Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
4 Июль 2025, 09:32

"Тыныс күк йөҙө өсөн рәхмәт!"

Михайловка ауылында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яҡташыбыҙ – контракт хеҙмәте гвардия лейтенанты Александр Олегович Ермолаевты һуңғы юлға оҙаттылар.

Яугир менән хушлашырға ауылдаштары, дуҫтары, класташтары, күршеләре килде. Матәм тантанаһында шулай уҡ район етәкселәре, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, хәрби часть вәкилдәре һәм руханиҙар ҡатнашты.

Митингтың асып, райондың хәрби комиссары Максим Гребенщиков А. Ермоловичтың биографияһы менән таныштырҙы.
Һалдат 1998 йылдың 6 майында Михайловка ауылында тыуған. Урындағы мәктәптә 9 класты тамамлағандан һуң, Магнитогорск ҡалаһының төҙөлөш колледжына уҡырға инә. 2019 йылда Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафына саҡырыла. Алты ай хеҙмәт иткәндән һуң, хәрби хеҙмәткә контракт төҙөй. Ул рядовойҙан алып лейтенант дәрәжәһенә тиклем әрме хеҙмәтенең бөтә баҫҡыстарын үтә. Күп миҙалдарға һәм наградаларға лайыҡ була.
Үҙ теләге менән Ватан мәнфәғәтен яҡларға ҡарар итә, ләкин хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була. 
Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. 
– Ватанды неонацизмдан яҡлаған яҡташыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатабыҙ. Александр Ермоловичтың исеме халыҡ хәтерендә мәңгелеккә ҡаласаҡ, – тине ул. – Барыһын да тиҙ арала тыныслыҡ килһен өсөн доға ҡылырға саҡырам, алғы һыҙыҡта торған һалдаттар өсөн,  бөгөн беҙҙең менән булмағандар өсөн. Геройға мәңгелек дан! 
А. Ермоловичтың хеҙмәттәше С. С. Шевелевты тулҡынланыуһыҙ тыңлап булманы. 
– Беҙ хеҙмәт юлын Александр менән бергә башланыҡ. Ул ярҙамсыл, алсаҡ булды. Дуҫымдың мәңгелеккә ташлап китеүенә һаман да ышанырлыҡ түгел, – тине Степан Сергеевич һәм яҡташыбыҙ хеҙмәт иткән рота исеменән, ниндәй ҙә булһа проблемалар килеп тыуғанда, уның ғаиләһенә ярҙамға килергә вәғәҙә итте. 
Ауылдаштары исеменән Р. Почухайлова һәм В. Абсаҙыева телмәр тотто.
– Ул беҙҙең күҙ алдында үҫте. 6 майҙа Александр тыуғас, атайымдың шатланыуын хәтерләйбеҙ. Тәүге аҙымдарын нисек яһағанын, мәктәптә нисек уҡығаны хәтерҙә. Колледжға уҡырға ингәндә, ярыштарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулағанында ныҡ шатландыҡ. Ул көрәшсе булды. Ағаһы Константин хатта уға шиғырҙар бағышланы. Беҙ уның менән ғорурландыҡ. Олатаһы Константин Олегович Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтманы. Ә икенсе олатаһы Михаил Иванович – һуғыш ветераны, алған яраларынан иртә вафат булды. Александр ҙа ата-бабаларының ҡаһарманлығын дауам итте, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәйсә Ғәббәс ҡыҙы.
Вәсилә Сәғит ҡыҙы ла Александр Олеговичтың кешелекле изге күңелле булыуын билдәләне:
– Саша мәңге беҙҙең хәтерҙә ҡаласаҡ. Ул ҡояш кеүек ине. Мәктәптә һәр ваҡыт бөтәһенә лә ярҙам итте, изге күңелле булды, – тине ул һәм элекке уҡыусыһына махсус хәрби операция башланыр алдынан уҡ ир-ат бурысын үтәгәне һәм тыныс күкте һаҡлағаны өсөн рәхмәт белдерҙе. – Бөгөн беҙҙең ауыл халҡы хәрби хәрәкәттәр барыуын тағы ла нығыраҡ тойҙо һәм бындай ваҡытта беҙ барыбыҙ ҙа бергә булырға тейешбеҙ. Беҙҙең балалар беҙҙе яҡлай, ә беҙ барыбыҙ ҙа уларға ярҙам итергә бурыслы.
 Александрҙың класс етәксеһе А. И. Задина үҙенең уҡыусыһы тураһында күҙ йәштәре аша һөйләне.
 – Ул класташтарына ҡарата игелекле, өлкәндәргә ихтирамлы, дуҫтарына ышаныслы терәк булды. Сашаның контрактҡа ҡул ҡуйыуы уның патриотизмын күрһәтә. Бишенсе синыфта уларҙың мауығыуҙары, хоббилары тураһында белеү өсөн класс сәғәте үткәрҙем. Александр ырғаҡ менән бәйләй белеүен һөйләне һәм бәйләнгән уйынсыҡтар алып килде. Шул саҡта мин әсә менән ул араһында ныҡлы бәйләнеш булыуын аңланым. Ысынлап та, илһөйәрлек ғаиләлә башлана, - тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Әлмира Ильяс ҡыҙы.
Туғандары исеменән сығыш яһаған К. С. Гаврилов ауыр минутта ярҙам күрһәткәндәргә рәхмәт белдерҙе.
– Был беҙҙең һәр беребеҙ өсөн ауыр юғалтыу. Ағайым минең өсөн өлгө булды. Исемең мәңгелеккә халыҡ хәтерендә ҡаласаҡ, – тине Константин Сергеевич һәм ағаһына арнап ижад иткән шиғырын уҡыны.
Дәүләт флагы геройҙың ҡатыны Дарья Сергеевнаға тапшырылды. 
Геройҙың атаһы Олег Олеговичтың, әсәһе Мария Михайловнаның, ҡатыны Дарья Андреевнаның, ағаһы Константиндың һәм һеңлеһе Натальяның ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Йәнең йәннәттә булһын, яугир! Батырға мәңгелек дан!

