Атайсал
2 Декабрь 2024, 03:30

Ҡайтты ҡыҙҙар Ҡусҡарға

Төрлө йылдарҙа яҙмыш ҡушыуы буйынса тыуған ауылдан сығып киткән Ҡусҡар ҡыҙҙары бер көнгә хәсрәтһеҙ баласаҡ, гүзәл йәшлек иленә ҡайтты.

Гөлсәсәк – оҫта ойоштороусы
Төрлө йылдарҙа яҙмыш ҡушыуы буйынса тыуған ауылдан сығып киткән Ҡусҡар ҡыҙҙары бер көнгә хәсрәтһеҙ баласаҡ, гүзәл йәшлек иленә ҡайтты. Ауыл тормошонан ҡала тормошона бик иртә күскән Гөлсәсәк  Ғәбитова-Мостаеваның тыуған төйәгенә битараф булмайынса туғандарын, ауылдаштарын барлап саралар үткәреүенә Ҡусҡар халҡы күнде хәҙер. Интернетта йәшен тиҙлеге һымаҡ бер остан икенсе осҡа, йәғни Өфөнән Ҡусҡарға,  хат-хәбәрҙәр яуа, ауылдаштар шунда уҡ уның башланғысын күтәреп тә ала. Ҡышҡы оҙайлы каникулда Ғәбитовтар үҙҙәре бағыусы булып сығыш яһап, “Быйма” байрамына барлыҡ ауылдаштарҙы йыйһа, яҙ мәлендә Ғаилә йылына арналған сарала ла улар бөтә ғаиләһе менән ҡатнашты һәм шул сарала йәйгелеккә “ҡыҙҙарҙы ҡайтарып алайыҡ әле” тип шаяртыу ҡатыш һүҙ ҡуҙғатты. Һәм был һүҙҙәр һауала эленеп тороп ҡалманы, “июлдең икенсе яртыһында йыйылайыҡ” тигән хәбәр “һә” тигәнсә таралып, төрлө яҡтарҙа йәшәүсе ҡыҙҙарҙы тыуған яғына әйҙәне. Гөлсәсәк Самат ҡыҙы ойоштороу комитеты төҙөп, онлайн яҙышып, ауылдың барлыҡ ҡыҙҙарын әллә нисә төркөмгә бүлеп, сценарий ҙа яҙылды, концерт номерҙары ла хәстәрләнде.
Ҡаҙан аҫып, Ҡыҙыл йылғаһының сылтырағанын тыңлап, үҙҙәренең тәбиғәтенә һоҡланып ҡайтырға иҫәп тотҡайны ла Ҡусҡар ҡыҙҙары, тик һауа шарт- тары насарайыу сәбәпле, сараны мәҙәниәт йортонда үткәрергә тура килде. 
Йылдар аша һағынышып, бер күрешеүгә зар булып ҡайтты ҡыҙҙар. Яҡындағыларын да, йыраҡтағыларын да бер үк тартыу көсө йәнтөйәккә әйҙәне. Күптәре өсөн ауылға юл ябыҡ хәҙер, күҙ төбәп ҡайтыр йорттары булмағандар тыуған төйәгенән мәхрүм ҡайтмаһын өсөн уртаҡ табын да ойошторолдо. 

