

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының быйыл үтәсәк алтынсы съезына әҙерлек сиктәрендә ҡоролтай вәкилдәренең район халҡы менән осрашыуы уҙҙы. Сараның төп маҡсаты — быйыл үтәсәк VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек барышы менән таныштырыу, Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһына таянып, халҡыбыҙҙың киләсәгенә бәйле көнүҙәк мәсьәләләрҙе билдәләү һәм уларҙы хәл итеү юлдарын асыҡлау.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиум рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова Ҡоролтай тормошҡа ашырған проекттар менән таныштырҙы. Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы буйынса Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов һөйләне һәм төп рухи йүнәлештәрҙе билдәләне. Йәнле һөйләшеүҙә дин әһеле, журналист Морат Лоҡманов ҡатнашты, халыҡтың төрлө һорауҙарына яуап бирҙе. «Башнедра» тау-геологик мираҫты, мәғарифты һәм бизнесты үҫтереү фонды президенты, Башҡортостан Республикаһы Башлығының кәңәшсеһе Рәсих Хәмитов, яҙыусы, Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы директоры Миләүшә Ҡаһарманова, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаров, Бөтә донъя башҡорттары башҡарма комитеты ағзаһы, Урал аръяғы райондары кураторы Хәлил Рәхмәтуллин, район ҡоролтайы етәксеһе Вил Илһамов ҡатнашты.
Асҡар
Йыйында йәмәғәтселек телде һаҡлау мәсьәләһенә ҡағылды. БР атҡаҙанған уҡытыусыһы Асҡар урта мәктәбендә оҙаҡ йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡан Зиниә Ғәлләмова башҡорт теленән дәреслектәрҙең башҡа фәндәргә ҡарағанда күпкә күңелһеҙерәк булыуын белдерҙе.
— Республиканың көслө башҡорт рухлы практик уҡытыусыларынан ижади төркөм төҙөү мөмкинселеге булһын ине. Беҙ үҙебеҙгә яраҡлаштырылған, яҡшы йөкмәткеле, сағыу дәреслектәр төҙөүҙә ҡатнашыр инек, — тигән тәҡдимен еткерҙе ул.
«Тәрбиә ғаиләнән башлана, иң элек балалар өйҙә башҡортса һөйләшеп өйрәнергә тейеш, минең өс балам да башҡортса һөйләшә. Ҡайҙандыр, кемдер килеп эшләргә тейеш тип көтөп ултырмағыҙ, беҙ — тупаҡтар, ҡулдан килгәндәй бөтә эште үҙебеҙ башҡарабыҙ, мәктәп төҙөүҙә дәррәү булдыҡ, клубты ла төҙөнөк. Әүҙем булырға кәрәк», — тип әйҙәне райондаштарын Тупаҡ ауылында йәшәүсе Марсель Хамматов.
Район ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Гөлзифа Ғафарова ауыл ерендә, яҡында эш урындары булдырыу мәсьәләһен күтәрҙе. «Ғаилә башлыҡтары ҡырҙа эштә, бала тәрбиәләү, йорт-ҡура, хужалыҡ ҡатын иңендә. Бындай шарттарҙа ғаиләлә балалар тейешле тәрбиә аламы? Ер мәсьәләһе лә бар. Йорт төҙөр өсөн ер кәрәк, ә ер юҡ, уны аукцион аша тәҡдим итәләр. Был проблеманы нисек хәл итергә? Балалар өсөн төрлө сараларҙы башҡортса үткәрергә кәрәк, был тәңгәлдә уҡытыусыларға, яҙыусыларға башҡортса сценарийҙар яҙып интернет селтәрҙәрендә таратырға тәҡдим итәм, — тине ул.
Юлдар төҙөкләндереү проблемаһын да күтәреүселәр булды. Был юҫыҡтағы һорауҙарға Вадим Ғафаров аныҡ яуап бирҙе.
— Бизнес менән шөғөлләнгән Әбйәлил йәштәренә рәхмәт һүҙҙәре еткерәм, улар эштәрен дә уңышлы алып баралар, мәсеткә лә ҙур ярҙам күрһәтәләр. Йәш быуында телгә ҡарата ҡыҙыҡһындырыу уятыуға иғтибар бирергә кәрәк. Йәштәрҙең иманға ҡайтыуы ҡыуаныслы, — ошо тәңгәлдә бик күп фекерҙәр әйтеп китте дин әһеле Морат Лоҡманов. Балаларға дөрөҫ дини әсбаптар менән ярҙам итеү кәрәклеге лә асыҡланды сарала.
Хәлил Рәхмәтуллин республикала ирҙәр ҡоро эшмәкәрлеген көсәйтергә тәҡдим итте, ошо тәңгәлдә билдәләнгән эштәр менән таныштырҙы.
Күбәләк ырыуы башлығы Исрафил Йәнсәйетов әбйәлилдәрҙе борсоған уртаҡ проблемаларҙы билдәләп үтеү менән бер рәттән, аныҡ тәҡдимдәр ҙә индерҙе.
