Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
24 Ноябрь 2025, 11:30

Күптән көтөлгән танһыҡ күрешеү

Уҙған йомала Өфө ҡалаһының «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Әбйәлилем — данлы илем» исеме аҫтында яҡташтар осрашыуы уҙҙы. Бындай сара бынан 11 йыл элек үткәрелеү сәбәпле, әлеге кисәгә әбйәлилдәр айырыуса ашҡынып килде.

Дәүләт залы был көндө әбйәлилдәр менән шығырым тулы булды, тиһәм бер ҙә арттырыу булмаҫ. Оло йәштәге арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ ҙа, республика мәнфәғәтендә бөгөн эшләп йөрөгән әбйәлилдәр ҙә, дәрт-дармандары ташып торған йәштәр ҙә йыйылғайны сараға, райондан килеүселәр ҙә аҙ булманы. Күптән көтөлгән осрашыуға һағынып килгән әбйәлилдәр фойела үткәрелгән самауырлы ритайымда яҡташтарыбыҙҙың дәртле йыр-көйөнә бейеп күңел асып та алды.
Район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Таңһылыу Мостафина етәкселегендә раоныбыҙҙың милли кейем һәм халыҡ кә-септәре, ҡул эштәре оҫталары делегацияһы бай күргәҙмә ҡуйҙы, күҙ яуын алырлыҡ биҙәүестәр, милли кейемдәр, һуғылған балаҫ-келәмдәр ҡарап туйғыһыҙ ине. 
«Яҡтыгүл» шифаханаһының күргәҙмәһендә шифалы ләмдән, төрлө үләндәрҙән кремдар, майҙар ҡуйылғайны, шундағы төрлө буклеттарҙан шифахана тураһында белергә, эшмәкәрлеге менән танышырға мөмкин булды.
МХО яугирҙәренә ярҙам итеүсе «Берлек» һәм «Изгелек эшлә» ирекмәндәр төркөмдәре әҙерләгән күргәҙмәләге әйберҙәрҙе лә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны яҡташтар. Шуны ла әйтеп китеү урынлы булыр, район халҡы махсус хәрби операциялағы яугирҙәребеҙгә ярҙам итеүҙән туҡтамай: улар был изге эшкә тәүге көндәрҙән үк ҡушылды.
Был мөһим саранан район үҙәк китаханаһы ла ситтә ҡалманы. Китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынан «Әбйәлил — яҡты, нурлы, йырлы ил» исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Китап күргәҙмәһендә Әбйәлилдең тарихи үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге сағылды. Әбйәлил ерлегендә тыуып үҫкән һәм республикала ғына түгел, ә Рәсәй һәм сит илдәр кимәлдәрендә Әбйәлилебеҙҙең данын күтәргән шәхестәребеҙҙең, яҙыусы-шағирҙарыбыҙҙың йыйылма материалдары, китаптары урын алды. Данлыҡлы Таһир Тайып улы Кусимов, Рәүеф Әбделғәни улы Дәүләтов, Афған һуғышы ветерандары, Тамерлан Айсар улы Илһамов тураһындағы китаптар ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. 
Эшҡыуар Лилиә Биишеваның «Тәмле Күстәнәс» икмәкханаһы ҡыҙҙары ҡунаҡтарҙы тәмле күстәнәстәре менән һыйланы. 

Әбйәлил йәштәрҙе көтә
— Был сараға ҙур тулҡынланыу менән әҙерләндек. Бер кемгә лә сер түгел, беҙҙә һәм тотош илдә кадрҙарға ҡытлыҡ бар. Район йәш белгестәрҙе көтә. Беҙ уларға районда уңайлы булһын өсөн барыһын да эшләргә тырышабыҙ, — тине Айрат Зиннәт улы «Бөгөн Әбйәлил районы нисек йәшәй? Район үҫешенең яңы офоҡтары» тип исемләнгән пленар өлөштө асып.
Сараның модераторы булған Әбйәлил районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Вадим Абдуллин һөйләшеүҙе йәнле алып барҙы. Сығыш яһаусыларға залда ултырыусыларға үҙҙәренең һорауҙарын биреү мөмкинлеге лә булды. 
