Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
23 Май 2025, 11:57

Ҡаҙмаштарҙың ҙур еңеүе

Башҡортостанда 2024 - 2025 йылдарҙағы «Айыҡ ауыл» конкурсының төбәк этабы тамамланды. Ҙур тораҡ пункттар араһында Ҡаҙмаш ауылы беренсе урынды яуланы.

Конкурс милли идеяға әүерелеүе ихтимал
Республика Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ошо турала белдерҙе. «Республикабыҙ ауылдарының өстән бер өлөшө ошо проектта ҡатнаша. Киләһе йылда ла уны дауам итеүегеҙҙе һорайым. Конкурсты милли идея тип ҡарарға кәрәк. Сараның сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙа әһәмиәте ҙур», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
«Айыҡ ауыл» республика этабының йомғаҡлау сараһы «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов конкурсҡа йомғаҡ яһаны һәм республика етәкселегенә сараны ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. 
Быйыл республика ауылдары араһында конкурс алтынсы тапҡыр уҙғарылды. «Айыҡ ауыл»дың төп маҡсаты — айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, халыҡты йәмәғәт эшмәкәрлегенә йәлеп итеү, сәләмәт фекерләүҙе үҫтереү һәм изге, файҙалы эштәргә дәртләндереү.
Конкурс башланғандан алып унда өс меңдән ашыу ауыл биләмәһе ҡатнашҡан. Әле республикала 51 еңеүсе ауыл «Айыҡ ауыл» исемен йөрөтә. Республика турына йомғаҡ яһалғандан һуң уларға тағы 12 өҫтәлде.
Башҡортостан Башлығы указы менән уҙған йылдан приз фонды 48,4 миллион һумға тиклем арттырылды. Конкурстың республика этабында ҡатнашыусыларға, еңеүселәрҙән тыш, 200 мең һум премия тапшырыла. Еңеүселәр иһә 3-6 миллион һум аҡсалата приз менән бүләкләнә.