Сәхнәлә – Ҡусҡарҙа ҡалған ҡыҙҙар
Ауылымдың шул тиклем уңған инәй-апайҙарын, һылыу ҡыҙҙарын күреп һоҡланыу, ғорурланыу тойғоһон һүҙҙәр менән әйтеп аңлатырлыҡ түгел. Ә инде ҙур баһа, әлбиттә, ауылда тыуып-үҫеп, ауылдың иң шәп егеттәрен эләктереп, ярты ауылға еңгәй һәм килен булып йәиһә ата-әсәй нигеҙен бөгөнгәсә һаҡлап тыуған йортон ҡәҙер иткән, ауылға йән һәм йәм өрөп, уның йәмәғәт тормошонда ҡайнап, гөрләп йәшәгән ауыл ҡыҙҙарына булды. Сәстәренә сал төшкәненән, таяҡҡа таянғанынан алып әле дыһырҙатып донъя көткән йәш ҡыҙҙар ҙа бар был исемлектә. 
Ауылдың иң оло ҡыҙы тип иҫәпләнгән Зифа Мортазина ауылдашы Таяр Мортазинға кейәүгә сығып, матур ғүмер юлы үтә. Ул осор балалары кеүек колхоздың бөтә йөгөн иңдәрендә татыған Зифа Муллағәзәм ҡыҙы бөгөн 92 йәштә. Тормош иптәше менән бер ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләгәндәр, ҡыҙғанысҡа, улы Тимур Таяр улы күптән түгел баҡыйлыҡҡа күсте. Зифа инәй үҙенең нигеҙен ташламай, йәй мәлдәрендә һәр саҡ ауылда йәшәй. Ә ҡышҡы һыуыҡтарҙа Асҡарҙа йәшәүсе ҡыҙына ҡунаҡҡа килә. 
Байрамдың иң оло ҡыҙҙары тип Лүсә Фәизйәнова менән Баныу Хәсәнова табылды. Лүсә инәй ауыл егете Нафиҡ Фәизйәновҡа кейәүгә сыҡҡан. Ә Баныу инәй Иҙәш ауылына килен булып төшкән, ләкин иптәше фажиғәле үлеп ҡалыу сәбәпле, Әлмөхәмәт ауылына икенсегә тормошҡа сыға. 
Унан ҡала килә педагогик хеҙмәт ветераны, яҙыусы Мөнирә Кирәева. Мөнирә Хәким ҡыҙының ауыл өсөн ҡылған изгелеген һанап бөтөрлөк түгел. Оҙаҡ йылдар Ҡусҡар мәктәбенең алдынғы уҡытыусыһы булды, ул биргән тарих дәрестәрен һәр бер уҡыусыһы хәтерләйҙер. Мөғәллимә ил, республика тарихы, яңылыҡтары менән генә түгел, шанлы юлдар үткән Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренең, тыл ветерандарының, һуғыш йылдары балаларының, локаль һуғыштарҙа ҡатнашҡан ауылдаштарының исемен мәңгеләштерҙе. Үҙе уҡытыусы сағында уҡыусыларҙан йыйып алған хәтирәләрҙе һаҡлап, уҡыусыларының авторлығын һис юймайынса, “Үҙәккәйем китә үңгәҙәп...” тигән тарихи китап баҫтырҙы. Китапта теләгән һәр кем үҙенең ата-бабаһы тураһында мәғлүмәт таба ала. Әле Мөнирә Хәким ҡыҙы икенсе китабын яҙыу өҫтөндә. Хаҡлы ялда булһа ла, ул бөгөн дә йәштәргә хас дәртлелек менән емертеп донъя көтә, ауыл чатында админ булараҡ ситтә йәшәгән ауылдаштарҙы һуңғы яңылыҡтар менән таныш-тырып бара. Мәртәбәле сарала ла Мөнирә инәй ауыл тормошо тураһында телмәр тотто. 
— Ауылыбыҙ ҡыҙҙарының һәр ҡайһыһын тик маҡтап ҡына телгә алғы килә. Улар араһында медицина фәндәре кандидаттары, подполковниктар, Башҡортостан һәм Рәсәй мәғарифына тос өлөш индергән юғары белемле уҡытыусылар, алдынғы табиптар, йыр-бейеүгә маһирҙар, ғөмүмән, ниндәй генә өлкәне алһаҡ та, ҡусҡарҙар шунда емертеп эшләй ҙә, донъяһын да көтә! Ауылымдың уңған ҡыҙҙары менән ғорурланам да, һоҡланам да, — тине ул күҙ йәштәрен тыя алмайынса.
Ауылыбыҙҙың ағинәйҙәр ойошмаһын етәкләгән Рәйсә Насирйәнова ла ошо ауыл егете Хәдит Насирйәнов менән өс балаға ғүмер бүләк итәләр, тормош иптәше иртә баҡыйлыҡҡа күсте. Рәйсә Моталлап ҡыҙы йәш сағында комсомол ойошмаһына етәкселек иткән. Хаҡлы ялға тиклем иһә балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып хеҙмәт итте. Өс ҡыҙын да эйәле-башлы итеп оло тормош юлына сығарҙы.
Ләлә Ҡаһарманова Ғилметдин Ҡаһармановҡа кейәүгә сығып, бер ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләнеләр. Ҡыҙғанысҡа, улдары Ғәзиз полицияның патруль-пост хеҙмәтендә эшләгәнендә Әлмөхәмәт-Сиҙәм күперендә фажиғәле һәләк булды. Ләлә Рәшит ҡыҙы бынан ярты йыл элек тормош иптәшен дә юғалтты. Үҙе хаҡлы ялға сыҡҡансы балалар баҡсаһына етәкселек итте. Хәҙер ҙә ул буш ултырмай, Магнитогорск ҡалаһында дауаханала эшләй.
Ауыл Советы депутаты, оҙаҡ йылдар ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләгән Гөлниса Ниғмәтуллина ла тыуған ауылын ташламаған. 
– 2018 йылда тәүге тапҡыр ошо байрамды мәҙәниәт йортонда үткәргәйнек. Унда ла кеше күп булды, әммә ҡыҙғанысҡа, бөгөн уларҙың күптәре беҙҙең арала юҡ инде, — тине ул үҙенең сығышында.
Башланғыс мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән Ләйсән Хажина ла яҙмышын ауыл менән бәйләгән. Ләйсән Хәдит ҡыҙы уҡыусылары һәм ауылдаштары араһында хөрмәт ҡаҙанған абруйлы мөғәллимә, шулай уҡ йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусы ла. Тормош иптәше махсус хәрби операцияла хеҙмәт итә. Бер ҡыҙ һәм бер ул үҫтерәләр.