— Асыҡ, ғәҙел диалог үткәрергә теләйбеҙ. Әбйәлил хакимиәтенең яңы етәкселегенең, уның яңы командаһының маҡсаты — Өфөләге яҡташтарҙы тыуған төйәге өсөн ныҡлы терәк-таяныс итеү, йәштәрҙе районға эшкә ҡайтарыу. Киләсәккә пландарыбыҙ ғәйәт ҙур — төҙөргә, үҫешергә теләйбеҙ. Ә бының өсөн йәш кадрҙар кәрәк, егет-ҡыҙҙарыбыҙҙың тыуған районына ҡайтып, уның киләсәге өсөн хеҙмәт итеүе зарур. Шуға ла төрлө өлкәне етәкләгән етәкселәргә һүҙ бирәбеҙ, улар эш барышы менән таныштырыр, ниндәй белгестәргә мохтажлыҡ кисереүебеҙҙе лә әйтерҙәр, — тип Вадим Рәфҡәт улы тәүге һүҙҙе район башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары И. Ә. Хәсәновҡа бирҙе.
Ирек Әҙеһәм улы район хужалыҡтары, фермерҙарҙың эш торошо, ниндәй өлкәләр үҫешеүен, нимәләр етештерелеүе, алдынғы хужалыҡтар тураһында ентекле мәғлүмәт биреп кенә ҡалманы, шулай уҡ «Красная Башкирия» хужалығының заманса фермаларын миҫалға килтереп, унда ҡулланылған алдынғы технологиялар тураһында һөйләне, «Эш башлаусы фермерға», «Агро-стартап», «Ғаилә малсылыҡ фермалары» һәм башҡа дәүләт программалары ярҙамында төрлө субсидия-гранттар алыу мөмкинлеге хаҡында, үҙ эшен асыусыларға дәүләттән тағы ниндәй ярҙам күрһәтелеүен дә аңлатып үтте. 
— Ауыл ерендә эшләргә теләгән йәштәрҙе беҙҙең командаға ҡушылырға саҡырабыҙ. Әбйәлил һеҙҙе көтә! — тине Ирек Әҙеһәм улы йәштәргә мөрәжәғәт итеп.
Район башлығының инвестициялар, иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Динир Зарипов эшҡыуарлыҡтың райондың иҡтисади яҡтан үҫешендәге мөһим ролен билдәләп, эш хаҡы артыуын, эшһеҙлек кәмей барыуын да әйтеп үтте.
  — Иҡтисади яҡтан үҫешкән район булараҡ беҙҙә эшҡыуарлыҡты, туризмды үҫтереү өсөн мөмкинлектәр етерлек. Артабан да үҫешеү өсөн инвестициялар йәлеп итеү зарур. Беҙҙә үҙ эшен асырға теләүселәр арта барыуы ҡыуаныслы. Быйыл йыл башынан инвестиция сәғәттәрендә 46 кәңәшмәлә 69 проект ҡаралһа, шуның 33-ө Айрат Зиннәт улы районға етәкселек иткән август-октябрь айҙарында булды. Ошонан ғына сығып та шуны әйтә алам: район башлығы инвестициялар яҡлы, тел менән дә, эш менән дә ярҙам итергә әҙербеҙ, районға эшкә килегеҙ, төрлө өлкәләрҙә үҙ эшегеҙҙе булдырығыҙ! — тине Динир Марсель улы. 
«Әбйәлилгә ҡайтып, атайымдың тыуған ауылында крәҫтиән-фермер хужалығы ойошторорға теләйем», — тигән йәш егет (ул бөгөн үҙ эшен Өфө райондарының береһендә алып бара)  ыңғай яуап алды. 
«Беҙ инвестициялар яҡлы, килегеҙ, проектығыҙҙы ҡарарбыҙ, кәңәшләшербеҙ, мөмкин тиклем ярҙам итербеҙ, тип ышандыра алам», — тине эшҡыуарлыҡ буйынса һорау менән мөрәжәт итеүселәрҙең барыһына ла Айрат Зиннәт улы.
