

Район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан ауылдарҙы юлһыҙ, газһыҙ, һыуһыҙ күҙ алдына килтерергә күнеккәнбеҙ. Ә бына Асҡарҙан алыҫ ятҡан Мораҡай хаҡында быны әйтеп булмай.
Мораҡай район үҙәгенән 80 саҡрым алыҫлыҡта, уның ҡарауы Белорет ҡалаһы яҡында урынлашҡан.
Ауылға терәлеп тиерлек Магнитогорск – Белорет асфальт юлы үтә. Шуға ла мораҡайҙар ауылда эш юҡ тип зарланмайҙар, кемдер яҡындағы Абҙаҡтағы ял йорттарына йөрөп эшләһә, икенселәр Белоретҡа, шулай уҡ Яҡтыгүл тарафтарына, Магнитогорск ҡалаһына йөрөп эшләүселәр ҙә бихисап. Бынан тыш, тимер юлы өлкәһендәге һөнәрҙәрҙе үҙ иткәндәр ҙә күп кенә ауылда. Тимер юлы транспорты менән файҙаланыусылар ҙа бихисап, Мораҡай станцияһына ауылдан ни бары 1,5 ярым саҡрым.
Мораҡай йылдан-йыл матурая, ҙурая бара. Ауылда элек өс урам булһа, һуңғы йылдарҙа Йәштәр, Тыныслыҡ, Дуҫлыҡ урамдары барлыҡҡа килгән, бөтәһе 150-ләп йорт һанала. Ауыл үҫә, ҙурая икән, тимәк, йәштәр ауылда төпләнә.
Ауылға 2023 йылда «зәңгәр яғыулыҡ» килеү менән күптәр йорттарын ҙурайтып, өй эсенә һыу үткәреп, ҡаласа шарттар булдырған.
Мораҡайҙы икегә бүлеп аҡҡан Ҡыҙыл йылғаһының ярҙарын тоташтырып, тимер-бетон күпер һалыныуы ла халыҡ өсөн шаҡтай уңайлыҡтар тыуҙырҙы.
Ауылда башланғыс мәктәп бар, мәктәп бинаһына газ да ингән. Бишенсе кластан ҡыҙҙар һәм малайҙар уҡыуҙарын Яңы Балапан мәктәбендә дауам итә, уларҙы мәктәп автобусы ташый. Сабыйҙарын Яңы Балапан балалар баҡсаһына йөрөтөүселәр бар.
Йәшәү өсөн шарттар булғас, киләсәккә ныҡлы ышаныс менән гөрләтеп донъя көтә кешеләр, татыу ғаиләләре, эшсән халҡы, уңған йәштәре данлай ҙа инде Мораҡайҙы.
Миҙалға лайыҡ Ринат
Абҙаҡ ауылының янғын һүндереү бүлегендә янғын һүндереүсе-водитель булып эшләгән Ринат Дауытовтың батырлығы «Янғында ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән билдәләнгән.Ҡурған өлкәһендә тыуып үҫкән Ринат Дауытов Мораҡай ауылында 2006 йылдан йәшәй.
— Өйләнгәс, ҡатыным Минзәлә лә, үҙем дә дин юлына баҫҡас, дин көслө булған Башҡортостанда төпләнергә ҡарар иттек. Республиканың төрлө район-ҡалаларын ҡараныҡ. Шулай ҙа Әбйәлилде һайланыҡ, сөнки Байымда, Яңы Балапанда апайҙарым йәшәй, — тине ул Мораҡай ауылына килеп төпләнеүе хаҡында.
Дауытовтар һигеҙ балаға ғүмер биргәндәр. Өлкән улдары Вәлиулла Учалы ҡалаһында үҙ ғаиләһен ҡорған, ҡыҙҙары Юлиә лә Учалы районында тормошта, үҙе өс улға әсәй. Мәсетле районына килен булып төшкән Аишаның ғаиләһендә бер ул үҫә. Абдрахман Стәрлетамаҡта мәҙрәсәлә белем ала. Мөхәммәт, Латифа һәм Фатима мәктәптә уҡыйҙар. Иң бәләкәй Айгөлгә әле 4 йәш.
Ҡатыны өй йылыһын һаҡлап, балалар тәрбиәләү менән мәшғүл булһа, ғаилә башлығы Абҙаҡ янғын һүндереү часында ҡотҡарыусы-водитель вазифаһын башҡара.
Сирек быуаттан ашыу дин юлында булған Ринат Дауытов ауылдағы мәсеткә әүҙем йөрөү-селәрҙең береһе лә.
