Атайсал
2 Декабрь 2024, 05:05

Ил онотмаҫ ҡыйыу улдарын

Ҡушый ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары иҫтәлегенә ҡуйылған таҡтаташ яңыртылды. Ауыл клубы янында ҡуйылған обелиск янында һуғыштан һуң оҙаҡ йылдар колхозда ферма мөдире булып эшләгән Мәһәҙей Сөләймәновтың тыуыуына 100 йыл тулыуы айҡанлы уның да исеме мәңгеләштерелде.

 Был изге эште ауылдың күренекле шәхесенең балалары башлап ебәрҙе, ә сығымдарын республикала билдәле эшҡыуар, «Мастер зрения» оптика селтәрҙәре хужаһы, Мәһәҙей Сөләймәновтың ейәне Динар Әхтәр улы Шәһиев үҙ өҫтөнә алды.
Мәһәҙей Илһам улы 1924 йылдың 7 мартында Ҡушый ауылында тыуа. 1942-1947 йылдарҙа һуғышта була. 1948 йылда Яңылбикә Мырҙагилдинаға өйләнеп, бер ул, алты ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Мәһәҙей Илһам улы хаҡлы ялға сыҡҡансы XXII партсъезд исемендәге колхозда ферма мөдире булып эшләй. Тырыш, талапсан, эшһөйәр бригадирҙың абруйы хужалыҡ етәкселеге, колхозсылар, ауылдаштары араһында ҙур була.
Мәртәбәле сараны асып, ауылдың имамы Азат Көмөшбаев ил азатлығы өсөн ҡорбан булған яҡташтары, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа намыҫлы хеҙмәт юлы үткән ауылдаштары, шул иҫәптән Сөләймәновтарҙың ҡәҙерле ата-әсәләре – Мәһәҙей Илһам улына һәм Яңылбикә Уйылдан ҡыҙына аят бағышланы.
Сараға район советы секретары Булат Исламбаев һәм Дәүләт ауылы биләмәһе башлығы Фәнгиз Искәнйәров килделәр. «Таҡтаташты яңыртып асыу – ил бойондороҡһоҙлоғо өсөн йәнен-тәнен аямаған, хатта башын һалған ҡаһармандарҙы онотмауҙы, улар хаҡында изге хәтирәләр һаҡлауҙы күрһәтә.  Атай-олатайҙарыбыҙ Ватан өсөн ҡаһарманлыҡ күрһәтеүен оноторға тейеш түгелбеҙ. Таҡтаташты ҡуйыуға ҙур көс һалған Сөләймәновтарҙың балаларына, ейәндәре Динар Әхтәр улына, ошо изге эштә ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла хакимиәт исеменән һәм  үҙемдең исемдән рәхмәтемде белдерәм», – тине Булат Юныс улы.
– Олатайыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм шуның менән ғорурланам. Шуға күрә мин фронтовиктарҙың исемдәрен мәңгеләштереүҙе бурысыбыҙ тип һананым. Олатай-өләсәйем алдындағы изге бурысымды үтәнем. Туғандарыма ниәтемде белдергәс, һәр ҡайһыһы ярҙам итте. Ауылдың ир-егеттәре урын әҙерләште, таҙарттылар, ҙур плитәләр һалдылар. Батырҙарыбыҙҙың исемдәре хәтерҙән юйылмаясаҡ. Һәр эштә берҙәм, бергә булған туғандарым менән ғорурланам, – тине Динар Әхтәр улы.
Мәһәҙей Сөләймәновтың тағы бер ейәне, эшҡыуар, “Сәк-Сәк” икмәкхана хужаһы, Ҡушыйҙа үткән күп сараларҙа бағыусы Рөстәм Әхтәмов күптән түгел ауыл клубы сәхнәһенә шаршауҙар алып биргән,  һуғыш батырҙары иҫтәлегенә таҡтаташ яңыртыуға ла үҙ өлөшөн индергән. Бына ниндәй изге күңелле, ярҙамсыл Сөләймәновтар нәҫелдәре!
Таҡтаташ асыу тантанаһынан һуң, сара клубта дауам итте. Бында Мәһәҙей  Сөләймәновтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтте. Сараны Фәнгиз Мостафа улы асып, ветерандарҙың фиҙаҡәрлеген, ҡаһарманлығын иҫкә алды. Ил батырҙарын хөрмәтләп, таҡтаташ ҡуйыуға бағымсылыҡ иткән  Динар Шәһиевҡа, Сөләймәновтарға ҙур рәхмәт белдерҙе. Артабан Мәһәҙей Сөләймәнов менән бергә эшләгән ауылдаштары үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлашты. 
Унан инде концерт программаһын Мәһәҙей Илһам улының тағы ла бер ейәне Айнур Мырҙағәлин «Атайыма» һәм «Әсәйемә» йырҙары менән асып ебәрҙе. Мәһәҙей Сөләймәновтың балалары, ейәндәре ата-олатайҙарын тик йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды, уларға арнап  шиғырҙар уҡыны. Мәҙәниәт йорто мөдире Фәнүзә Дәүләтова етәкселегендә ауылдың һәүәҫкәр әртистәре тарафынан ойошторолған йыр-бейеүҙәр барыһының да күңеленә хуш килде.
Г. БАЯЗИТОВА.

Читайте нас