Район мәғариф бүлеге етәксеһе Айҙар Хәкимов мәғариф өлкәһе торошона тулы анализ яһап,  Асҡарҙа өр-яңы полилингваль мәктәп асыласағын һөйөнсөләне, әле уның базаһында сентябрь айынан «Хазина» балалар баҡсаһы эшләй башлау ҡыуанысы менән дә уртаҡлашты. Төрлө проекттарҙа ҡатнашып мәктәптәр, балалар баҡсалары заманса йыһазландырылыуын билдәләне, инициативалы бюджетлау проекты ярҙамында күп мәктәптәрҙең спорт залдары, кабинеттар тәртипкә килтерелеүен, уларҙың заманса йыһазландырылыуын әйтте, шуның менән балаларға ла, уҡытыусыларға ла һәйбәт эш шарттары булдырыуын бәйән итте, тик уҡытыусыларҙың етешмәүенә борсолоу белдерҙе. Өҫтәмә белем биреү учреждениелары күплеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уҡыусыларыбыҙҙың спорт, мәҙәниәт, уҡыу буйынса республика ғына түгел, Бөтә Рәсәй, хатта халыҡ-ара бәйгеләрҙә еңеү яулауҙарын ғорурлыҡ менән белдерҙе. Берҙәм дәүләт имтихандары йомғаҡтары,  юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын уҡырға инеүселәр хаҡында ла һүҙ йөрөттө.
«Заманса, уңайлы мәғариф учреждениеларында уҡытыусылар етешмәй», тип мәғариф етәксеһе талап ителгән һәр предмет буйынса күпме белгес кәрәклеген әйтеп үтте. 
— Йәштәрҙе районға ҡайтырға саҡырам. Һеҙ — райондың киләсәге. Бергәләп районды тағы ла яҡшыраҡ итербеҙ, алға барырбыҙ, — тип тамамланы сығышын Айҙар Салауат улы.
«Мәктәптәрҙә балаларға дини белем биреү дәрестәре индереп булмаймы?» тигән һорауға мәғариф бүлеге начальнигы «Бөгөн мәктәптәрҙә «Дини мәҙәниәт һәм донъяуи этика нигеҙҙәре» уҡытылыуын еткерҙе.
Асҡар үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илгиз Килдейәров районда һаулыҡ һаҡлау өлкәһе торошо, уның бөгөнгөһө, киләсәге менән таныштырҙы.
— Халыҡ һаулығы мәнфәғәтендә районда ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр бик күп. Һуңғы йылдарҙа «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса бик күп заманса аппаратуралар, дауалау ҡорамалдары, автомобилдәр алынды. Әле заманса балалар поликлинкаһы төҙөлә, уны йыл аҙағына файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Ауылдарҙағы күп кенә фельдшер-акушер пункттары  яңырыу кисерҙе. Ошо көндәрҙә Рысҡужа, Ярлыҡап ауылдарында модулле яңы медпункттар үҙ ишектәрен асасаҡ. Ғөмүмән, беҙҙә эш шарттары яҡшы булыу менән бер рәттән, йәшәү өсөн дә уңайлы ул Әбйәлил. Ял итеү өсөн йылға-күлдәребеҙ, урман-тауҙарыбыҙ бар. Магнитогорск ҡалаһы яҡында ғына, курорт зонаһы эргәлә. Эшкә ҡайтығыҙ йәштәр тыуған яҡтарға, бер ҙә үкенмәҫһегеҙ. Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ! — тине Рәсүл Йәүҙәт улы. 
Өфө ҡалаһында балаларға массаж яһау менән шөғөлләнгән йәш белгес район дауаханаһына эш урыны булһа, массажист булып ҡайтыу теләген еткерҙе. 
— Тиҙҙән яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған заманса балалар поликлинкаһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ, эшкә килегеҙ, — тигән яуап алды мөрәжәғәт итеүсе.
Шулай уҡ «Бөгөн хөкүмәттән билдәләнгән өҫтәмә түләм бөтөрөлһә, былай ҙа етешмәгән табиптарҙың райондан китеүе күҙәтелмәҫме?» тигән һорауға баш табиптың яуабы түбәндәгесә яңғыраны: «Түләмдәр бөтөрөлһә, табиптар китмәйәсәк. Сөнки, әйтеп үтеүемсә, район йәшәү өсөн уңайлы, шулай уҡ район хакимиәте йәш белгестәргә ярҙам итә: ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәгән хеҙмәткәрҙәргә ҡуртым хаҡының күпмелер өлөшөн компенсациялай, үҙ йортон һалырға теләүселәргә ер участкалары бирелә һ.б.» 
