Район үҙәге йылдан-йыл үҫә, матур, яңы урамдар барлыҡҡа килә, заманса йорттар ҡалҡа. Үҙҙәре үк ҙур ауылдай булған биҫтәләре генә әллә күпме. Ә бына Асҡарҙың иң тәүге — Көньяҡ биҫтәһенә ярты быуат элек үк нигеҙ һалыныуын күптәр белмәйҙер әле. Йәмле йәйҙең бер көнөндә бында шаулап-гөрләп «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы уҙҙы.
Көньяҡ биҫтәлә йәшәүселәр осрашыуға ныҡлы әҙерләнгәне күренеп тора. Былай ҙа төҙөк, таҙа урамдарҙа тулы тәртип, бер ҡый үләне юҡ, йорт-ихата тирәләре яңырған, буялған, ҡупшы баҡсалар, күркәм ҡапҡалар барлыҡҡа килгән. Ҡунаҡтарҙы ҡаршылауға яуаплы ҡараған уңған хужаларҙың донъялары сынъяһау, ә баҡсаларында ни генә үҫмәй, төрлө сәскәләр күҙ яуын ала. Район Советы секретары Булат Исламбаев, Асҡар биләмәһе хакимиәте башлығы Тәлғәт Әғзәмов етәкселегендәге ҙур делегация урамдар буйлап үтте.
Иҙәш буйында мал, ҡош-ҡорт тотоу өсөн уңайлы урында Зәки Ғайсин иң тәүге булып 1979 йылда йортона нигеҙ һала. Ул мәлдә район үҙәгенең ҡеүәтле предприятиелары — СХТ, ХСМУ, МСО-МПМК, ПМК, райпо, комхоз, подстанция, колхоз-ара урман хужалығы һ.б.үҙенең эшселәрен торлаҡ менән тәьмин итә. Биҫтәлә ошо маҡсатта күпләп йорттар төҙөү башлана. Һәм ХСМУ иң беренселәрҙән булып Зәки Ғәниевтың ғаиләһенә торлаҡ бирә. Артабан бында үҙ йортонда йәшәргә теләгән һәр кем өй һала башлай.
Урамдар исемдәре үк бында хеҙмәтсән халыҡ йәшәүен һөйләй — Мелиораторҙар, Механизаторҙар, Төҙөүселәр. Биҫтә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҙурая, юлдар һалына, 1990 йылда «Сулпан» магазины асыла. Полиция бинаһы, бер ике ҡатлы, ике өс ҡатлы йорттар төҙөлә. Көньяҡ биҫтәһенең барлыҡҡа килеү тарихы менән ошонда йәшәгән мәғариф ветераны Гөлсөм Хәкимова таныштырҙы.
«Осҡон» гәзитендә биҫтәлә тәүге төҙөлөш эштәр башланыуы тураһында 1980 йылдың 21 авгусында яҙылып сыҡҡан. Район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары М. Ғилма-нованың мәҡәләһендә «Асҡарҙа 50 гектар майҙанда үҙенең ихаталары булған йорттарҙан торған яңы биҫтә барлыҡҡа киләсәк» тиелгән.
Биҫтәлә нигеҙҙә йәштәр төпләнә, һәр ғаиләлә икешәр-өсәр бала үҫә. Һәр кемдең үҙ транспорты булмаған, Асҡар эсендә автобустар йөрөмәгән мәлдә балаларҙы биҫтәлә йәшәүселәр үҙҙәре әйтмешләй, «центрға» йөрөтөү анһат булмай. Шуны күҙ уңында тотоп, бында өс ҡатлы ҙур мәктәп төҙөлә башлай. 1994 йылда Асҡарҙың икенсе мәктәбе (хәҙер Таһир Кусимов исемендәге гимназия) сафҡа индерелә. Белем усағының беренсе директоры Ришат Садиҡов була. Бәләкәстәр өсөн «Тирмәкәй» балалар баҡсаһы асыла. Биҫтәлә балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, уның янында хоккей майҙансығы урынлашҡан. Ҡышҡы яңы йыл әкиәт ҡаласығы ла бында төҙөлә һәм йыл һайын район үҙәге халҡы, ҡунаҡтар рәхәтләнеп күңел аса.
