Буранғол ауылы ҡыҙҙары, игеҙәктәр Әлфиә менән Гөлфиә Хамматоваларҙың талантына һоҡланмаған кеше юҡ. Улар башҡорт милли кейемен популярлаштырыу маҡсатында заманса ҡатын-ҡыҙҙар кейеме коллекциялары менән билдәлелек яулаған оҫта дизайнерҙар. Әсәләре исеме менән "Миңзифа" брендын булдырған ҡыҙҙарҙың сәхнәгә генә түгел, көндәлек кейгәндәй, матур һәм этно-стилдә күлдәктәре юғары зауыҡ өлгөһө.
Әбйәлил ҡыҙҙары яңыраҡ Санкт-Петербург ҡалаһында уҙған “Содружество моды” халыҡ-ара форумында ҡатнашып, оло еңеү яуланы.
— Мәртәбәле мода конкурсына саҡырыу алыу беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс булды. Бөтә Рәсәйҙән ун ғына төбәк һайланған ине һәм беҙгә Башҡортостан исемен яҡлап сығыш яһау оло яуаплылыҡ өҫтәне, бик ентекле әҙерләндек. Форумдың тәүге көнөндә беҙҙең илдең билдәле дизайнерҙары, шул иҫәптән беҙ ҙә коллекцияларыбыҙҙы күрһәттек.
Беҙҙең милли биҙәктәр һалынған кейемдәрҙе жюри ағзалары ғәжәпләнеп ҡараны һәм юғары баһа ҡуйҙы, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Әлфиә һәм Гөлфиә. — Икенсе көндә Ангола, Азербайджан, Таджикстан, Үзбәкстан, Төркмәнстандан һәм башҡа илдәрҙән дәрәжәле ҡунаҡтар коллекцияларын тәҡдим итте. Шундай ҙур форумда Сергей Сысоев, Алена Ахмадуллина, Ульяна Сергеенко кеүек Рәсәйҙең билдәле дизайнерҙары менән бергә ҡатнашыу беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ булды.
Форумдан һуң улар тура Мәскәүгә юл тота. Унда “Этно-Эрато-2024” Евразия мода конкурсында ҡатнашып, беренсе урынға һәм Ника статуэткаһына лайыҡ булалар. Талантлы ҡыҙҙар еңеүҙәрен әсәләренә бағышлаған.