Атайсал
14 Февраль 2025, 06:00

Ғүмергә бергә-бергә

Алтын туй — йылдар һынауына бирешмәгән оло мөхәббәттең сағылышы. Ғаилә ныҡлығын, берҙәмлеген һаҡлап, 50 йыл бергә йәшәгән парҙар һәр ваҡыт күңелдә һоҡланыу һәм хөрмәт уята. Үтәгән ауылында ғүмер итеүсе Зөбәйрә Мәһәҙей ҡыҙы менән Фәйез Тәфтизан улы Ғайсиндар ошондай хөрмәткә лайыҡ ғаиләләрҙең бере.

Ярты быуат бергә ғүмер кисергән Ғайсиндарҙы бөтөнләй икенсе төрлө итеп күҙ алдына килтерһәк, беҙҙе иһә егеттәрсә йүгереп йөрөгән Фәйез ағай һәм ҡыҙҙар кеүек йәтеш кәүҙәле, түрбашта аш-һыу менән булышҡан Зөбәйрә апай ҡаршы алды. Алсаҡ, ихлас аралашҡан был парға һоҡланмау мөмкин түгел ине! Зөбәйрә Мәһәҙей ҡыҙы етмеш йәше менән барһа, Фәйез Тәфтизан улы етмеш өс йәштә. Ағымдағы йылдың 2 ғинуарында туй көндәренә 50 йыл ваҡыт уҙған.
Стәрлетамаҡ районы Абдрахман ауылында донъяға килгән Фәйез Тәфтизан улы 6 йәшлек сағында ғаиләһе менән Үтәгән ауылына күсеп ҡайталар, сөнки атай кеше ошо ауылдан була. 
— Ҡайҙа ул ваҡытта хәҙерге кеүек машина йә такси! Поезд менән Силәбе аша Мәғниткә килеп, шунда бер аҙна самаһы ятҡандан һуң, саҡ Үтәгәнгә ҡайтып еттек. Стәрлетамаҡ яғы киң дала һәм ялан булғанға, был яҡҡа килгәс тә «шырлыҡ араһында ла кеше йәшәй икән» тигән уйҙар баштан үтте. Ул ваҡытта беҙҙең яҡтар ҡуйы урман ине, — тип бәйән итте Ф. Ғайсин. — Әсәйҙең был яҡҡа килгеһе килмәй ине, сөнки ялан яғында тормош шәп булды ул заманда. Баҫыуҙарҙа йәшелсәләр, иген культуралары уңып үҫте. Әсәй кеше балаларҙы атайҙан айырғыһы килмәгәндер инде. Ул мең ырыуы башҡорто булды, «ҫ» хәрефе менән һөйләште, үҫә килә «Атайлы булҫын!» тинем тип әйткеләй торғайны. Үтәгәндәр уға «татарка» тигән ҡушамат таҡты.  Әммә был яҡҡа күсеп килгәс тә, ғаиләбеҙ һис тә тормошҡа зарланманы, тырышып донъя көттөк. 
Үтәгән ауылында һарыҡсылыҡ һәм малсылыҡтың киң ҡолас алған сағы. Йәш, тырыш ғаилә өйҙә буш ятмай, балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн бар көсөн һала. Фәйез Тәфтизан улы 1-4 кластарҙы Үтәгәндә уҡығандан һуң, Амангилделә интернатта ятып белем ала. 10-сы класты тамамлағас та, урындағы клубҡа эшкә саҡырып алалар. Әрме сафына саҡырылғансы, Үтәгән ауылында клуб мөдире булып хеҙмәт юлын башлай. 
— Ул мәлдә бөтөн халыҡ клубта, кино күрһәтеү ҙә, кистәрен бильярд, шахмат, шашка уйнатыу ҙа минең иңгә ятты. Клубтың гармуны менән йөрөй торғас, унда ла уйнарға өйрәнеп алдым. Күңелле заман булды, — тип һөйләй Фәйез Тәфтизан улы.
1970 – 1972 йылдарҙа Германия илендә танкист булып хеҙмәт итә. Хеҙмәттән ҡайтҡас, элекке эшен дауам итә. Ярты йыл самаһы клуб мөдире булғандан һуң, киномеханикка уҡып алып, артабан да ең һыҙғанып эшләй. 