— Алтын ҡуллы Ринат Нуриман улы мәсет бинаһына йылытыу системаһын эшләне, өҫтәл-эскәм-йәләрҙе, башҡа кәрәкле әйберҙәрҙе лә эшләп ҡуя ул, — тип маҡтай уны мораҡайҙар. — Халыҡты өшкөрөп дауалауы менән дә тирә-яҡта киң танылыу яуланы.
— Мәсеткә халыҡтың намаҙға күпләп йөрөүе ҡыуаныслы. Каникул мәлдәрендә Иҫке Абҙаҡ, Яңы Балапан ауылдарынан малайҙар һәм ҡыҙҙар бик теләп дини ғилем алалар, ғәрәп алфавитын өйрәнеп, ғәрәпсә уҡырға, яҙырға өйрәнәләр, — тип ҡыуанысын йәшермәй ул. — Дини байрамдарҙы бөтә ауыл халҡы менән бергәләп билдәләйбеҙ.
Уҙған йыл аҙағында Ринат Дауытов Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының «Янғында ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.
— Намаҙ уҡып, һуңлатып ҡына мәсеттән ҡайтырға сыҡҡайныҡ, улым Фәнис ағайҙың өйө яныуын аңғарып ҡалды. Тиҙ генә янғын һағына шылтыратып, хәбәр итеп, өйгә табан йүгерҙек. Ҡапҡа бикле булып сыҡты, улым Абдрахман ҡойма аша һикереп төшөп, ҡапҡаны асты. Ул арала күршеһе Илнур Мәғәсүмов килеп етте. Йортҡа яҡын барырлыҡ түгел, төтөн ҡайнап тора, тәҙрәләрҙән ялҡын сыға. Ҡот осҡос инде, — тип һөйләй ул. — Ишекте асып, телефондың фонарен яҡтыртҡайным, ағайҙың аяғын күреп ҡалдым, соланда креслола ултырған булған. Шыуышып барып, аяғынан тартып алдым һәм Илнур менән икәүләп һөйрәтеп тышҡа сығарҙыҡ та, беренсе ярҙам күрһәтеп, иҫенә килтерҙек. Аҙаҡтан ағайҙың инсульт кисергәне билдәле булды.
Ул арала янғын һүндереү машинаһы килеп етә һәм өйҙөң тулыһынса янып бөтөүенә юл ҡуйылмай, һүндереп өлгөрәләр.
— Быны мин батырлыҡҡа тиңләмәйем. Утты күргән һәр кем, һис шикһеҙ, зыян күреүсегә ярҙамға ашығыр ине, — тигән фекерҙә ул.
Ауылдың тотҡаһы
Мораҡай ауылындағы мәсетте имам Даян Фәтхуллин ауыл халҡының ярҙамы менән төҙөтә. Мәсеттән бер ҡасан да кеше өҙөлмәй: халыҡ намаҙға йөрөй, йәштәр никах уҡыта, дини ғилем алырға балалар ҙа, йәштәр ҙә, ололар ҙа ихлас йөрөй. Даян Зәбир улы Өфөлә аграр университетында урман хужалығы инженеры һөнәренә эйә була, ул шулай уҡ Ислам университетында уҡып, юғары дини белем ала. Белем алыуға ынтылышы көслө булған ир-уҙаман Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге университеттың тарих факультетының «дини ғилем» бүлеген дә ситтән тороп тамамлай.
Һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған, тырыш Даян Зәбир улына ауылдаштары оло ышаныс белдереп, уны бер нисә саҡырылыш ауыл Советына депутат итеп һайлай.
«Ауылым, халҡым тип янып йөрөгән Даян Зәбир улы ауылдағы күперҙе төҙөтөүгә күп көс һалды, уның ярҙамы менән ауыл урамдары яҡтыртылды, интернет менән файҙаланабыҙ. Ауылыбыҙға зәңгәр яғыулыҡ та килде», — тиҙәр мораҡайҙар.
Халыҡ мәнфәғәтендә арымай-талмай эшләгән депутат 2020 йылдан Байым ауыл биләмәһе хакимиәтен етәкләй.
Уҙамандың был тәңгәлдәге тырыш хеҙмәте лә баһаланмай ҡалмай әлбиттә, уҙған йылға йомғаҡ яһалған район сараһында Д. З. Фәтхуллин намыҫлы хеҙмәте, урындағы үҙидараны үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Даян Фәтхуллин ҡатыны Роза Ҡотлоғәлләм ҡыҙы менән бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр, улар бер ейәнгә һәм бер ейәнсәргә яратҡан олатай-өләсәй булып, ауылдаштарынан ҡәҙер-хөрмәт күреп йәшәйҙәр.
