Атайсал
13 Май 2025, 04:46

Тыуған ил өсөн һәләк булдылар

Йәлембәт ауылында махсус хәрби операция зонаһында һәләк булған Дәүләткирәев Марсель Нурғәли улын һәм Задин Илгиз Вәзир улын һуңғы юлға оҙаттылар.

Марсель Нурғәли улы 1991 йылдың 2 авгусында Ҡаҙағстан Республикаһының Камышное ауылында тыуған. Башланғыс мәктәпте ул Йәлембәт ауылында тамамлай. Бәләкәй сағынан уҡ белемгә ынтыла, күп уҡый. Иптәштәре һәм класташтары менән һәр ваҡыт уртаҡ тел таба,  шуға ла уның дуҫтары күп була.
Тыныс, ипле Марсель Таштимер урта мәктәбендә уҡығанда ла тиҫтерҙәре араһында ихтирам яулай. Тырыш уҡыусы мәктәп сараларында әүҙем ҡатнаша. 9-сы класты тамамлағандан һуң, Марсель Таштимерҙәге һөнәрселек училищеһында уҡып, киң профилле тракторсы-машинист һөнәрен ала.  
2010 йылдың көҙөндә Марсель Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафына саҡырыла. Ил алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтҡас, ул Магнитогорск ҡалаһының төрлө предприятиеларында, һуңынан вахта ысулы менән Себер тарафтарында эшләй. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, намыҫлы һәм яуаплы хеҙмәткәрҙе коллегалары ихтирам итә. Ул һәр ваҡыт яҡындары өсөн дә терәк-таяныс була.
Ил ауыр осор кисергәндә, Марсель Нурғәли улы ла Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, Ватан һағына баҫа. Махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән киткән яугир уҡсы вазифаһын башҡара. Үкенескә ҡаршы, ҡаһарман яҡташыбыҙ хәрби задание үтәгәндә батырҙарса һәләк була.
 Яугир һуңғы һулышына тиклем хәрби бурысына тоғро ҡала. Ул йәш быуын өсөн батырлыҡ өлгөһө булып ҡалды. Ғаиләһе оло юғалтыу кисерҙе. Матәм сараһында яугирҙың атаһы Нурғәли Нуриәхмәт улының, ҡатыны Лениза Рәүф ҡыҙының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡа-рыусы Руслан Хәлилов уртаҡлашты. 
Батыр яугир Йәлембәт ауылы зыяратында ерләнде. 
Мәңгелек йоҡоң тыныс булһын, батыр!
 Г. БАЯЗИТОВА.

*     *     *

И. В. Задин 1992 йылдың 6 апрелендә Магнитогорск ҡалаһында донъяға килә. Илгиз бәләкәй саҡтан сәнғәткә ғашиҡ бала булды. Мәктәптә уҡығанда музыка мәктәбендә баян класын тамамланы, Өфө сәнғәт колледжында уҡып, һөнәр алды. Бар күңелен биреп гитарала, баянда уйнап йырларға яратты, нота менән ниндәй булһа ла инструментта — ҡурай, ҡумыҙ һ. б. уйнай белә ине. Хеҙмәт юлын сәнғәт менән бәйләмәһә лә, уның күңеленән, тормошонан бер ваҡытта ла сәнғәткә һөйөү китмәне. Быйыл ғинуар айында әсәһенең 60 йәшлек юбилейында Илгиз туғандар алдында һуңғы тапҡыр йырлағанын белгәндәй, әсәһен ҡосаҡлай-ҡосаҡлай йырланы. Тағы шул иғтибарға лайыҡ — ҡустым ҡала мөхитендә үҫһә лә, туған телен бер ваҡытта ла онотманы.
Илгиз хәрби хеҙмәтте Белгородта үтте, яҡшы һалдаттар рәтендә булды. Ул 2012 йылда, һалдат итектәрен икенсе йыл кейгән мәлдә, Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда йыл да үтә торған Еңеү парадында ҡатнашты. Беҙ — уның бөтә туғандары, өләсәй-олаталары ла тере ине әле, телевизорҙан күмәкләп парадты күҙәттек, Илгизде күреүен күрмәнек, әммә фашистарҙы еңгән олатайҙар, шул иҫәптән ауылдашыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимов үткән Ҡыҙыл майҙан буйлап үтеүен белеп ғорурландыҡ. Илгиз ҡустыбыҙҙың яҙмышы, хәл иткес мәлдәре Белгород өлкәһе менән ошо рәүешле бик ныҡ бәйле булды. Йылдар үткәс, ул йәнә Белгородҡа юлланды, был юлы инде нацистарға ҡаршы һуғышыр, уларҙы дөмөктөрөү теләге менән ашҡынды һәм шул ерҙә һәләк булды — үҙенең мәңгелек йоҡоһона талды. 
Ә бит Йәлембәттәге Ғәлиәкбәр олатаһының атаһы Үлмәҫбай Мөхәмәтов тә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, тап шул Белгород өлкәһендә һәләк булып, туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Тарих ҡабатлана, аяуһыҙлығы, айырылышыуҙар, ғазаптар, шатлыҡтар, еңеүҙәре менән ҡабатлана... Илгиз кеүек ир-егеттәребеҙ Ер йөҙөндәге тыныслыҡ өсөн һәләк булғанда, шәһит киткәндә, уларҙың балалары, киләсәк быуын йәшәгән донъяла, һис шикһеҙ, тыныслыҡ тантана итәсәк, икенсе төрлө булыуы мөмкин дә түгел.
Илгиз Вәзир улын һуңғы юлға оҙатҡанда ярҙам иткән район хакимиәтенә, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Йәлил Насип улы Зәйтүновҡа, район Советы секретары Булат Юныс улы Исламбаевҡа, Таштимер ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Зимфир Зиннәт улы Арғынбаевҡа, Ташбулат ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Денис Дамир улы Таһировҡа, имам-хатип Илнур Билаловҡа, Әбйәлил һәм Магнитогорск хәрби комиссариаттарына, Йәлембәт һәм Күсем ауылдары халҡына, Магнитогорск металлургия комбинатына, коллегаларына, бөтә-бөтә дуҫтары, таныштары, туғандарға рәхмәт белдерәбеҙ. Шулай уҡ БР Махсус хәрби операцияһы ветерандары ассоциацияһы рәйесе, «Геройҙар дәүере» программаһында ҡатнашыусы, Йәмәғәт советы секретары Оскар Ихтибар улы Ситдиҡовҡа һәр борсоған һорауға оператив яуап биргәне, битарафлыҡ күрһәтмәгәне өсөн айырым рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Зөлфирә ҠАРАҒУЖИНА.

Читайте нас