Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
21 Май 2025, 17:07

Тыуған ергә - ысын йөрәктән

2021 йылдың яҙында Башҡортостанда “Атайсал” проекты старт алды. Ул тыуып үҫкән кескәй Ватанға ярҙам итеүҙе һәм республикала тыуған уңышлы, киң билдәле кешеләрҙе берлештереүҙе күҙаллай. Был кешеләр йөрәге ҡушыуы буйынса һәм мөмкинлектәренә ярашлы үҙҙәренең тыуған ауылында, районында көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүгә ярҙамлаша. Һүҙем район Советы депутаты Йәмил Баймырҙин хаҡында.

Тыуған ергә - ысын йөрәктән
Тыуған ергә - ысын йөрәктән

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә гуманитар ярҙам итеү, район үҙәк дауаханаһының медицина ҡорамалдарын йүнәтеү, үҙ округында йәшәүселәрҙе төрлө байрамдар менән тәбрикләү, уларға бүләктәр тапшырыу, юлдарҙы йүнәтеү, Тал Ҡусҡары ауылының обелискын яңыртыу, ошо уҡ ауыл мәҙәниәт йортоноң алдындағы тупһаны яңыртыу һәм башҡалар – ғөмүмән, Йәмил Рафиҡ улының файҙаһын һәм ярҙамын тойоп йәшәй район халҡы. Был турала уның үҙе менән әңгәмәләштек.

-Кем ниндәй генә ярҙам һорап мөрәжәғәт итһә лә, бәләкәй эштәрҙән ҙур эштәргә тиклем һәр береһенә хәлемдән килгәнсе ярҙам итәм. Ҙур финанс ярҙамы күрһәтә алмаған осраҡтар ҙа булғылай, әлбиттә. Бындай изге эштәргә үҙ кеҫәмдән йыл һайын 150-200 мең самаһы аҡса сарыф итәм, әммә бер ҙә үкенмәйем. Тыуған районым, үҙемдең округыма ҡараған ауылдарҙың халҡы шат һәм бәхетле йәшәһен өсөн бар көсөмдө һалам. Ә инде шәхси проблемалары менән мөрәжәғәт иткән яҡташтарыма иһә һүҙ йылыһын йәлләмәйем, дөрөҫ йүнәлеш күрһәтергә тырышам, - тип бәйән итте Й. Баймырҙин.

Депутат район делегацияһы составында гуманитар ярҙам менән Луганск Халыҡ Республикаһына бара. Һалдаттарға мейес-буржуйкалар, торбалар, кейем, үҙенең умарталығынан күмәртәләп бал алып бара. Киләһе гуманитар ылауға Йәмил Рафиҡ улы квадроциклдар һәм генераторҙар һатып алыуҙа ярҙам итә. МХО-ла һәләк булған Артур Ғиләжевтың туғандары һорауы буйынса яугир иҫтәлегенә арналған баннерҙы ҡуйыуҙа ярҙам күрһәтә.

Депутаттың ныҡышмалылығы арҡаһында Гусев, Юлдаш, Айғырбатҡан, Иҙәш, Тал Ҡусҡары ауылдарының район үҙәгендәге Көньяҡ биҫтәһендә емерелгән юлдарҙың сифаты яҡшыра, киләсәктә Мелиораторҙар һәм Механизаторҙар урамдарына асфальт түшәү, Айғырбатҡан һәм Гусев араһындағы юлды йүнәтеү ниәте менән йәшәй ул.

Уҙған йылда Көньяҡ биҫтәһендә тәүге тапҡыр “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы уҙғарыла. Бында йәмғеһе 3 меңдән ашыу халыҡ йыйыла. Сараны ойоштороуҙа, бағымсылар табыуҙа уның роле ҙур була.

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына Тал Ҡусҡары ауылы халҡы обелискты яңыртты. Йәмил Рафиҡ улының финанс ярҙамы һәм ауыл халҡының бөтә көсө менән эшләнгән обелиск бөтөнләй яңы төҫ алды. Уҙған йылда ошо уҡ ауыл мәҙәниәт йортоноң ингән урынына пандус ҡуйыу буйынса ҙур өмә үтә, бында ла депутаттың өлөшө тос була. Иң әүҙемдәрҙе депутат шәхсән үҙенең исеменән бүләктәр һәм сертифкаттар менән тәбрикләй.

-Әбйәлил йәштәре сәләмәт тормошто яратып һәм физик яҡтан сынығып үҫеүҙәрен теләйем, бының өсөн физкультураны үҫтереүсе социаль объекттар кәрәклеген аңлайым. Киләсәктә район үҙәгендә спорт манежы асырға хыялым бар, - тине ул пландары менән уртаҡлашып.

 

 

 

Тыуған ергә - ысын йөрәктән
Тыуған ергә - ысын йөрәктән
Тыуған ергә - ысын йөрәктән
Тыуған ергә - ысын йөрәктән
Тыуған ергә - ысын йөрәктән
Автор: Гульфия Хасанова 
Читайте нас