Бындай сараларҙа ҡатнашыу, улдарын юғалтҡан әсәләрҙең, пар ҡанаты ҡайырылған ҡатындарҙың, етем ҡалған балаларҙың күҙ йәштәрен күреү уғата ныҡ ҡыйын. Әммә батырҙарыбыҙҙың исемдәре тарихтан юйылырға, эҙһеҙ юғалырға тейеш түгел. Ҡасан ғына ошо белем усағында уҡыған, яҡты киләсәккә хыял-маҡсаттар ҡуйған, әммә ғүмеркәйҙәре Украинала барған махсус хәрби операцияла иртә ҡыйылған тағы ла ике ир-егеткә — Заһит Санир улы Абдуллин менән Зөлфәр Нәҙир улы Мостафинға Ҡаҙмаш урта мәктәбе диуарында мемориаль таҡтаташтар асылды.
Батырҙарыбыҙҙың сараға саҡырылған туғандары һәм яҡындары, мәктәп уҡыусылары, ауыл халҡы алдында район башлығы И. Т. Нафиҡов сығыш яһаны.
— Фашизмды еңеүгә 79 йыл тулып уҙыуға ҡарамаҫтан, илебеҙ бөгөн тағы һынауҙарға дусар, йәнә үҙаллылыҡ өсөн неонацистар менән көрәшергә мәжбүрбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш аяуһыҙ, ҡорбандарһыҙ түгел. Украинала барған махсус хәрби операцияла күпме егеттәрҙе юғалттыҡ! Үкенесле. Ләкин шул уҡ ваҡытта беҙ һуғышта башын һалған батырҙарыбыҙҙы оноторға тейеш түгелбеҙ, уларҙы иҫтә тотоп, исемдәрен мәңгеләштерергә бурыслыбыҙ. Бөгөнгө сара ошо юҫыҡтағы эштәребеҙҙең береһе. Һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың туғандары алдында баш эйеп, уларға рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм, — тине ул.
Амангилде ауыл биләмәһе башлығы В. Р. Абдуллин таҡтаташтар Тыуған ил өсөн шаһит киткән ҡаһарман ауылдаштарыбыҙ тураһында гелән хәтергә төшөрөп торһон, уҡыусы балаларға тарих һөйләһен, илһөйәрлек тәрбиәһе бирһен тигән теләктә ҡалды. Ә яҡындарын юғалтҡан яугир туғандарына һәр ваҡыт ярҙам итергә, терәк-таяныс булырға әҙербеҙ, тине Вадим Рәфҡәт улы.
Яугирҙәрҙең туғандары исеменән З. С. Мортазина һүҙ алды. Зөлфиә Санир ҡыҙы башта ауылдаштарын Бөйөк Еңеү байрамы менән ҡотланы, ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығын онотмайбыҙ, етеш, бай тормошобоҙ өсөн уларға рәхмәтлебеҙ тине. Тик әлеге ваҡытта ла илебеҙ тыныслығы өсөн көрәш барыуы, ошо яуҙа бер туған ҡустыһының һәләк булыуы, башҡаларҙың ҡорбан китеүе өсөн әрнеүен белдерҙе, тиҙерәк тыныслыҡ яуланһын, тип теләне.
Ҡаҙмаш урта мәктәбе диуарында МХО-ла һәләк булған Рәхимйән Рафиҡ улы Мөхитдиновҡа ҡуйылған таҡтаташ янында йәнә ике яуҙашының ташҡа уйылып яҙылған исемдәре ҡалҡты. Был теҙмә бүтән берүк дауам итмәһен инде! Мемориаль таҡтаташтарҙы асыу хоҡуғы батырҙарҙың яҡындарына бирелде. Ил азатлығы өсөн башын һалған яҡташтарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алғандан һуң сарала ҡатнашыусылар мемориалға тере сәскәләр һалды.
Был көндә Ҡаҙмаш урта мәктәбендә белем усағының өс ҡаһарман уҡыусыһы иҫтәлегенә Герой партаһы асылды. Ҡыҫҡа ғына ғүмерҙәрендә егеттәр үҙҙәре артынан фанилыҡта сағыу эҙ ҡалдырған. Директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары В. Р. Яҡупова Зөлфәр Мостафиндың мәктәп йылдарында саңғы секцияһына йөрөүе, төрлө ярыштарҙа урындар алыуы, мәктәп тамамлағандан һуң ҡалала юрист һөнәрен үҙләштереүе, Заһит Абдуллиндың бик шаян һәм ҡыйыу егет булыуы, милли көрәште үҙ итеүе, һабантуйҙарҙа бил һынауы, ә йыр-моңға һәләте 11-се кластан һуң Сибай институтының музыка бүлегенә алып китеүе, Рәхимйән Мөхитдиновтың бала саҡтан гер спорт менән мауығыуы, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүе, Магнитогорскиҙа уҡып һөнәр алғандан һуң ил һағына баҫыуы, әрменән һуң тура контракт буйынса хеҙмәткә ҡалыуы тураһында һөйләне. Егеттәрҙе уҡытҡан мәғариф ветерандары З. А. Билалова, С. Ә. Ихсанова һүҙ алып, хәтирәләре менән бүлеште.
Герой парталары мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте, инглиз теле, физика кабинеттарына ҡуйыласаҡ. Улар артында ултырып уҡыу хоҡуғы тик яҡшы билдәләргә өлгәшкән һәм мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыларға ғына биреләсәк.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.