«Беҙгә клуб кәрәк»
Мораҡайҙар йыр-моңға ғашиҡ халыҡ. Тик ауылда мәҙәниәт усағының юҡлығы борсой уларҙы. Ике йыл элек ауылдағы иҫке клубты һүтеп, урынына модуль бина ултырталар. Тик ни сәбәптәндер эш туҡтап ҡалған. Шулай ҙа Мораҡай уңғандары, клуб юҡ, тип ҡул ҡаушырып ултырмай: ауылдың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары аҙнаһына бер тапҡыр кемдең өйөндә аулаҡ, шунда йыйылып, ҡул эштәре менән булышалар, төрлө сараларға әҙерләнәләр. Күптән түгел махсус хәрби операция зонаһына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы саҡырыуына яуап итеп, рюкзактар тегеп ебәргәндәр. «Бөрлөгән» фольклор ансамбленә берләшеп, байрам сараларында сығыш яһайҙар.
— Клуб мөдиребеҙ Ғәлиә Салауат ҡыҙы тырыш, дәртле, беҙгә йыр-бейеү өйрәтә, сығыштарыбыҙҙы халыҡ та яратып ҡабул итә. Тик клубтың юҡлығы, уның да күңелен төшөрә шул. 2023 йылдың дүртенсе кварталда сафҡа индерергә вәғәҙә ителгән мәҙәни усаҡтың файҙаланыуға тапшырылыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, — ти Мораҡай ҡатын-ҡыҙҙары.
Тырышҡанға — эш ҡарышмай
Ауылда алтын ҡуллы оҫталар күп. Шуларҙың береһе — Булат Лоҡманов. Бәләкәйҙән һүрәт төшөрөүгә һәләтле малай Өфөләге художество мәктәбен тамамлай. Рәссам булып китмәһә лә, яратҡан шөғөлөнә оҙаҡ йылдар дауамында тоғро ҡалған ул, күңел кинәнесе биреү менән табыш та килтерә был һәләте: эштән бушаған арала һүрәт төшөрә, ағастан, ҡар-боҙҙан һындар яһай. Булат Ғәлләм улының оҫта ҡулдары эшләгән йәнлек-хайуан-ҡош-ҡорт һындарын ял йорттары, шифаханалар биләмәләрендә, шәхси йорттар ихаталарында ла күрергә мөмкин.
Яңы йыл алдынан айырыуса уның оҫта ҡулдары яһаған ҡарҙан, боҙҙан һындарға ихтыяж ҙур. Бер нисә йыл рәттән Абҙаҡ ял йортоноң яңы йыл майҙансығын биҙәй ул: йыл хужаһын тейешле төҫкә буяп, ҙур итеп ҡарҙан әүәләһә, боҙҙо йылғанан бысып алып, төрлө биҙәктәр, хайуандар һындарын эшләй. Заказ буйынса башҡа майҙансыҡтарҙы ла биҙәй.
Булат Ғәлләм улының оҫта ҡулдары менән эшләнгән һәр әйбер һоҡланыу уята. Ял йорттары, шифаханалар, айырым кешеләр бик теләп һатып ала оҫтаның эштәрен.
Ауылдағы мәктәп уҡыусылары оҫтала йыш ҡунаҡ. Ҡыҙҙар һәм малайҙар уҡытыусылары менән килеп, Булат Ғәлләм улының эштәре менән таныша, оҫта ағас йәки боҙ киҫәгенең матур һынға нисек әйләндереүен бик ихлас күҙәтә балалар.
Алтын ҡуллы Булат Лоҡманов шәп хужа ла. Ҡатыны, Абҙаҡ ял йортонда ашнаҡсы булып эшләгән Бикҡол һылыуы, Мораҡай ейәнсәре Мәйсәрә Ҡадир ҡыҙы менән гөрләтеп донъя көтәләр. Ихата тултырып мал-тыуар аҫырайҙар, ҡош-ҡорт үрсетәләр, баҡсаларында йәшелсә-емештәре тәгәрәп уңа.
