡ сифаттары арҡаһында Хәлил ауыл биләмәһе ҙур уңыштарға өлгәште. Ошо вазифала Айбулат Баҡый улы намыҫлы, тырыш хеҙмәте менән халыҡ алдында абруй ҡаҙанды.
Хисмәтова Лилиә Нурислам ҡыҙы — Ташбулат ауыл биләмәһе хакимиәтендә бухгалтер. Ауыл биләмәһе хакимиәтендә 1991-1998 йылдарҙа бухгалтер булып эшләй.  Артабан 2005 йылға тиклем баш бухгалтер вазифаһын намыҫлы башҡара. 2005 йылдан алып һалымдар буйынса беренсе категориялы белгес. Үҙ эшенең оҫтаһы, талапсан, алсаҡ Лилиә Нурислам ҡыҙы халыҡ менән яҡшы мөнәсәбәттә, уларҙың һорау-мөрәжәғәттәренә һәр саҡ иғтибарлы.
Шәғәлина Зилә Сәғит ҡыҙы — Дәүләт ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы. Тырыш һәм булдыҡлы белгес 2005 йылда Дәүләт ауыл биләмәһе эштәр идарасыһы булып эш башлай. Халыҡтың төрлө һорау-мөрәжәғәттәренә закондарға таянып, төплө итеп яуап бирә. Зилә Сәғит ҡыҙы бөтә башланғыстарҙа ла алдан йөрөй. Кешеләр менән ихлас аралашыуы, алдынғы ҡарашлы булыуы, талапсанлығы, тырышлығы, ғәҙеллеге менән ауыл биләмәһе халҡы алдында абруй яулаған. Үҙ эшенә  яуаплы ҡарай,  һәр ваҡыт алдына ҡуйылған бурыстарҙы теүәл башҡара.

Читайте нас