Ярты ауыл ҡыҙҙары – педагогтар
Уҡытыусылыҡҡа уҡып сығып, һөнәренә тоғро ҡалып эшләгән һәм тормошон икенсе өлкә менән бәйләгән Ҡусҡар ҡыҙҙарын һанап бөткөһөҙ. Байрамға ҡайтҡандар араһында ғына әллә нисәмә уҡытыусыны барланыҡ. Ә килмәгәндәре менән бергә һанай башлаһаң, осона сығырлыҡ та түгел. Шуға ла мәҡәләбеҙҙең был өлөшөндә тик байрамда ҡатнашҡан уҡытыусы ҡыҙҙар тураһында ғына бәйән итәбеҙ. 
Иң ололарынан — Мөнирә Кирәева. Сания Хәкимова 93-сө һөнәрселек училищеһында 40 йыл студенттар менән эшләй. Ул  тәрбиә эштәре буйынса мастер ҙа булған, һуңынан тәрбиәсе булып күскән. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, шулай уҡ төбәк министрынан маҡтау ҡағыҙы ла алған. Апайлы-һеңлеле Венера һәм Земфира Мамлеевалар ҙа – мөғәллимәләр. Венера Иосиф ҡыҙы оҙаҡ йылдар Абҙаҡта уҡытып, хаҡлы ялға сыҡҡан, ә Земфира апай бөгөн дә 1-се һанлы Асҡар мәктәбендә балаларға математика серҙәрен төшөндөрә. Хеҙмәт юлын тыуған ауылында башлап, һуңынан Таһир Кусимов исемендәге гимназияла ябай уҡытыусынан башланғыс кластар буйынса директор урынбаҫары вазифаһына тиклем үрләгән Әлфиә Минһажева ла маҡтауға лайыҡ. Йәшерәктәрҙән Исҡужа башланғыс мәктәбен оҙаҡ йылдар етәкләгән, ләкин белем усағы ябылыу сәбәпле, Ишҡол ауылына йөрөп эшләгән  Гүзәл Дәүләтбаева, Рысҡужа башланғыс мәктәбен гөрләткән, район буйынса башланғыс класс уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе Айгөл Хәкимованы телгә алыу мотлаҡ. Шулай уҡ мәғариф өлкәһендә ҡанаттарын Ҡусҡар мәктәбендә нығытҡан, һуңынан Таһир Кусимов исемендәге гимназияла, район балалар ижад йортонда хеҙмәт иткән, бөгөнгө көндә йәш техниктар станцияһында директор вазифаһын башҡарған Айгөл Бәшәрованың да яҙмышы мәғариф өлкәһе менән бәйле. 