Амангилде
Сара кис һуң ғына башланыуға ҡарамаҫтан, эргә-тирәләге ауылдарҙан да бихисап кеше йыйылғайны. Клуб залы туп-тулы булыуы, улар араһында төрлө йәштәге ирҙәрҙең күплеге кешеләрҙең киләсәгенә, халыҡ яҙмышына битараф булмауын иҫбатлай. Был кистә төрлө темалағы һорауҙар, уй-фекерҙәр яңғыраны. Мәҫәлән, Амангилде халҡын тәүге сиратта ауылдағы мәктәптең ябылыуы борсой. Асыҡланыуынса, бынан илле йыл самаһы элек төҙөлгән ике ҡатлы кирбес мәктәп авария хәлендә һәм ағымдағы йылдың февралендә бөтөнләй ябылған. Балалар Әбделғәзе, Үтәгән мәктәптәренә йөрөп уҡырға мәжбүр. Был проблеманы күтәргән амангилделәр ауылда йәш, күп балалы ғаиләләрҙең күплеген, уларҙың бында йәшәргә һәм эшләргә теләүен белдерҙе. Әлбиттә, мәктәп төҙөү мәсьәләһе төрлө кимәлдәге власть вәкилдәре өсөн өҫтөнлөклө мәсьәлә булырға тейеш — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова был йәһәттән булышлыҡ итәсәген белдерҙе.
БР атҡаҙанған уҡытыусыһы, хаҡлы ялда ла район өсөн янып торған Фәүҡинур Сафина ла әсенеп һөйләне: «Телде юғалтыу мәсьәләһе районыбыҙҙа бик киҫкен тора. Беҙ көрсөккә килеп терәлдек. Ата-әсәләр менән бәйләнеште нығытырға кәрәк, сөнки йәштәрҙең үҙҙәрендә рух көсөн арттырыу өҫтөндә системалы эш алып барыу мөһимлеге килеп тыуҙы. Виртуаль донъяла йәшәүсе балаларҙы йәлләйем, уҡытыусыларҙың ғына тырышлығы етмәй, ғаиләнән килгән тәрбиә юҡ. Ауылыбыҙ иманлы, динде тотҡандар күп кенә. Беҙҙең стратегик план булырға тейеш, тәрбиә имандан башлана. Әйҙәгеҙ «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашайыҡ, телебеҙҙе үҫтерәйек». Гәзит-журналдар ваҡытында килеп етмәүен, иҫкергән яңылыҡтарҙы уҡырға тура килеүен дә борсолоп һөйләне ул. Эльвира Айытҡолова Рәсәй почтаһының эшен федераль кимәлдә хәл итеү кәрәклеген белдерҙе. Юлдаш радиоһын, БСТ тапшырыуҙарын ҡарай алмауҙарына зарланды амангилделәр.
Буранғол ауыл биләмәһе башлығы Фуат Мәхмүтов, 40 йыл фельдшер булып эшләгән Нурия Усманова бер һүҙҙән булды. «Ишкилде ауылы «Айыҡ ауыл» конкурсында ике йыл рәттән ҡатнашып та урын алмауҙары аяныслы, эшләмәгән эштәр ҡалманы, әүҙем эшләгән ауылдаштарҙың хеҙмәте тейешле баһаланмауы үкенесле. Халыҡ әүҙем, татыу, республика кимәленә сығарып күрһәттек, башҡа ауылдар менән таныштыҡ. Республика ойоштороу комитеты ағзалары конкурс барышында урындарға килеп ҡараһын ине», — тигән теләктәрен еткерҙе улар. Яҡташтарының һәм тыуған ауылының яҙмышына битараф булмаған Ишкилде ауылы ҡыҙы Гөлсиә Шаһивәлиева башҡа-ларҙы ла әүҙемлеккә саҡырҙы.
Рысҡужа ауылынан өс бала атаһы Илнур Яҡупов көнүҙәк һорауҙарҙы күтәрҙе.
— Ҡоролтай тарафынан дөрөҫ йүнәлеш алынған, тик нисек башҡорт халҡын берләштерергә, талаш-тартҡылаштарҙы нисек бөтөрөргә уйлайһығыҙ, ошо юҫыҡта уйланырға кәрәк. Милли аңлы, рухлы бизнес кешеләрен үҫтерергә ине. Информацион-мәғлүмәти һуғыш заманында беҙгә үҫеп килгән быуынды тәрбиәләргә кәрәк. Балаларҙа телгә һөйөү тәрбиәләү өсөн шарттар булдырыу мотлаҡ. Әйтәйек, ни өсөн балалар бик яратып ҡараған «Маша и медведь» кеүек популяр йәнһүрәттәрҙе тыуған телебеҙгә тәржемә итмәйҙәр? Татар телендә бар, ә беҙҙә ундай сифатлы тәржемәле тапшырыуҙар юҡ. Беҙҙең имам үҙенең инициативаһы менән мәсеттә балалар өсөн дини дәрестәр бирә башланы, ошо башланғысты башҡа ауылдар ҙа күтәреп алһын ине, — тип һананы ул проблемаларҙы. Шулай уҡ, спиртлы эсемлектәр һатыу нөктәләрен ябыу юлын ябайлаштырырға кәрәклеге тураһында ла үҙ фекерен әйтте.