— Аттар ҙа үрсетәм. Йылҡы итенә ихтыяж ҙур, аттарҙы, шулай уҡ башмаҡ-һыйырҙы һуйып, иттәрен баҙарҙа һатабыҙ. Һыйырҙың ағын да эшкәртәбеҙ, һөт, ҡаймаҡ, май, эремсекте ҡала халҡы айырыуса яратып ала, үҙебеҙҙең клиенттар өйҙән дә килеп алалар, — тип һөйләй йорт хужаһы.
Ғаилә өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Улдары Илгиз менән Фуат үҙҙәренә оҡшаған һөнәргә эйә булып эшләп йөрөйҙәр, Фуат үҙ ғаиләһен ҡорған. Ҡыҙҙары Физәлиә Өфөлә Эшҡыуарлыҡ, экология һәм дизайн колледжында һөнәр үҙләштерә.
Эшкә тилбер, сос ирле-ҡатынлы Лоҡмановтарҙың донъ-яһы ла күркәм, йорттары ла төҙөк, унда ҡаласа шарттар ҙа булдырылған. Бына бит тырышҡанға эш ҡарышмай, тигәндәй, ауыл ерендә лә бынамын итеп йәшәргә була.
Ағинәй
Нияҙғол ауылында тыуып үҫкән Хәлиҙә Әбүзәр ҡыҙы 1981 йылда Мораҡайға килен булып төшә. Ошо ауылдың уңған егете Ғилметдин Ғәлләмов менән ғаилә ҡороп, күптәргә өлгө булып, оҙаҡ йылдар бергә матур ғүмер кисерәләр. Ғәлләмовтар 4 ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Бөгөн ҡыҙҙары күңелдәренә ятышлы һөнәр һайлап, илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә хеҙмәт юлы үтәләр: Люция Анапала йәшәй, Әлфиә вахта ысулы менән Краснодарҙа, Айзилә Өфөлә, Әлиә Абҙаҡ тау-саңғы үҙәгендә эшләй.
Ғаилә башлығы Ғилметдин Ғәйнетдин улы Шайморатов исемендәге колхозда оҙаҡ йылдар дауамында ветеринар булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Хәлиҙә Әбүзәр ҡыҙы иһә Мораҡай фельдшер-акушерлыҡ пунктында пенсия йәше еткәнсе, санитарка булып эшләй.
Донъяһын да бына тигән итеп көтә, эшендә лә өлгөрә тырыш ҡатын. Йәйгеһен балалары менән бергәләп емеш-еләген тиреп, баҙарҙа һатып аҡса эшләй. Яҙҙан көҙгә тиклем Ғәлләмовтарҙың баҡсаһы күҙ яуын алырлыҡ төрлө-төрлө сәскәләргә күмелә, унда ниндәй генә йәшелсә-емеш үҫмәй. Хәлиҙә Әбүзәр ҡыҙы ауылдың «Йәйғор» ҡул эштәре түңәрәгенең алыштырғыһыҙ ағзаһы, уның эшләгән милли биҙәүестәре, ырғаҡ менән бәйләнгән әйберҙәре иҫ китмәле матур.
Ирле-ҡатынлы Ғәлләмовтар бөгөн дә ишле мал-тыуар аҫырап, ҡош-ҡорт үҫтереп, хәлдәренән килгәнсе бала-ларына ярҙам итеп, бынамын итеп донъя көтә.
Ошондай өлгөлө ғаиләләр ауылды ла йәмләй ҙә инде.
Аҡ халатлы фәрештә
Ауылда тәүге фельдшер-акушер пункты 1989 йылда асыла. Медпункт асылғандан алып, өс тиҫтә йылдан ашыу фельдшер булып Мөнирә Фәтхуллина эшләй. Уҙған йылдан ауыл халҡы сәләмәтлеге һағында Лира Әхтәмова тора. 2019 йылда Белорет медицина кол-леджын тамамлағандан һуң, Магнитогорск поликлиникаларының береһендә эшләп, байтаҡ тәжрибә туплаған медицина хеҙмәткәре эш башлау менән фельдшер-акушерлыҡ пунктын хәленән килгәнсә йүнәтеп, таҙартып ала. Тик үҙе булдырған мөхиттә рәхәтләнеп оҙаҡ эшләргә тура килмәй аҡ халатлы фәрештәгә. Янғын сығып, бина яраҡһыҙ хәлгә килә.
Район дауаханаһы етәкселеге ярҙамында бер өйҙө ваҡытлыса ҡуртымға алып, фельдшер халыҡты шунда ҡабул итә. Изге күңелле, йомшаҡ һүҙле фельдшер һәр кемде иғтибар менән тыңлай, барыһына ла ярҙам итергә тырыша.