«Салауат хосписына ремонт талап ителә. Был объектҡа «Салауат» ЯСЙ-һын йәлеп итергә планлаштырмайһығыҙмы?» — был һорауға район башлығы яуап бирҙе:
— Хосписта кеше үҙенең һуңғы көндәрен үткәрә тигән яңылыш фекер йөрөй. Был дауалау учреждениеһында пациенттар дауаланырға, профилактик саралар үтә. Хосписты төҙөткән Ишмырҙа ағай Һиҙиәтовҡа бының өсөн рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Эйе, ике тиҫтә йыл ярым эсендә хоспис иҫкерҙе, уны тәртипкә килтереү юлдарын эҙләйәсәкбеҙ. Бәлки, «Салауат» ЯСЙ-һы менән был хаҡта килешербеҙ».
Төрлө өлкәләргә ҡағылышлы бирелгән башҡа һорауҙарға ла ентекле яуап бирҙе район хакимиәте вәкилдәре.
«Әбйәлилдең күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Фәйзрахман Шәйхетдин улының тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан саралар планлаштырамы?» тигән һорауға арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың улы Батыр Хисмәтуллин яуап бирҙе.
— 2 декабрҙә Өфөлә, 5 декабрҙә Асҡарҙа саралар ойоштороу күҙаллана, — тине Батыр Фәйзрахман улы һәм 1999–2009 йылдарҙа Өфөләге әбйәлилдәр ойошмаһы етәксеһе булараҡ ошо осорҙағы яҡташтар ойошмаһының эшмәкәрлегенә туҡталып үтте, әүҙем йәмәғәтселәрҙе телгә алды.
Батыр Хисмәтуллин әйтеүенсә, уҙған быуаттың 50-се йылдары уртаһында әбйәлилдәр республикала тәүгеләр иҫәбендә был осрашыуҙар традицияһына нигеҙ һалған. Яҡташтарыбыҙҙың башланғысында Әхмәт Лотфуллин, Марат Илһамов, Сәриә Миржанова, Әсхәл Әхмәтҡужин, Лена Өмөтбаева, Рафиҡ Сәлмәнов, Ишмырҙа Һиҙиәтов, Фәйзрахман Хисмәтуллин, Әхтәм Әбүшахманов һәм башҡа бик күп күренекле шәхестәр торған. Улар ярҙамында яҡташтарыбыҙ Өфөлә берлә-шеп, күп мәсьәләләрҙе хәл иткән, районыбыҙҙы үҫтереүгә ярҙам итеү юлдарын эҙләгән, республиканың баш ҡалаһында ҡалған яҡташтарға рухи терәк булған. 
— 80-се йылдарҙа осрашыуҙарҙа төрлө быуын вәкилдәре яҡташтар Әхтәм Әбүшахманов ярҙамында Актерҙар йортонда, шулай уҡ Салауат Кусимов ректор булған Өфө дәүләт авиация техник университетында ла йыйыла инек. Осрашҡанда бергәләп фотоға төшә торғайныҡ. Һуңынан шул тиклем күпләп йыйылдыҡ, хатта фотоға өс төркөмгә бүленеп төшкән мәлдәр булды. Йәмәғәт ойошмаһын үҫтереүгә Азия Хажимовна күп көс һалды, ул күп йылдар уның рәйесе булды, һуңғы көндәренә тиклем уның эштәре менән йәшәне. Уның апайҙары Таңһылыу Кусимова һәм Альбина Исхаҡова ла йәмғиәттең әүҙем ағзалары булды. Альбина апайҙы беҙҙең байрамда күреүемә бик шатмын. Район башлығы Нуретдин Хәлилов, унан һуң Владимир Павлюкович булған осорҙарҙа студенттарға райондан гуманитар ярҙам ойошторолдо, шуны таратып бирә инек. Район китапханалары өсөн китаптар йыйыуҙы ла ойошторҙоҡ, башҡа бик күп файҙалы эштәр башҡарылды. Ошо эштәрҙә булышлыҡ иткән һәр кемгә ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, — тип һәр береһен исемләп телгә алды  Батыр Хисмәтуллин  һәм осрашыуҙы ойоштороп, Өфөләге яҡташтар ойошмаһын тергеҙеүгә булышлыҡ иткән район хакимиәтенең командаһына оло рәхмәт белдерҙе. 
