Нур менән Азат — күршеләр. Күршеләр генә түгел, тиңдәштәр. Юҡ-барға үсегешеп, йоҙроҡтарҙы төйөп, тас-тос килеп, ҡапыл сәкәләшеп китәләр. Ике-өс көн айырым уйнайҙар ҙа, бер-береһен һағынышып та өлгөрәләр. Мәктәпкә лә бергә йөрөйҙәр, бер парта артында ултыралар. Хатта өйгә бирелгән эштәрҙе лә икеһе өсөн береһе эшләп, дәрес ваҡытында ым йәки бармаҡтар менән ишаралап, шыбырлап, ауыр яуаптарҙа бер-береһен ҡотҡаралар. Улай ғына түгел, белмәгәндәренә яуапты интернет киңлектәрендә йөҙөп табалар, әлегә төрлө атластарҙа илдәр, һыу юлдары буйлап сәйәхәт ҡылалар, мәктәп намыҫын яҡлап төрлө бәйгеләрҙә урын яулайҙар. Мәктәп юлында сумкаларын текә генә тотоп, ҡайҙа ла айырылмаған дуҫтарҙы күҙәткәндәр, уларҙы «Ишәй менән Ҡушай» тип йөрөтә. Киләсәктә икәүләп Ер шарын урап сығырға уйҙары. Сәйәхәтсе Фернан Магеллан Тымыҡ океан буйлап гиҙеп, Көньяҡ Американы асҡан. Бәлки, Ер шарында асылмаған утрауҙар, етенсе материк барҙыр? Азат менән Нур асҡан ҡултыҡты Азатнур ҡултығы тип атап, атласҡа индерһәләр? Йәй етһәме...
Уларҙың лагеры ла, бассейны ла Ҡарабалыҡты күле. Ниңәлер ошо күл һәр саҡ үҙенә тарта. Күптәр «Ирәндек»кә ял итергә ашҡынһа, уларға ошо һыу сығанағы — ожмах үҙәге. Балаларҙы күл шифалы һыуы, йәмлелеге, хозурлығы, үҫемлектәре, һыу аҫты донъяһы менән арбай. Көндәр буйы бәпкә үләнендә аунап, көрмәкләшеп, лыҡма һыу булып, өшөп «ҡош тәне» сыҡҡансы йөҙәләр. Таң нурҙары ҡыйылғанда ыуыҙ бөркәнсеген ябынған күл ситенә галактика йондоҙо төшә. Был ғәжәп һоҡланғыс күренеш. Уның ультрафиолет нурҙары күл өҫтөндә иҫ китмәле төҫтәрҙә сағылып, «Ҡояш күлгә төшкән» исемле пейзажды хасил итә. Бер-бер артлы теҙелгән зәңгәр күҙле Мауыҙҙы, Сабаҡты, Ҡарабалыҡтыны тирә-яҡтан ағылған ситтәр тәбиғәттең мөғжизәһенә тиңләй. Сабаҡты күле, ысынлап та, «һәйкәл күл» статусына эйә. Тимәк был күлгә экологик хәүеф янай, ул дәүләт кимәлендә яҡлауға мохтаж.
Малайҙар, үҙҙәрен Ҡарабалыҡты күленең хужаһы тип тоя. Уларҙың әллә нисә быуын олаталары ошо күл буйына ерегеп ғүмер кисергән. Иңдәренә төшкән ил хәстәрен атҡарған. Ана, күл уртаһында кәмә сайҡала. Кемдеңдер ҡармағына балыҡ ҡарпый.
Малайҙарға һыуыҡ һыуҙа сирҡансыҡ алыуы етә. Был һыубаҫарҙарға күл төбөн өйрәнергә махсус аксессуар кәрәкмәй. Битлек, көпшә, ласты, гидрокостюмдың хаҡы ла апаруҡ. Ласты — уларҙың ишкәк аяҡтары, гидрокостюм — ҡыуан елдәргә, ҡояштың ҡайнар нурҙарына бешеп, сыныҡҡан тәндәренең тире ҡатламы. Битлек — күл еленә ярылған «һинд» йөҙҙәре. Шул йөҙҙә күҙҙәр, тирә-яҡты күҙәтеп, сәғәт маятнигылай, туҡтауһыҙ йүгерә.