Амангилде ауылында иманлы кешеләр йәшәй — осрашыуға бик күп дин әһелдәре килгәйне. Улар ҙа уй-фекерҙәре менән бүлеште, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, журналист, дин әһеле Морат Лоҡманов диндең йәмғиәттәге роле, әһәмиәте хаҡында сығыш яһаны, халыҡты иманлы, бәрәкәтле юлға йүнәлтеү йәһәтенән һәр саҡ хеҙмәттәшлеккә әҙерлеген белдерҙе.
Ҡаҙмаш урта мәктәбе директоры Зариф Атауллин ФАП-тың авария хәлендә булыуын әйтеп, уңайлы шарттар булмау сәбәпле медицина хеҙмәткәрҙәренең бында эшкә килмәүен белдерҙе. Төн етеүгә ҡарамай һорау, тәҡдимдәрҙе бер туҡтауһыҙ күтәрҙе әүҙем ауыл халҡы.
Амангилде ауыл биләмәһе башлығы Вадим Абдуллин ауылда рухлы, дәртле, эшһөйәр кешеләр йәшәүе, улар менән күп нәмәләрҙе атҡарып сыға аласағына ышаныс белдерҙе. Ул ауылдың ир-егеттәренең әүҙем булыуын билдәләне.
Хәлил
Әүҙем хәлилдәр йәмғиәттәге глобаль үҙгәрештәр, тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлау мөһимлеге, туған телде юғалтыуға кил-тергән ғәмәлдәр, юлдар торошо, дини мәсьәләләре буйынса төплө фекерҙәре менән уртаҡлашты. Сарала райондың инфраструктураһына бәйле һорауҙар айырыуса күп күтәрелде.
Хәлил урта мәктәбе директоры Эльза Әлибаева мәктәп программаһында башҡорт теленә бүленгән сәғәттәрҙең аҙ булыуын, шул сәбәпле төплө белем биреү мөмкинлеге булмауға зарланды. Эльза Илдар ҡыҙы уҡытыу программаһына үҙгәрештәр индереү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды: башҡорт теле сәғәттәр һанын арттырырға, шулай уҡ, Тормош һабаҡтары һәм Башҡортостан тарихы фәндәрен ҡайтанан программаға индереү мөмкинлеген ҡарауҙы һораны. Китапхана мөдире Зәһинә Әбделғәзина балалар өсөн башҡортса журналдарҙың аҙ булыуына борсолоуын белдерҙе. Биләмәнең ветерандар советы рәйесе Әҙеһәм Хәмзин республика ветерандары өсөн баҫма журналдың тик рус телендә нәшер ителеүе менән килешмәүен әйтте. «Ветеран Башкортостана» журналына башҡортса яҙылған биттәр булдырырға тәҡдим итте: «Беҙҙең ауылда башҡорттар ғына йәшәй, оло быуын ихлас уҡыр ине», — тигән теләген еткерҙе хеҙмәт ветераны. Педагогик хеҙмәт ветераны, 35 йыл Хәлил мәктәбен етәкләгән хаҡлы ялдағы Бәшир Ғәлин ҡасандыр Магнитогорск ҡалаһында башҡорт класы асылып, унда балаларға башҡорт телен өйрәнеү мөмкинлеге булдырылыуын иҫкә алды һәм ҡалала яңынан башҡорт класын асыуҙы тәҡдим итте. Күсей менән Хәлил араһында юлдың булмауы ла борсой халыҡты. Районда эш урындары булмауы, ойошмаларҙың күрше ҡала-райондарға күсерелеүе лә халыҡҡа уңайһыҙлыҡтар тыуҙырыуын әйтеп үттеләр. Ҡыҙыл йылғаһы ярының йыуылыуын, Ишбулды ауылына етеү проблемаһын да күтәрҙеләр йәмәғәтселәр.
Эльвира Айытҡолова граждандарҙы шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итте, проблемаларын яҙып алды, хәл итергә тырышасағын белдерҙе.
Президиум ағзалары һәм Эльвира Айытҡолова күтәрелгән һорауҙарға яуап биреп барҙылар һәм мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә булышлыҡ итергә вәғәҙә бирҙеләр.
Халыҡ ошондай асыҡ һөйләшеүҙәргә һыуһаған. Бындай саралар бик кәрәкле, йышыраҡ үтһен ине һәм, иң мөһиме, һөҙөмтәләр бирһен, тигән теләктә таралышты әбйәлилдәр.
Г. ШАКИРОВА.