Татыулыҡҡа тау ҙа ҡыҙыҡҡан
Уҡытыусылар тигәндән, бер класта белем эстәгән дүрт әхирәт ҡыҙ тураһында айырым бәйән итергә булдыҡ. Гөлнара Илһамова, Рәзилә Ғилманова, Гөлниса һәм Зилиә Ҡаһармановалар тураһында был өлөш. Ҡусҡар һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, бер-береһенән айырыла алмай дүртәүләшеп Магнитогорск педагогия колледжына уҡырға инә улар. Гөлнара, Гөлниса һәм Зилиә башланғыс кластар, ә Рәзилә физкультура уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. Бер бүлмәлә йәшәйҙәр, бер-береһенең холоҡ-фиғелдәрен дә яттан белеп бөтәләр. Шаян, шул уҡ ваҡытта шәп ҡыҙҙар училищены тамамлағас, төрлө тарафтарға тарала, әммә дуҫлыҡ ептәре өҙөлмәй, киреһенсә, йылдар үтә килә нығый ғына бара.
Гөлнара Илһамова педучилищенан һуң Асҡар мәктәбенә эшкә ҡайта. Һуңынан оҙаҡ йылдар район мәғариф бүлегенең башланғыс кластар буйынса әйҙәүсе белгесе була. БР мәғариф алдынғыһы Магнитогорск ҡалаһының педагогия колледжында ла студенттарҙы уҡыта. Бөгөн иһә “Осҡон” гәзитендә хеҙмәт итә. Тормош иптәше менән бер ул, бер ҡыҙ үҫтергәндәр. Ике ейәнсәргә өләсәй. 
Рәзилә Ғилманова Таҡһыр ауылына кейәүгә сыға һәм шунда төпләнеп ҡала. Таҡһыр мәктәбендә физкультуранан оҙаҡ йылдар уҡыта, әллә нисә быуынды сәләмәт тормошҡа ылыҡтыра. Белем усағы башланғыс кластарға тиклем ҡыҫҡартылғас, һөнәрен алмаштырып, тормош иптәше менән Магнитогорск ҡалаһына ла йөрөп эшләргә тура килә. Бәхеткә күрә, ауыл эсендә эш тә табыла. Урындағы мәҙәниәт йортона клуб мөдире итеп тәғәйенләнә. Рәзилә Нөғәмән ҡыҙы ауыл Советы депутаты ла, бигерәк тә МХО-ла булғандарға гуманитар ярҙам ебәреүҙә, һалдаттарҙың туғандарына ярҙам итеүҙә әүҙем ҡатнаша. 
Зилиә һәм Гөлниса Ҡаһармановалар — ике туғандар. Зилиә Ғимал ҡыҙы Силәбе өлкәһенең Коркино ҡалаһына йүнәлтмә буйынса эшкә китә һәм шунда тормош иптәшен осратып, эшләгән урынында таштай бата. Һөнәре буйынса белем бирә,  рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы дипломын да ҡулына ала. Һәр эшкә яуаплы ҡарағаны өсөн уны  2010  йылда мәктәпкә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Мәғариф өлкәһендәге стажы – 36 йыл, ә директор булараҡ 14 йыл инде арымай-талмай эшләй, тырыш хеҙмәте Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы менән билдәләнгән. Татьяна исемле бер ҡыҙ үҫтергән, өләсәй. 
Гөлниса Низам ҡыҙының хеҙмәт юлы мәҙәниәт һәм мәғариф араһында уҙа. Йүнәлтмә буйынса Силәбе өлкәһенең Бугадак мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй, һуңынан тыу-ған ауылына ҡайтып төпләнә. Урындағы мәҙәниәт йорто мөдире, белем усағында оҙаҡ йылдар уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары булып хеҙмәт итә. Ауыл Советы депутаты, 12 йыл ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булараҡ ауылдың бөтә эшендә лә әүҙем ҡатнаша. Әлеге мәлдә Рауил мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, ауылдағы китапханала китапханасы булып эшләй. 
Дүрт класташ һәм дүрт әхирәттең ҡулға-ҡул тотоношоп эшләүҙәренә һәм бер-береһенә терәк-таяныс булып йәшәүҙәренә 49 йыл ғүмер үткән. Уй-фекерҙәре һәм донъяға ҡараштары береккән был дүрт таған кеүек әхирәттәр бөгөнгө көндә лә барлыҡ байрамдарҙы бергә үткәрә, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы һәм борсолоуҙарҙы бергә кисерә. 
Сарала ла был ҡыҙҙар иң әүҙемдәре булғандыр, йәшлек һәм баласаҡ мәлдәрен һағынған дүрт таған сәхнәлә “Ҡайтам әле тыуған яғыма” йырын йырлап, тамашасыларға дәрт өҫтәне. 