Дуҫына кәләш алып бирергә тип Йәлембәт ауылына килгәндә Фәйез Тәфтизан улы гармун көйөнә өҙҙөрөп бейегән Зөбәйрә Мәһәҙей ҡыҙына күҙ һалып ҡуя. Ҡыҙҙың Магнитогорск ҡалаһында бухгалтер булып эшләп йөрөгән, ялға ҡайтҡан ғына сағына тап була ул.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған Мәһәҙей ҡарттың яҡын тирәлә уҫал тигән даны сыҡҡан, Фәйез ағай ҙа буласаҡ ҡайныһынан, бүтәндәргә һиҙҙермәһә лә, шөрләй. Өҫтәүенә, Зөбәйрә апай ғаиләлә иң бәләкәс ҡыҙ була.  Ныҡыш егет бер көн Йәлембәткә үҙе менән бергә ағаһын да алып китә. «Ҡайным беҙ барғанда балта ҡайрай ине. Бәхеткә күрә, ҡайны менән ағайҙың һүҙҙәре беректе бит. Боронғо йолаға ярашлы, ҡайны кеше мине һынаны. Элек бит ҡайны кеше кейәү була торған егеткә үҙенең кәпәсе менән һуғып ҡараған. Ҡоламаһа, ҡыҙын кейәүгә биргән. Ҡыҙынан һандығын астырып ҡараған, аса алһа, ризалығын белдергән. Беҙҙә лә шул йола тулыһынса үтәлгәндән һуң, ҡайным фатихаһын бирҙе», — тип ихлас хәтер йомғаҡтарын тағатты Фәйез ағай.
5 декабрь көнө, СССР-ҙың Конституцияһы көнөндә, Үтәгән менән Йәлембәт ауылдары туғанлаша. 2 ғинуарҙа гөрләп туй уҙа, һуңынан Зөбәйрә Мәһәҙей ҡыҙы килен, еңгәй булып Үтәгән ауылына оҙатып алына.
— Минең исемем паспорт буйынса Зөбәйрә булһа ла, халыҡ мине Еүәйрә тине лә ҡуйҙы. Килен булып төшкән мәлем ҡыш уртаһы бит инде, сатнама һыуыҡ. Сумаҙаныма барса бирнәмде тейәгәнмен. Ҡырҡтыға күтәрелгәс тә, ҡайным мәрхүм ат менән ҡаршы килеп алды. Мине ҡайным менән тормош иптәшем бәпәй кеүек итеп толопҡа төрөп алып ҡайтты, — тип көлөп иҫкә алды Зөбәйрә апай тәүге тапҡыр Үтәгәнгә килгән сағын.
Килен кеше тырыш булып сыға. Һөтсөлөк фермаһындағы профилакторийға быҙау ҡарарға эшкә сыға. Таҙалығы, бөхтәлеге, йыйнаҡлығы менән айырылып торған килен тураһында «Осҡон» гәзитендә «Май сүлмәге тышынан билдәле» тигән мәҡәлә баҫылып сыға. Унан һуң йәш ғаиләлә тәүге малай ауаз һала. 
Башҡаның башы ауырымай, ти халыҡ. Ғаилә Үтәгән ауылында айырым йорт һатып алып, дәррәү генә донъя көтөргә тотона. Дүрт һыйыр, 20-30 баш һарыҡ, ҡош-ҡорт аҫырайҙар. Ғаилә башлығы урындағы ХТП магазинында етәксе, ҡатыны һатыусы булып хеҙмәт итәләр. Аҙыҡ-түлеккә, кейем-һалымға ҡытлыҡ заманында эшләргә, ауыл халҡының һәр береһенә өлөш сығарырға тырыша улар. Шул йылдарҙа ҙур йорт һалып сығалар. 
— Элек кеше бер-береһе менән ҡатнашып йәшәне бит. Ҡайғыла ла, шатлыҡта ла бергә  булдыҡ. Өй һалып ингәндә лә Үтәгәндә йәшәгән һәр кем ярҙам ҡулы һуҙғандыр, һәр береһен айырып әйтерлек тә түгел. Күмәк көс менән тиҙ арала өй бөтөрөп индек. Ҡатындан уңдым, шәп булды. Мин һайт тиһәм, ул тайт тине. Һүҙемде йыҡманы, туғандарымды ла, ауылдаштарымды ла тартты. Мине хөрмәт итте, кеше алдында йөҙөмдө йыртманы. Кешегә лә һәйбәт, алсаҡ ул Зөбәйрә, — тип эс серҙәре менән уртаҡлашты ғаилә башлығы. 
Зөбәйрә Мәһәҙей ҡыҙы артабан да сауҙа өлкәһендә эшләп, 37 йыл хеҙмәт стажы менән хаҡлы ялға сыҡҡан. Ә Фәйез Тәфтизан улы 40 йылдан ашыу хеҙмәт стажы менән пенсияла. Ул төрлө йылдарҙа «Заветы Ильича» колхозында, Әбйәлил урман хужалығының Буранғол, Ҡаҙмаш урмансылыҡтарында урмансы, лесничий, «Амангилде» халыҡ предприятиеһының Үтәгән бүлексәһендә управляющий, Амангилде ауыл хакимиәтендә ер буйынса белгес булып эшләй. Ишкилде ағас эшкәртеү цехы мастеры, ауылдағы пилораманың мастер-арендаторы, төҙөлөш мастеры ла булып хеҙмәт итә. 
