Яугир тәрбиәләнгән ғаилә
Бөйөк Ватан һуғышы башланған мәл. ФЗО-ла эшләп йөрөгән йәш егеттең дә башҡалар кеүек үк Ватан өсөн көрәшергә теләге уяна. Исмәғизәм хәрби комиссариатҡа килгәс тә, “урыныңа кеше тапһаң ғына ебәрәбеҙ” тигән яуап ишетә. Үҙенә алмашҡа йәш ҡыҙҙы өйрәтә башлай. Ләкин бәлә аяҡ аҫтында. Өйрәнсек йәш ҡыҙ станокты тоҡандырам тигәнсе һөнәрсенең аяғын ҡыҫтыра. Һуғышҡа китәм тип янып йөрөгән йәш егетте комиссовать итеп ауылға ҡайтаралар. Ауылға ҡайтҡас егет баш көллө эшкә сума. Төрлө йылдарҙа төрлө ерҙәрҙә эшләй, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн күп маҡтау ҡағыҙҙарына, орденға лайыҡ була. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ауылда йәшәй, һуғыштан һуңғы йылдарҙа колхозды күтәрешеүҙә әүҙем ҡатнаша.
1944 йылда Рәсимә исемле ҡыҙ менән ғаилә ҡора, уларҙың бер-бер артлы ете балаһы яҡты донъяға ауаз һала. Һүҙем Ишҡол ауылында йәшәп матур эҙ ҡалдырған Исмәғизәм һәм Рәсимә Үҙәнбаевтар хаҡында.
Сәсергә тип әҙерләгән орлоҡто таратып биргәне өсөн ғаилә башлығын ҡулға алалар. Һуғыш барған заман булғас, уны ҡаты хөкөм итеп, ун йылға иркенән мәхрүм итәләр. Ҡатыны балалары һәм ҡәйнеше, бикәсе менән тороп ҡала.
Рәсимә Усман ҡыҙы ла ҡатмарлы тормош юлын үтә. Утыҙынсы йылдар башында атаһына халыҡ дошманы тигән мөһөр тағып, ҡулға алалар. Йөклө килеш ҡалған әсәһе һәм ҡустыһы менән төрлө ыҙа-михнәттәр күреп, һигеҙ йыл тигәндә атаһының иҫән ҡайтыуын көтөп алалар.
Төрлө осорҙа тормоштоң һалҡын елдәренә бирешмәгән Үҙәнбаевтар ғаиләһе балаларында хеҙмәткә һөйөү, Ватанға хөрмәт, уҡырға ынтылыш тәрбиәләргә тырыша. Иң оло ҡыҙҙары Нәйрә һатыусы-ревизорға уҡый һәм Асҡарҙа эш башлай. Икенсе ҡыҙҙары Гөлсөм Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлап, Мәләүез районы Смаҡ ауылы егетенә тормошҡа сыға, ошо ауыл балаларына 47 йыл арымай-талмай рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Ул бөгөн дә сафта, тик мәҙәниәт өлкәһендә. Мәләүез районында мәҙәни саралар ойоштороусы булып эшләй, “Мәләүез ынйылары” фольклор ансамблен етәкләй. Йәнил төҙөүсе һөнәрен һайлаған, донъяһын сынъяһау итеп тота. Ул гармунда ла оҫта уйнай, Стәрлетамаҡта баян класында уҡып, Ишҡол мәҙәниәт йортонда эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Нәзимйән иһә ғүмере буйы водитель һөнәренә тоғро ҡалған, хаҡлы ялда булһа ла, әле лә руль артында. Ул да гармунсы. Гөлсирә шулай уҡ мәғариф өлкәһендә 37 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Гөлнәфис Буранғол ауылында йәшәй, ул медицина юлын һайлаған. Амангилде табип амбулаторияһының регистратураһында эшләй. Кесе улдары Вәлинур иһә бала саҡтан техникаға әүәҫ була. Ишҡол урта мәктәбен тамамлағас, Ватан алдындағы изге бурысын үтәп ҡайта. Һуңынан тыуған ауылында эш башлай, тырышып хеҙмәт итә. Колхоз тарҡалғас, Өфө ҡалаһында ла эшләй.