Теге ЕТЕ ЕГЕТ!
Кемдәр тураһында һүҙ барғанын аңлағанһығыҙҙыр инде, эйеме!? Өсәү түгел, ә етәү! Эйе, тап Ҡаҙмаш ауылының инициатив төркөмө егеттәре ете кешенән торҙо. Амангилде ауылы биләмәһе башлығы Вадим Абдуллин, Амангилде ауыл Советы депутаттары Ринат Сафиуллин һәм Насирйән Әһелов, эшҡыуар Азат Сафиуллин, мәктәп директоры Зариф Атауллин, ауыл старостаһы Айтуған Абдуллин һәм мулла Ансар Тәхәүетдинов «Айыҡ ауыл» бәйгеһе сиктәрендә «Ете егет» һәм «Берҙәм ауыл» проекттарын булдырҙы.
— Баштан уҡ беренсе урын алырға тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. Ауыл халҡы менән бергә йыйылыш үткәреп, инициатив төркөм төҙөнөк. Унда 7 егет йыйылды. Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тигәндәй, бөгөн беҙ — еңеүсе. Бөтәһе ике автобус булып килдек Өфөгә. Шулай уҡ «Илекле ҡыр» фольклор ансамбле һәм ауыл ҡатын-ҡыҙҙары советы әүҙем ҡатнашты, — тине Вадим Абдуллин. — «Айыҡ ауыл» конкурсы ауылыбыҙға яңы һулыш бирҙе. Эскелеккә ҡаршы саралар, спорт ярыштары әүҙемерәк үтә башланы, шул уҡ ваҡытта МХО-ла хеҙмәт иткән ауылдаштарыбыҙға ярҙам итергә лә өлгөрҙөк. Киләсәктә лә был йүнәлештә эште туҡтатмаясаҡбыҙ, сөнки, йәшерен-батырыны юҡ, «йәшел йылан» тиҙ арала кире ҡалҡып сығырға мөмкин.
«Берҙәм ауыл» проекты буйынса егеттәр боронғо йолаларҙың береһе — өмә менән эшләү йолаһын тергеҙеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Башта улар бергәләп бура күтәрҙе, һуңынан иһә МХО биләмәһенә тәгәрмәсле мунсалар эшләп оҙатты. Улар үҙ көстәре менән 3 мунса яһап, үҙҙәре яҡташ яугирҙәребеҙгә алып барып тапшырҙы.
Хәҙер иһә был проект бөтә район буйлап таралды. Ҡаҙмаштар күсмә вымпелды хәмиттәргә тапшырғайны. Улар иһә үҙ бурысын теүәл үтәне. Әлеге мәлдә вымпел Ҡырҙас ауылы халҡында. Артабан ул шулай сылбыр буйынса дауам итәсәк.
— Ҡаҙмаш ауылы был еңеүгә лайыҡ. Ауылда конкурс барышында ойошторолған инициатив төркөмдәге ете егет әүҙем эшләне. Улар артынан бөтә халыҡ эйәрә. Егеттәр үҙ алдына ҙур маҡсат ҡуйҙы — конкурста еңгән аҡсаға экскаватор һатып алырға ниәт итте. Һис шикһеҙ, был бик дөрөҫ буласаҡ, ауыл ерендә техникаһыҙ булмай. Ҡаҙмаштарға афарин тиергә генә ҡала, — тип белдерҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Хәлил Рәхмәтуллин. 
Ҡаҙмаштарға ҙур сараға бер концерт номеры әҙерләргә һәм күргәҙмә ҡуйырға йөкмәтелгәйне. Улар был миссияны ла лайыҡлы атҡарып сыҡты. Улар әҙерләгән күргәҙмә 32 (!) төрҙән торған милли ризыҡтарҙан һығылып торҙо. Ошо төбәктә тыуып үҫеп, бөгөн дә уның өсөн янып торған ауыл ҡыҙҙарының һәм ошо ергә килен булып төшөп, таштай батҡан еңгә-килендәрҙең күҙ нурҙарын түгеп эшләгән ҡул эштәре күҙҙең яуын алырлыҡ ине!
Жюри ағзалары ҡаҙмаштарҙың патриотик рухлы булыуын һәм башҡорт халҡының тарихына булған мөнәсәбәттәрен баһаланы, МХО-ла ҡатнашҡан яҡташ егеттәребеҙгә битараф булмауын билдәләне.
Ҡаҙмаш ауылы егеттәрен РФ Дәүләт Думаһы депутаты һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова бүләкләне:
— «Айыҡ ауыл» конкурсына алтынсы тапҡыр йомғаҡ яһайбыҙ. Һәр тапҡыр райондарҙағы таланттарға, халыҡтың тырыш хеҙмәтенә һоҡланабыҙ. Ни тиһәң дә, был проектта ҡатнашҡан һәр ауыл бөтә көсөн һала. Һәр ҡатнашыусыға индергән өлөшө өсөн ысын күңелдән рәхмәтлебеҙ. Ни тиһәң дә, ниндәй генә социаль проект булмаһын, унда тыуған иленең киләсәген, именлеген хәстәрләгән кешеләр ҡатнаша. Ҡаҙмаш ауылы халҡына килгәндә, уларҙың дәррәүлеге, ә егеттәрҙең булдыҡлы һәм сәмле булыуҙары һоҡландырҙы. Йәш булһалар ҙа, ил киләсәге, уның көнитмешенә битараф түгелдәр улар. Яҡташ яугирҙәребеҙгә үҙ көстәре менән ҙур ярҙам ҡулы һуҙҙылар, — тине ул ҡаҙмаштар тураһында.