Ҡапыл тулҡындарҙы тирбәлдереп, еңелсә ел өрҙө. Күк дөһөрләне. Күк ғаләме ғаиләһе Йыһан донъяһында дәһшәтлелеген күрһәтеп, ерҙәгеләргә тамаша ҡылырға ашҡына. Ҡапыл һыу буйындағы ҡамыштарҙы эйелтеп, ҡыуғын бар тереклекте һыйпап үтте. Дауыл күл тулҡындарын ярға нығыраҡ ҡаҡты. Бала-саға өшәнеп, шунда уҡ кейеменә йәбеште.
— Сәмиға, сыға һал! Йәшен ата! Сәсеңде күк һөрәй!
Ҡыҙҙың сәсе туҡһан градусҡа күккә ҡарап тырпайған! Ярай, күреп ҡалдылар. Бәлә-ҡазанан йолоноп, һәр бере өйөнә сапты. Иртәгә тәбиғәт ниндәй сюрприз әҙерләр?
...Азаттың атаһы Алмас ағай Алыҫ Көнсығыштың Камчатка ярымутрауының ярҙарын йыуған Беринг диңгеҙендә әрмелә моряк булған. Ул малайҙарға һыу аҫтында оҙаҡ булыу серҙәрен күнектерә: ауыҙҙы асып ҡорһаҡты эскә тартып һулайҙар, ун секунд эсендә тынды яйлап танау аша сығаралар, һыуҙа илле-алтмыш секундҡа еткереп рекорд ҡуялар. Малайҙар һуналармы ни, туҡтауһыҙ сума. Һаҡһыҙҙан төпкә зөмбәй һөйрәтә ҡалһа... Уф, ана баштары күренде! Нур менән Азат өсөн махсус бассейн кәрәкмәй. Йөҙ метр арауыҡты «һә» тигәнсе ҡолас ташлап йөҙөү — уларға ике тин, бер аҡса. Яр буйының шифалы йылыһын һеңдергән ҡырсынташы аяҡ табандарын ҡыҙҙырып йылыта. Эре таш урындыҡ өҫтөндә, йәиһә яр буйын күл һыуы йыуған ҡомлоҡта көн битенә ирәйеп кибенәләр.
— Айнур ағайым «прибор ночного видения тепловизор» кәрәк, тип шылтыратты атайыма, — тине Азат Нурға ҡарап. — Нисек тә ярҙам ҡулы һуҙырға тейешбеҙ. Ағайҙарыбыҙ Украина нацистарын еңергә тейеш.
— Ниндәйен? Хаҡын һорашманыңмы?
— «Бөркөт» тигәне.
— Хаҡы? — Һорау һауала эленеп тороп ҡалды.
«Һыу баҡалары, етәр, ҡайтығыҙ!» — Нурҙың әсәһе көтөүҙе ҡаршыларға сыҡҡан. Ҡояш апайға мөһабәт Ҡырҡты тауы артына артылырға күп ваҡыт ҡалмағайны.
...Таңғы һиллектә ашап ҡалһын тип, еңгәләр быҙауҙарын үрешкә ҡыуа. Азат Нурға юлланды. Йоҡо мискәһе! «Нур... Нур...» Табанын ҡытыҡлайым әле? Аяҡтарын юрғаны эсенә тартты. Кисәге ырҙындағы картуфҡа эйәләгән колорадо мәскәйҙәрен сүпләгәйнеләр, йонсоған. Башын тырнап тора бирҙе лә, ҡалайтаһың, өй ҡыйы булып ятып булмаҫ, һыу буйына яңғыҙы барыр.
Йомро күл көҙгөләй ялтлай. Күл турғайы ҡом, тупраҡҡа үлән ҡушып, суҡышына күл һыуын уртлап яһаған кесекенә ояһында бәүелә. Энә күҙәүендәй төрткөләр төшкән күгелйем йомортҡаларын эҫетеп, нәҫелен хәстәрләй.
Ала ҡайын, тал баҫҡан ярға яҡын аҡҡош ғаиләһе көмөш һыуҙа тирбәлә. Пар аҡҡоштар икенсе йыл үҙҙәрен ымһындырған күлгә эйәләне. Сәүит заманында ата-бабалары күл буйында ҡош-ҡорт, сусҡа, һөтсөлөк фермаларында эшләп, көн күргән. Әлбиттә, бөтә бысрағы тәбиғи һыу сығанағына һарҡҡаны, әйтмәһәләр ҙә, һәр кемгә мәғлүм. Азат «Ҡарабалыҡты күлен өйрәнеү» ғилми эшендә ошо һыу сығанағына янаған проблемаларҙы асыҡлап, уны бөтөрөү юлдарын һананы. Нур балыҡсы олатаһының күл буйындағы тормошон тасуирланы. «Шаһиғәле олатайым Ҡарабалыҡты күле буйында будкаһында йәшәне. Рационында һәр төрлө балыҡ булғанғалыр, үҙ күҙҙәре менән энә һабаҡланы, аҡылы ла теүәл, зиһене лә асыҡ, һәр кемде таныны, күҙлекһеҙ гәзит уҡыны. Беренсе донъя, граждандар һуғышы шаһиты, Мортазинсы олатайым Сталин репрессияһына дусар булған. Ун бер ауылдашы араһынан гулагтан яңғыҙы ғына әйләнеп ҡайтҡан. Күл буйына барған һайын, олатайымды күргәндәй булам. Ил яҙмышын үҙ иңдәрендә күтәргән олатайым менән ғорурланам», — тигән яҙмаһын тапшырҙы. Уларҙың ғилми тикшереү яҙмаларын хупланылар, республиканың маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнеләр. Уйҙарға батып, күл буйына эркелешкәндәрҙе абайламаған...
Ваҡ бала-саға яр ситендә бер-береһенә һыу сәсрәтә. Өлкән туғандарына эйәреп килгәндәре яр ситендәге йылымыс һыуҙа ҡағыҙ кәмә йөҙҙөрә. Күл уртаһына тиклем йөҙөп барғандары бар. Ана, берәүһе, салҡан ятҡан. Нисек батмай? Эй, физика уҡытыусыһы Әкрәм Мөхәммәт улы, тән тығыҙлығы һыуҙан еңел булһа, һыу кешене күтәрә, тигән ине шул. Ишәйгә Ҡушайһыҙ ҡыйын. Ахырҙа, бейеккә тартып, эре таш урындығына сүгәләне. «БПЛА, тепловизор...»
Атаһының бер туған ҡарындашы Римма инәй әле Калуга тигән ҡалала йәшәй. Өфөлә нефть институтын бөтөргән. Юллама буйынса Украинала заводта эшләгән. «Совет заманында уҡ әле балалары үҙҙәрен бандерасыларға тиңләп уйнанылар. Улар идол Бандераны Көнбайыш Украинаға азатлыҡ яулаусыға тиңләп, уны милли герой тип һанайҙар. Үҙаллылыҡты ундай юл менән алмайҙар. Бөйөк Ватан һуғышында ҡанһыҙлыҡтары менән данға сыҡҡан яуыздар», — тип һөйләне телефондан. Тимәк... Ауылдаштары Украинала бандерасылар менән көрәшә. Фекерен төйнәй алмай, күл артындағы панорамаға текәлде...
Күл ситендәге арба юлы буйлап һыбайлы ҡайҙалыр юрта. Бәпкәләрен эйәртеп аҡҡош ғаиләһе һыуҙа тирбәлә. Оҡшаған һылыуҡастарға Ҡарабалыҡты! Матурлығы менән һәр йән эйәһен арбаған аҡ ҡош! Ҡыш өҫтөндә яуған өлпөр ҡармы, мамығы ҡабарған. Ҡарап туйғыһыҙ. Аҡ йомғаҡҡа һылап йәбештереп ҡуйған нәфис торба муйындарын һуҙып, бәпкәләрен теүәлләйҙәр. Матурлыҡ алиһәләренең ҡорбаны була яҙҙы ауылдаш Камил апа.
...Ҡояшлы, елһеҙ ине ул көн. Ғәҙәттәгесә икәүләп һыйырҙарының ҡойроҡтарынан тотоп саптыртып, көтөүгә ҡуштылар. Күл өҫтөндә йоҡа көҙгө пәрҙәһе. «Кәмә түңкәрелде». Һәр секунд иҫәптә. «МЧС! 112!» Азат смартфоны төймәләренә баҫҡылап: «Әбйәлил районы Ҡарабалыҡты күлендә ЧП!» — тип ҡысҡырҙы.
Сирена! МЧС! Өс һыубаҫар Азат менән Нурҙы моторлы кәмәгә тейәп, йәшен тиҙлегендә хәүефле урынға ташланды. Ни булған тигәндәй, бәпкәләрен ҡурсалап, аҡҡоштар муйындарын һуҙып, һыу өҫтөнән атлап тигәндәй күл ситенә шылды. Ике ҡотҡарыусы күл төбөнә сумды. Өсөнсөһө кәмәлә бинокленән күл буйын байҡаны. Һыубаҫарҙар өҫкә ҡалҡтылар. Малайҙарҙы тейәгән моторлы кәмә ен ҡыуғандай ярға ынтылды. Бәй! Камил апа тора! Төньяҡ Боҙло океандың Мурманск флотында һыу аҫты кәмәһендә айҙар буйы йөрөгән кеше бата буламы? Кәмә төпкә түңкәрелгән. Кәмә табылыр.
Эт өрҙө. Почтальон килгән. Ауылдың тәртип һаҡлаусыһы сәғәт унға бүлмәһенә саҡырған. Камил апа, погонлы Ишбулат ағай уларҙы йылмайып ҡаршы алды. «Һәр кемгә балаһы ғәзиз инде. Минән бәпкәләрен ҡыҙғандылар. Кәмә сайҡалды. Тигеҙлек һаҡлай алманым. Сумдым, әлбиттә. Йәйге кейем йоҡа, ҡамасауламаны. Йөҙәм, салҡан ятып ял итәм. Ҙур рәхмәт һеҙгә!» — тип малайҙарҙың ҡулдарын ҡыҫты. Ишбулат ағай «Һиҙгерлегегеҙ, ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙғанығыҙ өсөн», — тип малайҙарҙың һул яҡ түштәренә «За спасение погибающих на водах» тигән миҙал ҡаҙаны. Камил апа уларға конверт тотторҙо. Конвертта, беләһегеҙме күпме? 3000 һум! Уррра, тепловизорға иғәнә! Улай ғына түгел, Камил апалары таңғы бишкә күл буйына ҡунаҡҡа саҡырҙы.
Әтәс урынына ҡалған смартфон уятҡыс теүәл ваҡытында зыңғырлап Нурҙы уятты. Кемдер әсе һыҙғырҙы. Азат! Малайҙарҙы күргәс тә йылмайып, Камил апа өр-яңы ҡармаҡтар тотторҙо. «Телескопик ҡармаҡ. Ҡылысы 6 метр оҙонлоғонда! Кәтүге лә бар. Еме? Камил апа селәүҙәрҙе лә хәстәрләгән. Яртылыҡ банкала улары мыжғый.
— Балыҡтар сиңерткәгә лә әүәҫ, — тине апа ҡармағын ырғытып. Ҡояш ҡалҡып, баш осона ыңғайлағансы биҙрә тулды. Алабуға, суртан, ҡомтөрткө, ҡарабалыҡ... Яр башынан эре таштар алып, мөйөшләп усаҡ яһанылар. Таш араһына ҡарағай тубырсыҡтар һалып, ут тоҡандырҙылар. Камил апа һәр балыҡты, үҙе кеүек, гәзит ҡағыҙға төрөргә ҡушты. Нәҙек тал сыбыҡтарына тиклем әҙерләгән. Улары уҡ кеүек осло! Балыҡҡа ҡаҙанылар ҙа улай-былай әйләндереп, ҡағыҙы янып көлгә әйләнгәнсе быҙлаған ҡуҙға ҡурҙылар. Үәт тәмле! Бешеле-сейле ит шәшлегенән биш артыҡ! Ваҡ ҡылсыҡһыҙ ҡара балыҡ үтемле. Күлгә, апаға, балыҡтарға рәхмәт!
Ташбулаттар һармаҡтар,
Алабуға ҡармаҡтар,
Алабуға төшөп китһә,
Ҡулын болғап алмаҡтар!
Бына һиңә, мә! Кем төрттөрә? Күҙлек кейгән, йомортҡа башлы, ҡаҡса малай, яндарына уҡ килеп баҫты. Муйынына бәләкәй радиоприемник аҫып алған. Уныһы күл буйын яңғыратып йырлай.
— Минең күлемдән балыҡ тоторға ярамай! Күл атайымдыҡы!
— Күлде һатып алдығыҙмы әллә?
— Бәлки һеҙҙең пневматик спинингығыҙ ҙа барҙыр. Балыҡтарығыҙҙы ергә ауҙарығыҙ! — Биҙрәгә тибеп үк ебәрҙе был! — Йә, һана, нисә суртан тоттоғоҙ? Туғыҙ. Норма — ун! Ҡутарғансы штраф сәпәр инем!
Камил апа, ҡулын күтәреп, малайҙарға туҡтарға ҡушты. Ят малай кем менәндер смартфон аша зыҡ ҡубып һөйләшергә тотондо.
— Рөхсәт ҡағыҙым бар. Беҙҙең яҡтан закон боҙоу юҡ! Тәүҙә үҙеңдең ошо күлгә хужалығыңа документыңды күрһәтергә тейеш инең. Төртмә таҡмағың урынлы түгел.
— Һармаҡтар — ахмаҡтар, урыҫ телендә дурактар, — тине Азат ҡыҙарып.
— Тимәк, беҙ, һинеңсә, алйоттар булабыҙмы? — Нур, йоҙроҡтарын төйнәп, уға ынтылып ҡуйҙы.
— Һыу буйында бер баҡа
Ботон күтәреп ята,
Ауыҙында теше юҡ,
Уны белгән кеше юҡ,
Балыҡ тоторға исмаһам,
Бөртөк ҡармағы ла юҡ!
— Ысынлап та ауыҙында тештәре әҙ генә, — тип ауыҙын баҫты Азат.
— Йәл. Күл уныҡы булһа ла, тештәргә кәрәкле кальций, фосфор, цинк, йод балыҡтарҙа күп икәнен белмәй микән? Теш туҡымаһы серей, эмале ҡумшый шул, – апаҡулдарын йәйеп шулай тип әйтеп һалды.
— Балыҡты һатып, байығаларҙыр. Үҙҙәре ашамаһа ашамайҙыр, услап аҡса йыяларҙыр, — тине Азат әсәһенә оҡшатып.
— Бәлки, шулайҙыр ҙа, — тине Камил апа ҡояштың эҫе нурҙарынан һаҡланып кейгән ап-аҡ ҡына безболкаһын батыра биреп.
Камил апаның һөйләгәнен ҡолағына элдеме-юҡмы, хужа малай смартфонынан айырылмай ары атланы.
— Бер уйлаһаң күлдең хужаһы булыуы ла һәйбәт, — тип һүҙен дауам итте ул. — Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, башбаштаҡһыҙ браконьерҙар, аҡсаға туймаҫ әҙәмдәр ау һалыр, киләсәген уйламаған белекһеҙе тиҙәген дә ауҙарыр, ауыр металына ҡуша... Күлдә ауырыу тыуҙырған микроорганизмдар үрсер ҙә балыҡтар Һыуҙа йыйылған азот-фосфорға тонсоғор, күл аҫты тереклеге юҡҡа сығыр. Ҡоштар ҙа Ҡарабалыҡтыны үҙ итмәҫ. Былай, балығы беҙгә лә, ҡоштарға ла етә. Яҙғыһын балыҡтар ыуылдырыҡ сәскән ваҡытта һуң... Ҡайһы берәүҙәр бөгөнөгөһө менән йәшәй, иртәгәһен, киләсәген уйламай.
Малайҙар түңәрәк күлгә ҡарап, ишеткәндәренә баһа биреп, уйға батты.
— Күлгә байлыҡ көҫәгән хужа кәрәкмәй, — Азат апа һөйләгәнгә үҙ фекерен белдерҙе.
— Һуғышҡа ҡәҙәр районыбыҙҙың балыҡ заводы ла булған. Күсем ауылында. Һуғыш тоҡанғас туҡтаған инде, — күпте белә шул Камил апа! Малайҙар балыҡтарын тал сыбыҡҡа теҙеп, өйҙәгеләрен ҡыуандырырға ашыҡтылар. Камил апаның бүләге ҡотло булып сыҡты.
– Әйҙә, тотҡан балыҡтарҙы һатайыҡ. Аҡсаһын тепловизор алыуға тапшырырбыҙ.
– Рөхсәт һорамайынса оҡшармы икән? — ата-әсәләре менән кәңәш иттеләр.
Улар ҡыуандылар ғына:
— Дөрөҫ юлдаһығыҙ, балалар. Күптәрҙең ғәзиз балалары, аталары, туғандары һуғышта. Ил именлеге, беҙҙең киләсәк өсөн баштарын һала. Уларға, һис шикһеҙ, һеҙҙең ярҙам кәрәк, — тип, ҡанатландырҙылар. Азаттың атаһы, хатта, прокатҡа эрзин кәмә, итектәр, жилеттар ҙа алып килде.
Көн дә Ҡарабалыҡты күлендә таң һарыһынан тиңдәштәр эрзин кәмәлә балыҡ ҡармаҡланы. Азат интернет битендә «МХО-ға ярҙам» сайтын асты. Үҙҙәре — курьер. Һарайҙа торған велосипедҡа эш табылды. Изге маҡсаттан йөрөгән малайҙарҙы, күл буйында көн иткән Зөһрә инәй маҡтап туйманы. «Көнөнөкө көнөнә етмәй, эшегеҙ уң булһын, балаларыбыҙ еңеп, тиҙ арала әйләнеп ҡайтырға яҙһын», — тип, доғаларын уҡып ҡына торҙо. Әммә... Күсем ауылынан Ҡарағужин Ирмәк ағай госпиталдә яраларынан мәрхүм булған», — тигән хәбәр йәшен тиҙлегендә таралды.
Халыҡ, батыр һуғышсы менән хушлашырға, эркелеп йыйылды. Азат менән Нурҙың йоҙроҡтары төйнәлде, йөрәктәре һуғышты тиҙ арала бөтөрөр өсөн нимә эшләй алабыҙ, тигән уй менән янды. Бәхил бул, батыр! Батырлығыңды илең онотмаҫ!
Тиҙерәк! Йыйған аҡсаларын гуманитар ярҙам ойошмаһына онлайн күсерҙеләр. Оһо! Айнур ағайҙың йомошо үтәлде. Уларға кәрәкле тепловизорға ҡушып, ике рация, антидрон да алдылар. Интернет селтәрендә Ишәй менән Ҡушайҙан өлгө алырға, уларға тиңләшергә ҡуштылар! Һәр айҙың бишенсе һанында ауыл биләмәһенән ярҙам китә. Икәүләп ултырып хат яҙырға булдылар. Ниндәй телдә? Дәүләт теле — урыҫса. Кемдең ҡулына эләкһә лә бөйөк шағир А.С.Пушкин телен бөтәһе лә аңлар.
«Письмо солдату.
Здравствуй, солдат!
Пишут Вам с Урала потомки Салавата Юлаева Азат и Нур. Мы незнакомы с вами лично, совсем не знаем вас, но уже гордимся Вами. Ваша служба далеко нелегка, Вы достойны уважения, ведь то, что защищаете нашу Родину — стоит очень дорогого.
Понимаем, служить Родине — это очень трудно, поэтому хотим поддержать Вас! Мы верим и знаем, что Ваш труд не напрасен, уверены, что вы смелый и сильный, бесстрашный воин и за Вами миллионы человеческих жизней!
Солдат, желаем, чтобы Вы остались отважным и верным своей родной земле, хотим, чтобы Вы преодолели все тяготы жизни на своем пути!
У Вас, наверное, есть семья, или же просто Вас ждут мама и папа, и поэтому Вы скучаете по дому еще сильней.
Вы Герой! Мы благодарим Вас за то, что Вы сражаетесь за мирное небо над нашими головами.
Мы уверены, что это письмо дойдет до Вас.
31 августа 2025 год».
Телефон зыңғырланы. Бәй, теге малай ҙаһа, Ҡарабалыҡтының хужаһы Мират!
— Ғәфү итегеҙ? Үпкәләштән булмаһын? Беҙгә ҡушылам, тиһегеҙме? Ризабыҙ! Берәүҙән икәү, икәүҙән өсәү яҡшы, ти атайым. Масксеть үрергә материал кәрәкме? Иртәгә таңғы бишкә кил!
З. БӘШӘРОВА.
Теләш ауылы.