Батыр Фәйзрахман улы шулай уҡ Шәжәрә байрамы, «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», «Айыҡ ауыл», Өфөлә яҡташтар осрашыуы, «Самауырлы ритайым» һәм башҡа халыҡта ҙур танылыу тапҡан сараларҙың нәҡ Әбйәлилдән башланыуын да билдәләп үтте.
Хәҙергә көндә һабантуйҙарҙың алыштырғыһыҙ атрибуты булған тирмә лә яҡташыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ямал Исхаҡованың идеяһы булыуын да ғорурлыҡ менән телгә алды ул.
— «Әбйәлил» йәмәғәт ойошмаһының төп бурыстары — Өфөлә йәшәүсе әбйәлилдәрҙе берләштереү, милли традицияларҙы һаҡлау һәм йәштәрҙе тәрбиәләү, эшлекле бәйләнештәр булдырыу һәм эшкә урынлашыу мәсьәләһен хәл итеү, райондың һәләтле һәм маҡсатҡа ынты-лышлы йәштәренең потенциалын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтеү. Беҙ шулай уҡ тормош проблемаларын хәл итеүҙә үҙ-ара ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ, — тип дауам итте ойошма рәйесе. — Билдәле яҡташтарыбыҙҙың иҫтәлекле, юбилей даталары ла иғтибар үҙәгендә. Ошо көндәрҙә районыбыҙҙан сыҡҡан, оҙаҡ йылдар Өфөнөң 1-се педагогия колледжы коллективын етәкләгән билдәле педагог Рәфҡәт Ишбулатовты юбилейы менән ҡотланыҡ. 
«Әбйәлил йәштәре» ойошмаһы етәксеһе Нәркәс Баймырҙина ойошманың эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.
— Өфөгә әле генә килгән йәштәр ҡала мөхитенә өйрәнеп китһен өсөн уларҙы үҙ ҡанатыбыҙ аҫтына алабыҙ, ярҙам итәбеҙ. Бөтә был эштәрҙә оло быуын әбйәлилдәрҙең дә ярҙамын тоябыҙ, — тине Нәркәс Таһир ҡыҙы. — Әбйәлилдең егет-ҡыҙҙары берҙәм, татыу, дәртле булыуҙары менән башҡаларҙан айырылып тора. 
Һөйләшеү һуңында Өфөләге «Әбйәлилдәр» яҡташтар ойошмаһының яңы рәйесе итеп «Ете ҡыҙ» ойошмаһы етәксеһе Ләйсән Рабаданова һайланды.
 
Бүләкләүҙәргә бай булды сара
Тамаша залына йыйылған әбйәлилдәрҙе район хакимиәте башлығы А. З. Әминев тәбрикләне һәм райондың бөгөнгөһө хаҡында һөйләне, киләсәге тураһында уй-фекерҙәре, пландары менән уртаҡлашты. 
— Бөгөн беҙ даими осрашыуҙарға һәм аралашыуҙарға яңынан башланғыс һалдыҡ, тип ышанам. Сараға саҡырылған ҡунаҡтарға, байрам концертында сәхнәлә сығыш яһаясаҡ яҡташтарыбыҙға рәхмәт  әйтәм. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, — тине Айрат Зиннәт улы һәм район, рес-публика кимәлендә хеҙмәттәре менән оло абруй ҡаҙанған яҡташтарыбыҙҙы бүләкләп үтте.
Сығышы менән Ярлыҡап ауылынан булған физика-математика фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, Башҡортостан Фәндәр академия-һының беренсе президенты Марат Әҡсән улы Илһамовҡа, Хәлил ауылынан булған иҡтисадсы, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Заһир Ғәлинға, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡа-ҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Наил Талха улы Ғабдуллинға (Байым ауылынан) «Әбйәлил районының атҡаҙанған хеҙмәткәре» исеме бирелде.