Һандар һәм факттар
Бәйге сиктәрендә Ҡаҙмаш ауылында ниндәй генә саралар үтмәне, улар араһында патриотик темаға арналғандары ифрат күп булды. Ете егеттең инициативаһы менән яҡташ яугирҙәр өсөн 3 тәгәрмәсле мунса эшләнелгән, ике тапҡыр Украинаға гуманитар ылау менән барҙылар һәм бер тапҡыр Луганск Халыҡ Республикаһында госпиталдә ятҡан һалдаттарға ярҙам алып барып тапшырҙылар. Мәктәп уҡыусылары тарафынан яугирҙәргә тип 7 хат яҙылған.
«Йәшәһен ауылым — көслө рухлы Ҡаҙмашым» сараһы иһә иң ҙуры булды. Үҫеп килеүсе быуында илһөйәрлек рухын тәрбиәләгән һәм сәләмәт тормошто пропагандалаған сараның эсендә тағы ла 4 ярыш: «Зарница», «Лыжня России», «Йыуаса – fest» бәйгеләре һәм Рәхимйән Мөхитдинов иҫтәлегенә белем усағында район кимәлендә гер күтәреү буйынса спорт ярышы уҙҙы. Ошо уҡ йүнәлештә Ҡаҙмаш урта мәктәбендә МХО биләмәһендә һәләк булған егеттәр иҫтәлегенә өс «Герой партаһы» булдырылды.
«Ҡымыҙ пати» байрамы ла үткәрелде. Байрамда ҡатнашыусылар өсөн «Йыуаса – fest» бәйгеһе лә уҙғарылған. Бөтәһе 89 килограмм йыуаса бешерелгән, сарала ҡатнашыусы бөтә халыҡ 369 литр ҡымыҙ менән һыйланған.
1 июнь — Балаларҙы яҡлау көнөндә тик кескәйҙәр өсөн генә Биксура яланында балалар һабантуйы уҙғарылды, бында бөтәһе 80-гә яҡын бала ҡатнашҡан. Шулай уҡ Ҡорбан байра-мында ла ошо биләмәлә ҙур күләмле дини сара үткәрелде.
Сәстәренә сал төшһә лә, быуындары һыҙлаһа ла бирешмәй Ҡаҙмаш ауылының ҡатын-ҡыҙҙары. 7 ҡатын — Сания Сафиуллина, Рәсимә Мәхмүтова, Сәлимә Сафина, Рәхилә Хәкимова, Рәғиҙә Хәкимова, Нәсимә Фәйзуллина, Фәүзиә Ихсанова үҙҙәрен ГТО тапшырыуҙа һынап ҡараны. Һөҙөмтәлә, йәш категориялары араһында Сәлимә Сафина менән Рәғиҙә Хәкимова беренсе, Рәсимә Мәхмүтова менән Нәсимә Фәйзуллина өсөнсө урындарға лайыҡ булдылар.
Ҡаҙмаш ауылында Әҡлимә һәм Ғәзиз Ғәбитовтарҙың ғаиләһендә «Ҡаҙ өмәһе» үтте. Ауылдың актив ҡатын-ҡыҙҙарының һәр береһе өмәлә ихлас ҡатнашып, йоланы тейешенсә еренә еткергәнсе башҡарҙы. Хужаларҙың йортонан 18 ҡаҙҙы таҙалап, хужабикәнең тәмле аш-һыуына һыйланып, рәхәтләнеп таҡмаҡтар әйтешеп таралышҡан.
Биксура яланында «Бейеш батыр» тип исемләнгән уҡ атыу буйынса бәйге үтте. Ярышта райондан ғына түгел, Сибай, Өфө ҡалаларынан, Белорет, Ауырғазы, Учалы һәм башҡа яҡын-тирәлә ятҡан райондарҙан көллөһө 50-гә яҡын кеше ҡатнашты. 
«Быймалылар — хоккейҙа, быйма-һыҙҙар — өйҙә» девизы аҫтында үткән быйма менән хоккей ярышы оло байрамға әүерелде. Быйма кейеп, боҙҙа сәкән менән туп һуғыусылар күп беҙҙең районда, бәйгелә бөтәһе 14 команда ҡатнашты. Ир-егеттәр командалары алтау булһа, ҡатын-ҡыҙҙарҙан 8 команда йыйылған ине. 
Ҡаҙмашта 2 айыҡ туй ҙа гөрләп үтте. Фидәлиә менән Иҙрис Йәһүҙиндар һәм Айгөл менән Ғимран Тәхәүетдиновтар сәстәрен-сәскә бәйләне. 

Ҡаҙмаш бөгөн
Ҡаҙмаштар бөгөн дәррәү МХО-ға ярҙам итә, оҫта ир-уҙамандар алғы һыҙыҡҡа дүрт мунса, тиҫтәләгән гуманитар ылау ебәргән. Ә ундан ашыу егет үҙ телә-ге менән тыуған илен һаҡларға киткән.
Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, ФАП, 3 магазин эшләп килә. Ҡаҙмашта бөгөн 500 самаһы кеше йәшәй. Ауыл уңған, эшһөйәр һәм татыу халҡы менән матур. Бында йәш ғаиләләр төҙөлә, матур төҙөк йорттар ҡалҡып сыға. Тимәк, ауылдың киләсәге бар тигән һүҙ.

Гөлфиә НИҒМӘТУЛЛИНА.

Читайте нас