Лира Айҙар ҡыҙы Абҙаҡ ауылынан Мораҡайға көн дә йөрөп эшләй. Үҙе машина йөрөткәс, эшкә һуңламай килеп етә.
— Бер мәл ҡаты ауырып киттем. Торорлоҡ та, һөйләшерлек тә хәлем булмағас, фельдшерҙың телефонына смс-хәбәр генә яҙҙым. Шунда уҡ өйөмә килеп етте, кәрәкле дарыуҙарын үҙе менән алған. Тыңлап, дауалау тәғәйенләне. Сирләгән осорҙа мине әсәһен ҡарағандай тәрбиәләне, — тип һөйләй Мәүлиҙә Шәрипова. — Ошондай кешелекле, кеселекле, һәр кемгә иғтибарлы ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән өсөн фельдшерыбыҙҙың әсәһе Фәнүзә Мәһәҙей ҡыҙына һәм атаһы Айҙар Хәкимйән улына рәхмәт белдерәм.
Әйткәндәй, Лираның әсәһе лә медицина хеҙмәткәре, ул Мөхәмәт ауылында фельдшер.
Ағас эше оҫтаһы
Ейәнсура егете Фәнзил менән Әбйәлил һылыуы Нурияны Өфө таныштыра, ҡауыштыра. Сту-дент йәштәр дуҫлашып йөрөгәндән һуң, ғаилә ҡоралар, бер аҙ баш ҡалала йәшәйҙәр, эшләйҙәр. Унан инде йәш ғаилә Мораҡайға күсеп ҡайтырға ҡарар итә. Уңған, эшһөйәр йәштәр ауылда ла юғалып ҡалмай: ике ҡатлы йорт бөтөрөп инәләр. Әйткәндәй, йорттағы бөтә мебель Фәнзил Фәнил улының оҫта ҡулдары менән яһалған.
— Мәктәптә уҡығанда оҫтаханаға йөрөп, ағастан төрлө әйберҙәр эшләргә өйрәнгәйнем. Ағас эше оҡшаһа ла, өлкән кластарҙа, студент йылдарында ваҡыт етеңкерәмәне. Өй һалып ингәс, тағы яратҡан шөғөлөмә тотондом. Мин эшләгән йорт йыһаздарын күргәндәр, заказ да бирә башланы. Хәҙер инде мебелдән тыш, ишек, һандыҡ, гөл ултыртыу өсөн кәштә, баҫҡыс, сәңгелдәк кеүек әйберҙәр ҙә яһайым, — ти ул. — Хәҙер кешеләр ҡыйбатыраҡ булһа ла, тәбиғи материалдан эшләнгәндәренә өҫтөнлөк бирә, шуға күрә минең әйберҙәргә ихтыяж ҙур.
Фәнзил Фәнил улы, нигеҙҙә, ҡайын, имән, ҡарағай, уҫаҡ ағастары менән эш итә. Уның фекеренсә, үҙебеҙҙең төбәктә үҫкән ағастан етештерелгән йорт йыһаздары иң яҡшыһы.
Ағас оҫтаһы Фәнзил Тоҡомбәтовтың буш ваҡытын файҙалы үткәреү өсөн генә тотонған ағас шөғөлө хәҙер уның яратҡан һәм килемле һөнәренә әйләнгән.
— Эшеңде яратһаң, уны бар күңелеңде һалып башҡарһаң, уңышҡа өлгәшергә мөмкин. Зауыҡлы, сифатлы әйберҙәрең күҙ яуын алып торасаҡ һәм уны һатып алырға теләүсе лә табыла һәм шуның менән һәр кем үҙенең шөғөлөн килемле итә ала. Бының өсөн теләк һәм тырышлыҡ ҡына кәрәк, — ти Фәнзил Фәнил улы.
Күңеленә ятҡан шөғөл менән төп эшенән, донъя мәшәҡәттәренән буш ваҡытында булыша ул. Фәнзил Фәнил улы Яңы Балапан мәктәбендә хеҙмәт дәрестәрен алып барыуҙан тыш, хужалыҡ мөдире вазифаһын да башҡара. Нурия Хөснитдин ҡыҙы иһә Мораҡай башланғыс мәктәбендә ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы уҡырға-яҙырға өйрәтә.
Тоҡомбәтовтар ғаиләһе ауылда күптәргә үрнәк булырлыҡ. Татыу ғаиләлә ата-әсә наҙына күмелеп өс бала буй еткерә.
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.