

Грант аҡса һымал аҙығы һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары өсөн селекция-орлоҡсолоҡ үҙәген булдырыуға һәм үҫтереүгә йүнәлтеләсәк. Шулай уҡ ғалимдар өҫтәмә финанслау йәлеп итергә һәм Волга буйы һәм Урал федераль округтарының агросәнәғәт комплексы предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй.
“Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проекттың төп маҡсаты – Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексын һәм уның технологик бойондороҡһоҙлоғон үҫтереү. Ошоноң ярҙамында ил бөтә кәрәкле аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителәсәк, шулай уҡ донъя баҙарында позицияларҙы нығытыу өсөн күберәк мөмкинлектәр барлыҡҡа киләсәк.