Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
26 Июнь 2025, 08:38

Ҙур агрохолдинг пректы өҫтөнлөклө инвестиция проекты исемлегендә

“Таврос” эре агрохолдингының урындағы структураһы Башҡортостанда бер нисә ер участкаһын сауҙаһыҙ аласаҡ. #Национальныепроектырегпроекты#нацпроектыБашкортостана 

Ҙур агрохолдинг пректы өҫтөнлөклө инвестиция проекты исемлегендә
Ҙур агрохолдинг пректы өҫтөнлөклө инвестиция проекты исемлегендә

Компания Шишмәлә логистик үҙәк төҙөргә йыйына, уның менән ҡуртым килешеүе төҙөләсәк. «Агрологистика Өфө» компанияһы бында бер нисә склад төҙөү өсөн ер ала. 673,1 мең квадрат метр майҙанлы беренсе участка Шишмә-2 станцияһы янында бирелә, ул Дәүләкән һәм Өфө трассаһы эргәһендәге сәнәғәт зонаһы. Уларға яҡын урында икенсе участок  8,2 мең квадрат метрлыҡ һәм өсөнсө 29,5 мең квадрат метрлыҡ участка бирелә.  

     "Өфө Агрологистикаһы" ның "Транспорт-логистика үҙәге" проекты өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелгән.  

Белеүебеҙсә, Башҡортостанда өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуға дәүләт ярҙамы саралары системаһы ғәмәлдә, ул мөлкәт һалымынан азат итеүҙе, ойошмалар табышына һалымдан инвестиция һалымы күләмендә кәметеүҙе ҡулланыуҙы, ер участкаһын сауҙа үткәрмәйенсә ҡуртымға биреүҙе, ер участкаларына ҡуртым түләүен билдәләгәндә түбәнәйтеү коэффициентын ҡулланыуҙы үҙ эсенә ала.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас