Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
15 Сентябрь 2025, 10:51

Автопарк яңыра

Республикаға туғыҙ сүп-сар ташыу машинаһы һатып алынған.

Автопарк яңыра
Автопарк яңыра

Автопаркты яңыртыу “Экология именлеге” милли проектының маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килә, тип хәбәр итә республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.

Ошо арала сүп-сар ташыусы яңы машиналар Бәләбәй, Саҡмағош, Бүздәк, Баҡалы райондары һәм Октябрьский ҡалаһы маршруттарына сыға. Махсус техниканы “Экология Т” компанияһы Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы менән Рәсәй экология операторының “Росагролизинг” махсус программаһы аша һатып алған.

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыуға тотонолған техниканы яңыртыу буйынса ил субъекттары араһында алдынғы урындарҙы биләй. Заманса эшләнгән сүп-сар ташыусы машиналар республика операторҙары эшен һөҙөмтәлерәк итергә, ҡалдыҡтарҙы тотороҡло график буйынса сығарырға мөмкинлек бирергә тейеш.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.

Автор:
Читайте нас