Тыуған төйәк  тарта үҙенә
Йәнтөйәген һағыныу һағышын йыр менән баҫып, Ҡусҡарҙан алыҫ төбәктәрҙә төпләнгән ауылдаштарыбыҙ ҙа булды был байрамда. Беҙҙең ҡыҙҙар республикала ғына түгел, донъя буйлап таралған. Мысыр яғында, Ҡаҙағстан илендә, Татарстан республикаһында, Силәбе өлкәһендә, Сорғот ҡалаһында, Башҡортостандың Салауат ҡалаһында, Саҡмағош районында йәшәйҙәр улар. 
Йыраҡ араларҙы яҡынайтып, океандар һәм әллә нисәмә тауҙар аша артылып Ҡусҡарға ҡайтҡан ҡыҙҙарҙың береһе – Әлиә Ғиззәтова. Ул Каир ҡалаһында йәшәй. 
Фәниә Минһажева Салауат ҡалаһында төпләнгән. Йоматау ауыл хужалығы техникумында уҡыған студент ҡыҙҙар шифаханаға киске уйынға йөрөр булған, ә Фәниә Хөрмәт ҡыҙының буласаҡ тормош иптәше Афған һуғышы ветераны булараҡ шифаханала ял иткән. Фәниә апай тыуған яғына ҡайтып, райком профсоюзында эшләп йөрөгән була. Һылыу ҡыҙға тәү күреүҙән ғашиҡ булған егет ҡыҙҙы эҙләп Әбйәлилгә килә. “Һине Салауаттан егет эҙләп килгән” тигәндәрен бөтәһе лә Салауат ауылынан килгән егет икән тип ҡабул итә. Баҡтиһәң, ул Салауат ҡалаһы егете була. Йәштәр ике арала гөрләтеп туй яһай һәм егеттең яғына күсеп китә. Ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр, Фәниә апай иҡтисадсы, һатыусы, ашнаҡсы ярҙамсыһы булып эшләгән һәм хаҡлы ялға сыҡҡан. 
Тағы ла алыҫтан ҡайтҡан ҡыҙҙар араһында үрҙә яҙылған Зилиә Ҡаһарманова ла бар ине. 
Ошо урында алыҫта  йәшәп, бөгөнгө көндә ауылға ҡайтып төпләнгән ҡыҙҙарҙы ла телгә алайыҡ. Фәимә Мөлөкова оҙаҡ йылдар Когалым ҡалаһында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, Ҡусҡарға ҡайтып төпләнде, әсәһен ҡарай. Миәс ҡалаһында йәшәп, ауылдан өй һатып алып, йәшәргә ҡайтҡан Мәҙинә Мамлеева, илебеҙҙең баш ҡалаһында йәшәгән Нәфисә Бәшәрова ла тыуған нигеҙен ташламай. Тик уларҙың береһе лә байрам тантанаһында булманы. 