Әлеге ваҡытта Көньяҡ биҫтәһендә 15 урам, 700 йорт иҫәпләнә, бөтәһе 1,8 меңгә яҡын кеше йәшәй. Матур, ыҡсым биҫтә үҙенең тырыш кешеләре, татыу ғаиләләре менән дан тота. Бында билдәле яҡташыбыҙ, башҡорт композиторы Рафиҡ Сәлмәнов, полиция начальнигы Рәйес Усманов, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, тәүге булып РФ Президенты Грантын алыусы Фәриҙә Ғөбәйҙуллина, собес етәксеһе Рим Ғөбәйҙуллин, танылған педиатр Зилә Насирова, шағирә, уҡытыусы Зөһрә Кашапова, урман хужалығында эшләгән Азат Әхмәтйәнов, «Уралсиб» банкы филиалы етәксеһе Марат Шәрәфетдинов, Шафиҡ Әминев-Тамъяниҙың исемен тергеҙеүгә күп көс һалған Шамил Әминев, адвокат Йәүҙәт Дәүләтбаев, РЭС-тың баш инженеры Рауил Ласынов, педагогик хеҙмәт ветераны Юлай Әғзәмов, район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Уразбай Йомағужин, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе Әҡсән Тутаев, педагог Рәйсә Байегетова, уның ире, район эске эштәр бүлегенең енәйәти эҙләү бүлексәһе начальнигы Рәшит Байегетов ғүмер иткән. Оло хөрмәткә лайыҡлы ауылдаштар тик яҡшы яҡтан хәтерҙә ҡалған.
Көньяҡ биҫтәһе районға ғына түгел, республикаға билдәле шәхестәр биргән. Бында райондың элекке етәкселәре Заһир Ғәлин, Динир Әхмәтйәнов, Марат Хәлисов, Азат һәм Наил Әхтәмовтар, Әсләм Итекәев, Урал Хәлисов йәшәп киткән. Әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары булып эшләгән Нәркәс Хәйруллина ошо биҫтәлә тыуып-үҫкән.
Оҙаҡ йылдар яуаплы вазифаларҙа эшләп, бөгөн хаҡлы ялдағы Рәүеф Манапов, Сәләх һәм Альмира Йома-ғужиндар, Ҡотдос һәм Нәзилә Ғәзизовтар, Сөйөмбикә Әғзәмова, Лена һәм Ғәлим Дәминдаровтар, Еңеү Әхмәтйәнов, Әминә Ғилманова, Хәтимә Ишмөхәмәтова, Рафаэль Мәсәлимов, Мәүлитйән Исламов, Кираметдин Хөснөтдинов, Салауат Хамматов, Фирүзә Мәғәфүрова, Нәзирә Исламбаева, Әҡсән һәм Рәсилә Әбү-шахмановтар, Рәүеф Сәғитов — биҫтәнең өлгөлө кешеләре. Бөгөнгө көндә Булат Исламбаев, Ишморат Әминев, Илфат Ғүмәров, Кәрим Ҡолмөхәмәтов, Айрат Хәкимов, Гүзәл Шаһыбалова, Таңсулпан һәм Азамат Йомағужиндар, Фәриҙә Әхмәтова, Ласын Усманов район халҡы мәнфәғәтендә арымай-талмай эшләйҙәр. Биҫтәнең ғорурлығы булған атҡаҙанған мәғариф, медицина, мәҙәниәт хеҙ-мәткәрҙәре, билдәле эшҡыуарҙар бихисап. Улар — Римма Солтанова, Гөлсирә Әхмәткирәева, Радмир һәм Миңлегөл Солтанбаевтар, Зөлхиә Исхаҡова, Элиза Ҡунафина, Әнүзә Исхаҡова, РФ Президенты Грантына эйә Мәфрүзә Мөхәмәтдинова, Асия Лотфуллина, Хәлиҙә Сибәғәтуллина. Рәсәйҙең почетлы мәғариф хеҙмәткәрҙәре Гөлсөм Хәкимова, Зөһрә Хөбитдинова, Зөлфирә Щеклеева. Улар барыһы ла балаларына лайыҡлы тәрбиә биргән, матур итеп донъя көтә, бөтә яҡтан өлгөлө ғаиләләр.
Бына шундай биҫтәлә осрашыу ҙа шәп үтте. Һәр ерҙә уйын-көлкө, икмәк-тоҙ менән ҡаршы алдылар. Уңған хужабикәләр байрам ҡунаҡтарына мул һыйлы табын әҙерләп, милли ризыҡтарҙан, һәр төрлө бәлеш, ҡоймаҡ, йыуасаларҙан ауыҙ иттерҙе, күпереп торған буҙа-ҡымыҙ менән һыйланы. Ҡул эштәренә маһирҙар ҡуйған күргәҙмәләрҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың оҫталығына, бәйләнгән-сигелгән, мәрйендән теҙелгән әйберҙәрҙең матурлығына һоҡланмаған кеше ҡалманы.