Исмәғизәм менән Рәсимә Үҙәнбаевтар ауылдың күренекле, хөрмәтле кешеләре булып, балаларына матур тәрбиә биреп, тормошта кәрәкле һөнәрҙәр һайларға ярҙам итеп, талантлы ла, тырыш та ул-ҡыҙҙар үҫтергәндәр. Әсәй кеше кейеҙ, балаҫ баҫҡан, ҡул эштәренә оҫта булған, аталары иһә өҙҙөрә баҫып бейегән, гармунда уйнаған. Йәмәғәт эштәренән ситтә ҡалмағандар. Әммә улар икеһе лә күптән мәрхүмдәр инде. Һуғыш йылы балалары булараҡ, ауыр тормош юлы уҙған, күп һынауҙар үткән, шуға ҡарамай бик матур донъя көткән кешеләр ине, тип хөрмәтләп иҫкә алалар бөгөн дә уларҙы ауылдаштары. Иҫән булһалар, бөгөнгө көндә 14 ейән-ейәнсәргә, 21 бүлә-бүләсәргә бәхетле олатай-өләсәй булырҙар ине.
Йыр-моңға ғашиҡ Үҙәнбаевтар ғаиләһендә өс бейеүсе, ике гармунсы тәрбиәләнгән. Гөлсөм, Йәнил, Гөлнәфис “Йәшлек” бейеү ансамблендә бейеһәләр, әйтеп китеүемсә, Нәзимйән менән Йәнил – гармунсылар. Гармунда уйнарға улар аталарынан өйрәнә.
Бөгөн уларҙың һәр ҡайһыһы үҙе атай-әсәй, ҡайны-ҡәйнә, олатай-өләсәй булып, матур донъя көтәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Нәйрә менән Гөлсирә баҡыйлыҡҡа күскән.
“Илһөйәр булып ҡалам!”
2023 йылдың октябрь айында Вәлинур Исмәғизәм улын райондың хәрби комиссариатына саҡыралар һәм ул үҙ теләге менән ил тыныслығын һаҡларға барырға ризалыҡ бирә. Геройыбыҙ 1969 йылғы. Ғаиләлә иң кесеһе булғас, атай менән әсәйҙең генә түгел, апай-ағаларының да иркәләү-хәстәрен, яратыуын тойоп үҫә ул. Спортты ярата, тыңлаусан бала була.
Ватан алдындағы бурысын Мәскәүҙә үтәй, сержант булып ҡайта. Унда ла ипле булыуы, тоғро хеҙмәт итеүе менән айырылып тора. Хеҙмәт иткән еренән ата-әсәһенә рәхмәт хаты ла килә.
Унда яугир махсус хәрби операцияла иғлан ителгәс, Вәлинур Үҙәнбаев та ил һағына баҫа. Башҡортостан батальондарының береһендә бик күп яҡташтары менән бергә була.
– Юлда уҡ бер-беребеҙ менән туғандар кеүек яҡынайҙыҡ, яуҙа йөрөгәндә лә ярҙам – хәстәрҙәрен тойоп, берҙәм булып йәшәнек. Бындай саҡта яныңда ышаныслы дуҫтар булыуы бик мөһим. Әле лә дуҫтар-яуҙаштар менән хәбәрләшеп торабыҙ, бәйләнеште өҙ- мәйбеҙ, – ти яугир.
Вәлинур Исмәғизәм улының һуғышҡа китеүенең төп сәбәбе – эш урыны. Ул водитель булып эшләгән ерҙә гуманитар ылау менән МХО биләмәһенә барып ҡайта. Фураларға аҙыҡ-түлекте үҙе тейәшеп, уларҙы оҙатышып йөрөй.