Гөлсөм ХӘКИМОВА.

Рысҡужа ауылы үҙенең батыр улын – контракт хеҙмәте рядовойы Вилдан Вәғәз улы Баҡыевты һуңғы юлға оҙатты.

Матәм сараһында Вилдандың яҡындары, ауылдаштары, район хакимиәте вәкилдәре, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, ойошма-предприятие етәкселәре ҡатнашты. Район хәрби комиссары Максим Гребенщиков яугирҙең биографияһы менән таныштырҙы.

Вилдан Рысҡужа ауылында тыуған.  Урындағы мәктәптә башланғыс белемде алғандан һуң, 5-11 кластарҙы Ҡаҙмаш урта мәктәбендә тамамлай. Мәктәп йылдарында тырышлығы, сослоғо менән айырыла, класында лидер була. Ул гер спорты менән даими рәүештә шөғөлләнә, район кимәлендә призлы урындар яулай. Мәктәптән һуң, Башҡорт дәүләт педагогия университетының информатика бүлегенә уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, Ватан алдындағы изге бурысын үтәй. Магнитогорск ҡалаһының аэропортында һаҡсы булып хеҙмәт юлын башлай. Һуңынан үҙенең бригадаһы менән төҙөлөш эштәре менән булыша. Ҡайҙа ғына эшләһә лә һәр нәмәне теүәл үтәүе һәм еренә еткереп башҡарыуы менән айырылып тора. 
Вилдан Вәғәз улы балаларына яҡшы атай, һөйөклө кәләшенә тоғро иптәш, ата-әсәһенә һәм бер туғандарына терәк-таяныс була. Һәр ваҡыт ярҙамсыл, изге күңелле Вилдан ауылдаштары, класташтары араһында абруй яулай.
2022 йылда мобилизациялана. Һуңынан үҙ теләге менән контракт төҙөй һәм МХО биләмәһенә юллана. Шайморатов исемендәге батальонда хеҙмәт итә. Хәрби бәрелештәрҙә күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжәләге «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби батырлыҡтары өсөн» һәм «МХО-ла ҡатнашыусыға» миҙалдары менән наградланған. Ул алғы һыҙыҡта үҙен ысын башҡорт яугире һәм тоғро дуҫ итеп күрһәтә. Ҡыҙғанысҡа күрә, һалдат 2024 йылдың 10 октябрендә хәрби антҡа тоғро ҡалып, яу яланында батырҙарса һәләк була.
Һалдат менән хушлашыу сараһында тәүгеләрҙән булып район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Махийәнов һүҙ алды:
– Илһөйәр, сос Вилдан кеүек батырҙарҙың исеме онотолорға тейеш түгел. Бының өсөн район хакимиәте тарафынан бөтә эштәр ҙә башҡарыласаҡ, ғаиләгә бөтә ярҙам саралары ла күрһәтеләсәк. Ул беҙҙең тыныс тормош, именлегебеҙ өсөн башын һалды. Батырҙың йәне йәннәттә булһын.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Йәлил Зәйтүнов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ҡоролтай депутаттары корпусы исеменән Вилдандың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты һәм уның батырлығы тураһында киләсәк быуындарға һөйләнеләсәк, тип ышандырҙы. 