“Әсәлек даны” миҙалын алыусылар 
Был юғары наградаға лайыҡ булыусы ҡыҙҙарыбыҙ ҙа булды байрамда. Улар араһында иң олоһо – Ғәлиә Мортазина. Биш балаға ғүмер биргән Ғәлиә Таяр ҡыҙы балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләгән, хәҙер хаҡлы ялда. Улар тормош иптәше менән 4 малай һәм 1 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Башҡортостандың беренсе Президенты М. Ғ. Рәхимов ҡулынан “Әсәлек даны” миҙалын алған.
Гөлсинә Дәүләтшина Юлдаш ауылында йәшәй. Ул да биш балаға әсәй. Байрамға бер туған апайы Гүзәл менән килде улар. Апайлы-һеңлеле ҡыҙҙар Юлдаш ауылының Шаһивәлиевтар заты килендәре.
Бер туған апайлы-һеңлеле Вәсилә һәм Зөлфиә Махийәновалар ҙа Әбделмәмбәт ауылына килен булып төшкәндәр. Вәсилә Ишбулат ҡыҙы балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй, биш балаға әсәй. Зөлфиә Ишбулат ҡыҙы- ның да биш балаһы бар. Ҡошсоҡтарына матур тәрбиә биргән әсәйҙәр миҙал алып ҡыуанғандар.

Ҡусҡар ҡыҙының йәне йәннәттә булһын!
Тормош беҙ теләгәнсә генә бармай. Күпме пландар ҡорһаҡ та, Аллаһы Тәғәлә үҙенекен эшләй, бөтә нәмә уның ҡулында. Иртән байрамға ҡайтабыҙ, ауыл урамдарынан үтербеҙ тип күптәр хыялланһалар ҙа, ул көндө Ҡусҡар ҡыҙы ауыл зыяратына ҡайтып ятты. Шуға күрә лә ауыл урамдары менән таныштырыу сараһы булманы, мәйетте тәрбиәләгәнсе тынлыҡ урынлашты. 
Ауылда тыуып үҫеп, мәктәбебеҙҙә белем алып, яҙмышын Магнит ҡалаһы менән бәйләгән ауылдашыбыҙ Рәйлә Нурислам ҡыҙы Ғәлиуллинаның оҙаҡ ауырығандан һуң, ғүмере өҙөлдө. Рәйлә Нурислам ҡыҙы Баймаҡ районы егете Рафиҡ менән яратышып йәшәп, матур, етеш ғүмер юлын үткәндәр, ике бала үҫтереп, аяҡҡа баҫтырғандар. Икеһе лә барлыҡ хеҙмәт юлдарын ММК менән бәйләп, хаҡлы ялғаса шунда эшләнеләр.  Рәйсә Нурислам ҡыҙын һуңғы юлға оҙатҡас, уның бер туған апай-һеңлеләре Рәйсә, Рәбиҙә, Нурия, Әнүзә, ике туған апайҙары Әлфиә, Зөлфиә сарала ҡатнашты. Ҡыҙҙар ҡайта ауылға көнөндә тыуған төйәгенә ҡайтып тыныслыҡ тапҡан Ҡусҡар ҡыҙының йәне йәннәттә булһын! 

Байрам матур уҙҙы
Байрамдың клубта үткән рәсми өлөшөн бик ойошҡанлы, йөкмәткеле итеп Ләйсән Хажина һәм Гөлфиә Ниғмәтуллина алып барҙы. Алып барыусыларҙың мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн ауылда, алдан әйтеүебеҙсә, иң оло ҡыҙ Зифа Мортазина булһа, иң бәләкәй ҡыҙ — Линиза Бәшәрова. 
Тамаша залы ҡыҙҙарҙы йәшлек иленә алып ҡайтҡан, уҡыусы саҡтарын хәтерләткән Бөтә Союз коммунистик йәштәр ойошмаһының Ҡыҙыл байрағы һәм күсмә вымпел менән биҙәлгән ине. 
Тантаналы өлөштән һуң, мәҙәниәт йортонда табын әҙерләнде, ҡыҙҙар сөкөрләшеп сәйҙәр эсте, һөйләшеп һүҙҙәре, уртаҡлашып хәтирәләре бөтмәне. Уйын-көлкөгә лә урын табылды. Унан һуң клубта ритайым ойошторҙолар. Ауыл өҫтөндә байрам кәйефе таңға тиклем дауам итте. Беҙ – бергә, Ҡусҡарыбыҙ гөрләтеп йәшәне, йәшәй һәм йәшәйәсәк!
Г. ХӘСӘНОВА.

Читайте нас