Осрашыуҙың рәсми өлөшө Иҙәш буйындағы матур аҡланда уҙҙы. Биҫтә халҡын һәм ҡунаҡтарҙы Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Тәлғәт Әғзәмов тәбрикләне.
— Асҡарҙа «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы тәүге тапҡыр уҙҙы, быға тиклем урамдар байрамы ғына ойошторола ине. Быйылдан биҫтәләрҙә осрашыу үткәрергә ҡарар иттек. Киләһе йылда Төньяҡ биҫтәһендә уҙғарырға ниәтләйбеҙ. Бөтәгеҙ ҙә күрәһегеҙ, биҫтә халҡы берҙәм, дәррәү байрамға ныҡлы әҙерләнгән. Ойоштороу комитеты рәйесе Йәмил Баймырҙинға, йорт-ихаталарын төҙөкләндергән хужаларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, артабан да имен тормош теләйем, — тине Тәлғәт Наил улы.
Район Советы рәйесе Ишморат Әминев биҫтә халҡын район хакимиәте һәм Советы исеменән ҡотлап, 30 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы.
— Был матур байрам беҙҙең районда күркәм йолаға әйләнде. Уға яҡташыбыҙ Ғәли Ишбулатов башланғыс һалып, Ҡаҙмаш ауылында тәүгә ойошторғайны. Хәҙер йыл һайын Әбйәлилдең 10-15 ауылында күркәм осрашыуҙар үтә. Был байрамдың маҡсаты урам-йорттарҙы төҙөкләндереү генә түгел, туғандар, дуҫтар, класташтар, ауылдаштар менән осрашып, туғанлыҡ ептәрен нығытыу, — тине Ишморат Шамил улы. — Үҙебеҙҙең ғаилә исеменән байрам уңайынан балалар майҙансығы төҙөргә вәғәҙә итәм. Биҫтәбеҙҙә бәләкәстәрҙең шат тауыштары тынмаһын, яңғырап торһон. Байрам ҡотло булһын!
Ошо биҫтәлә оҙаҡ йылдар ғүмер кисергән кеше булараҡ, район Советы секретары Булат Исламбаев тарихҡа байҡау яһаны.
— 1974 йылда мин Асҡарға уҡырға килдем. Биҫтәнең урынында аэродром, питомник, алма баҡсаһы булды. Ярлыҡап ауылынан Биктимер апа ҡарауылсы ине. Уларҙың йорттары әле лә бар, ҡыҙҙары Гөлниса апай ҙа ошо биҫтәлә йәшәй. Тәүге йортто Зәки Ғайсин һалды, — тип һөйләне Булат Юныс улы. — Биҫтәгә рәсми рәүештә 45 йыл элек нигеҙ һалынды. 1979 йылда Асҡарҙы ҙурайтыу маҡсатында район комитеты ҡарар ҡабул итте, архитектор булып эшкә Ишбулды Әҙелмырҙин килде. Яңы урамдар төҙөлдө, уларҙың тәүгеләре — Рәүеф Дәүләтов, Рихард Зорге урамдары. Асҡарҙың бөтә предприятиелары күпләп эшселәренә йорттар һалды, әйтәйек, «Сельхозхимия» ғына 22 фатир төҙөнө. Райондың күп ойошмалары етәкселәре ошонда йәшәй. Быйыл биҫтә халҡын берләштереп, шундай матур байрам үткәрә алыуыбыҙға бик шатмын. Артабан да Көньяҡ биҫтәһе район үҙәгенең төҙөк, таҙа төбәге булһын, дөргөн, татыу булып йәшәйек!
Район Советы депутаты Йәмил Баймырҙин Ғаилә йылында ошондай ҙур сара ойошторолоуына ҡыуаныс белдерҙе, байрам үткәреүгә бағымсы булған эшҡыуарҙарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Халыҡтан йыйылған аҡсаның ошо биҫтә мәнфәғәтендә тотоноласағын әйтте.
Иҙәш буйындағы йәмле осрашыу аҡланы дәртле сығыштар, йыр-бейеүҙәрҙән гөрләп торҙо. Бергә оҙаҡ йәшәгән парҙар, өлгөлө ғаиләләр тәбрикләнде, иң ололар, бәләкәстәр бүләкһеҙ ҡалманы. Сәмле спорт уйындары, ярыштар барҙы. Күңелле осрашыуҙар, йәнле аралашыуҙар, туғандар менән күрешеүҙәрҙең татлы хисе, сағыу байрам тәьҫораттары оҙаҡ онотолмаҫ әле.
Динара САФИУЛЛИНА.