Яҡташыбыҙ 2024 йылдың 9 майында Украинала Кременной ерендә барған көслө алышта ҡаты яралана һәм 8 ай буйы хәрби госпиталдәрҙә дауалана. 30 декабрь көнө ул тыуған яғына әйләнеп ҡайта.
– Март тирәһендә ҡустым юҡ булды, май тирәһендә генә хәбәре килеп етте. Алғы һыҙыҡта сағында ҡаты алышҡа эләгеп, бөтөн әйберҙәрен дә юғалтҡан булған. Ишектән килеп ингәненсә, аяҡтары юҡ икәнен белмәнек. Был турала ул беҙгә әйтмәне, – тип һөйләй яугирҙең апайы.
Һуғышта булғанында емерек йорттарҙы, кешеләрҙең аслы-туҡлы йәшәүен күргән һалдат түбәндәгеләрҙе бәйән итә:
– Ҡалала эшкә лә йөрөнөк. Иҫке машиналар, биналар, халыҡ ныҡ ауыр йәшәй унда. Халыҡ ярҙам иткәнебеҙ өсөн гел рәхмәт әйтеп торҙо. Бер көндө имам килде һәм мәсет эшләргә ҡушты. Шул мәсетте төҙөшөп бөтә алманым, иң үкенеслеһе шул. Дошман беҙҙә илһөйәрлек рухын һүндермәне, мин бөгөн дә илһөйәр булып ҡалам.
Ҡот осҡос һуғыш тәнде генә түгел, йәнде лә ғүмерлеккә яралай, унда күргәндәрҙе, кисергәндәрҙе мәңге оноторлоҡ түгел. Вәлинур Исмәғизәм улын госпиталдән һуң аяҡҡа баҫтырыу, хәстәрлек күреү, тән һәм йән яраларын дауалауҙа Ғәҙел һәм Гөлнәфис Мөлөковтарҙың ғаиләһенең роле бик ҙур. Яугиребеҙ ҙә бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, туғандары, дуҫтары, ауылдаштары ярҙамы менән донъя көтөргә тырыша. Тыуған ауылында, атай нигеҙендә өр-яңы йорт күтәргән.
– Ауыл биләмәһе башлығы Абдулхай Солтанов та, ауылдаштары ла махсус хәрби операция яугирҙәре тураһында ҙур хәстәрлек күрә, бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға тырышалар. Бөтөн туғандарыбыҙ исеменән уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, – Гөлнәфис Мөлөкова. – Беҙҙең тыныслыҡты һаҡлап, ил мәнфәғәтен яҡлап махсус хәрби операцияла ҡатнашып, яраланып та, һау-сәләмәт ҡайтҡандарына ла оло рәхмәтле, ихтирамлы булайыҡ, ярҙамыбыҙҙан ҡалдыр- майыҡ! Яу яланында ятып ҡалғандарҙың, үҙ ғүмерҙәрен биргән яҡташтарыбыҙҙың исемдәрен онотмайыҡ, ғаиләләренә ярҙам итәйек, яҡташтар!
Яугир Вәлинур Үҙәнбаевҡа “Салауат” ЯСЙ-һы 2025 йылдың икенсе ярты йыллығына “Осҡон” гәзитен яҙҙырҙы.
Яугир хеҙмәттәштәрен, бергә йөрөгән дуҫтарын һаман да һағынып һөйләй. Яраланып ҡайтҡанына бөгөн дә әсенә, иптәштәремә ярҙам итер инем, күңелем менән мин улар эргәһендә тигән ваҡыттары ла булғылай. Күрәһең, бала саҡтан килгән тәрбиә, илһөйәрлек үҙенекен итәлер инде. Әммә зарланмай һалдат, үҙ алдына һәүетемсә генә донъя көтә, доғалар ятлай, тыныслыҡ килеренә өмөт итә.
Гөлфиә НИҒМӘТУЛЛИНА.
Фотолар ғаилә архивынан.