Район халыҡ хужалығын үҫтереүгә йүнәлтелгән фиҙаҡәр хеҙмәте район һәм республика кимәлендәге күп маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән. Төрлө йылдарҙа бер нисә тапҡыр ауыл Советына депутат итеп һайлана, йәмғиәттә әүҙем эш алып бара.
— Эштән башҡаны белмәнек. Һәр көнөбөҙ хеҙмәттә уҙҙы. Эш, ғаилә, бала тип, шатлыҡлы ла, ваҡытында ҡыйын да булған миҙгелдәре менән ғүмерҙең уҙғаны һиҙелмәне лә. Йәш саҡта нисек тә үтә, олоғайған көндә бер-береңә тағын да нығыраҡ кәрәк булыуыңды аңлайһың, — ти ғүмер юлын һоҡланырлыҡ уҙған Ғайсиндар.
Үтәгән ауылының абруйлы ғаиләһе бөгөн дә йәштәргә үрнәк. Заманса йыһазландырылған зауыҡлы йортта көңгөр-ҡаңғыр килеп ихлас донъя көтә улар. «Ауыл ерендә малһыҙ нисек йәшәмәк кәрәк?» тигән ирле-ҡатынлы Ғайсиндар кәртә тултырып мал, ҡош-ҡорт тота. Мал-тыуарҙың ағын тәрбиәләп, ҡаймаҡ, эремсеккә әйләндергән Зөбәйрә апайҙы Фәйез ағай еңел машинаһына ултыртып, Магнитогорск ҡалаһының Завенягин урамындағы баҙарға ла алып йөрөй икән. «Мин шул ҡаймаҡ, май, йомортҡа менән һатыу итһәм, Фәйез картуф, ит менән сауҙа итә. Йәйгеһен мәтрүшкә, һары мәтрүшкәне лә алып бара, миндек тә бәйләп һата», — тип бәйән итте З. Ғайсина. — Ғөмүмән, мин хәләл ефетемдән уңдым. Ир-атҡа хас сифаттарҙы йыйған Фәйез кешелекле булды, һәр кемгә хәленән килгәнсе ярҙам итте. Ғүмеремде уның менән бәйләгәнемә бер ҡасан да үкенгәнем булманы. Үҙебеҙгә оҡшаған тырыш, эшһөйәр балалар үҫтерҙек, Аллаға шөкөр.
Ғайсиндарҙың татыу, эшһөйәр ғаиләһендә дүрт малай үҫкән. Улар үҙ ғаиләләрен ҡороп, бөтәһе лә тыуған Үтәгәнендә төпләнеп, донъя көтәләр. Өлкән улдары Илфат эске эштәр бүлегендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Хәҙер аэропортта хеҙмәт итә. Ҡатыны менән ике малай үҫтерәләр. Илгиз Магнитогорск ҡалаһында эшләй, ҡатыны Илүзә — уҡытыусы. Улар өс малай тәрбиәләй. Илнур Магнитогорск металлургия комбинатында көс түгә, ҡатыны Зарема менән ике малай үҫтерәләр. Кинйә улдары Фәнис кәләше Гөлназ менән бер улға атай һәм әсәй. Ата-әсәһе өсөн өҙөлөп торалар, хужалыҡтарында ярҙам итергә тип тыуған йорттарына йыш киләләр. 
Әле Ғайсиндар һигеҙ ейәнгә бәхетле олатай һәм өләсәй. Әйткәндәй, олатай менән өләсәй кескәй Бәхтийәрҙе ҡарай. Уны көн дә олатаһы Амангилде ауылының балалар баҡсаһына илтә һәм барып ала. Теремек, шуҡ малай олатаһы менән өләсәһе ҡарамағында. 
— Ғаилә, балалар, тип ғүмерҙең үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың икән. Хәҙер ейәндәрҙе ҡарашабыҙ. Халыҡ белмәй әйтмәгән, балаңдың балаһы балдан татлы. Шулар тип йән атып йәшәйбеҙ. Улар үҙҙәре лә «олатай, өләсәй» тип өҙөлөп торалар. Әгәр барыһын да яңынан башларға кәрәк булһа, беҙ башҡа тормош теләмәҫ инек. Аңлау, сабырлыҡ, аҡыл беҙгә ярты быуат бергә ғүмер кисерергә ярҙам итте! Илле йыл — ул тотош бер ғүмер, — ти ирле-ҡатынлы Ғайсиндар.
Бер-береһен ҡәҙер-хөрмәт итеп, йылы тойғоларын олоғайған көндәренә тиклем һаҡлаған, иңгә-иң терәп 50 йыл бергә йәшәгән алтын парҙың алдағы көндәре лә гел шатлыҡ-ҡыуаныстар менән үтһен, пар ҡанаттары ҡайырылмаһын, балаларының изгелектәрен күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын.

Гөлфиә НИҒМӘТУЛЛИНА.

Читайте нас