Амангилде ауылы биләмәһе башлығы Вадим Абдуллин яугир менән бер мәктәптә уҡыуы, һалдаттың эшһөйәр, дәртле, тыумыштан ҡурҡыу белмәҫ яугир булыуын, хәрби булам тип ынтылыуын билдәләне. 
Мәғариф ветераны Фирүзә Сафина яугир тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. 
– Рысҡужа ауылы халҡы хеҙмәт һөйөүҙәре, илһөйәр, рухлы балалар тәрбиәләүҙәре менән айырылып тора. Вилдан мәктәптә уҡығанында башҡа малайҙар кеүек шаярып та, һуғышып та йөрөмәне. Тыныс холоҡло ине, төрлө һорауҙар бирергә яратты. Ҡайһы ваҡытта мин үҙем дә йөҙәп ҡала торғайным. Ҡыҙыҡтары ла күп булды. Һәм шуны әйтергә кәрәк: 2007 йылдың 16 ноябрендә Нәжиб Асанбаевтың уға автограф менән бүләк ителгән китабын (“Вилданға Нәжиб Асанбаевтан” тип яҙылған) һәм шул китапты һуңғы ҡыңғырауҙа ул миңә тапшырҙы. Бында “Яратҡан уҡытыусым Фирүзә апайға. Баҡыев Вилдан” тип яҙған. Һәм ул китапта авторҙың һуңғы пьесаһы “Исемкәйең ҡайтты, Вәлиди!” тип атала. Шуның шикелле Вилдандың да исеме тыуған яғына дан булып ҡайтты. Китапты мин ҡатынына тапшырам, балаларына яугир аталарынан иҫтәлек булыр, – тине ул бөтә халыҡты зар илатып. – Ғөмүмән, һуғыш тиҙерәк бөтһөн. Башҡаса йәштәр ҡырылмаһын ине, аяҙ күк йөҙө теләйем бөтәгеҙгә лә!
Дуҫтары һәм класташтары исеменән сығыш яһаусы Миңзифа Мохтарова ла дуҫы тураһында тик яҡшы хәтирәләр һөйләне һәм туғандарына сабырлыҡ теләне. 
– Шуҡлығы, отҡорлоғо, һөймәлеклелеге, олпат кәүҙәле булыуы менән айырылып торҙо. Класташтарҙы  бер йоҙроҡҡа туплап йөрөүсе лә ул булды. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп ултырманы. Хатта отпускыға ҡайтҡанында ла “Һеҙ һуғыштың насар яғын ғына күрәһегеҙ. Әгәр ҙә шунда барып эләкмәһәм, мин икмәктең, һыуҙың ҡәҙерен белмәҫ инем. Атай-әсәйҙе, яҡындарымды ни тиклем яратыуымды, уларҙан алыҫта булғанда ни тиклем һағыныуымды аңламаҫ инем,” тине. Ошо ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә күпте күреп, күпте кисереп өлгөрҙө Вилдан. Беҙ унан дәрт, илһам, көс алып йәшәнек. Класташыбыҙҙың шат йылмайған йөҙө беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр”, – тине ул.
Мәрхүмдең яҡын туғаны Йәлил Фәйзуллин һалдаттың йәшләй донъя ҡуйыуына, балаларҙың етем ҡалыуына үкенес белдерҙе.
Рәсәй Федерацияһы флагы һәм яугирҙең фуражкаһы иҫтәлеккә һөйөклө кәләше Зилиә  Камил ҡыҙына тапшырылғандан һуң, матәм сараһы ябыҡ тип иғлан ителде. Вилдан Вәғәз улы Рысҡужа ауылы зыяратында ерләнде.
Мәрхүмдең атаһы Вәғәз Әнәс улының, әсәһе Вәсилә Хәлил ҡыҙының, кәләше Зилиә Камил ҡыҙының, балаларының һәм бер туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Г. ТИМЕРЙӘНОВА.

Читайте нас