 — Мин — ғүмерем буйына етәксе. 1965 йылда урта мәктәпте тамамланым һәм бер айҙан мине колхоздың комсомол ойошмаһы секретары итеп һайланылар. Артабан, әрме хеҙмәте, институт — беренсе курста — курс секретары, икенсе курста — факультет секретары, дүртенселә институттың комсомол комитеты секретары булдым. 1975 йылда бынан китергә теләүем тураһында әйттем. Шунан мине районға комсомол район комитетының беренсе секретары итеп ебәрҙеләр. Унда — ике йыл ярым, бер йыл ярым — «Красная Башкирия» совхозының партком секретары, һигеҙ йыл «Йәнгел» совхозы директоры булып эшләнем, — тине Заһир Әҡсән улы һүҙ алып. — Өфөгә кире килгәндә миңә 40 йәш ине. Был хаҡта мин нимәгә әйтәм? Мин — идара итеүсе. Хәҙер был проблема менән һөнәри рәүештә шөғөлләнәм. Кешенең үҙе — иң ауыр идара итеү объекты, тигән фекергә килдем. Бала саҡтан беҙгә Хоҙай тарафынан бирелгән яҙмыш бар, тип әйттеләр. Бөгөн мин асыҡ итеп: «Был улай түгел, үҙенең яҙмышын һәр кем үҙе ҡора», — тип әйтәм. Һәм үҙең менән идара итеүҙең төп инструменты — был беҙҙең фекерләүебеҙ. 
«Әбйәлил районының атҡаҙанған хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә шулай уҡ  техник фәндәр кандидаты, профессор, Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре Салауат Таһир улы Кусимов, журналист, яҙыусы-публицист, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Марсель Әҡсән улы Ҡотлоғәлләмов лайыҡ булды.  
Буранғол ауылында тыуып үҫкән Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әхтәм Әбүшахмановҡа «Әбйәлил районының почетлы гражданы» исеме бирелде.
— Асҡарҙа йәшәгәндә — Буранғол малайы, Өфөгә килгәс — Әбйәлилдеке, Мәскәүҙә булғанда — башҡорт малайы, сит илдә «Ул СССР-ҙан, Рәсәйҙән», тиҙәр ине. «Әбйәлил, Буранғол ере һәр саҡ күңелемдә минең, — тине Әхтәм Әбүшахманов яҡташтарына рәхмәтен белдереп.
Мәғариф һәм фән өлкәһендә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, Агросәнәғәт комплексы өсөн кадрҙар әҙерләүҙә һәм уҡытыуҙа  район менән уңышлы хеҙмәттәшлек иткән өсөн Рәғиҙә Шакирйән ҡыҙы Ирғәлина район хакимиәтенең Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир-әбйәлилдәргә гуманитар ярҙам йыйыуҙа даими ярҙам иткәндәре өсөн Салауат Ғәйфулла улы Заманов, Андрей Васильевич Шамин, Эдуард Занфир улы Фәрхүтдиновҡа ла райондың Рәхмәт хаты тапшырылды.
— Әбйәлилдәр үҙ еренә, тәбиғәтенә битараф булмаған, берҙәм, татыу, дәртле, дөргөн халыҡ. Бөгөн шәп осрашыу ойоштороп, был сифаттарығыҙҙы тағы ла раҫланығыҙ. Һәр саҡ шулай әүҙем, берҙәм булып ҡалығыҙ, — тигән теләктәрен еткереп, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров хеҙмәт уңғандарына наградалар тапшырҙы. Йәмәғәт эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн «Ете ҡыҙ» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Ләйсән Рабаданова, Батыр Хисмәтуллин  Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Байғусҡаров Зариф Закир улының иҫтәлекле сәғәттәре менән бүләкләнделәр. «Спартак» физкультура-спорт йәмғиәте төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Фуат Сәлим улы Дәминдаров Дәүләт Думаһы депутатының Рәхмәт хатын алды.
— Райондаштар араһында берҙәмлек ептәрен нығытҡан байрам менән тәбрик-ләйем. Яҡташтар ойошмаһын тергеҙеп, яңы көс-ҡеүәт менән һуғарылған дәртле команда менән тағы ла эштәрегеҙ яҡшыраҡ барһын, билдәләгән уй-ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын, әбйәлилдәр, — тигән теләктәрен еткереп, «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина район башлығы Айрат Әминевты, Красная Башкирия ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы Гөлйөҙөм Сыңғыҙованы һәм «Талисман» волонтерҙар төркөмөнөң әүҙем ағзаларының береһе Вадим Папанинды «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡор-тостан Республикаһы буйынса филиалының Почет грамоталары менән бүләкләне. 
Данлыҡлы «Етегән» йыр төркөмө «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалына лайыҡ булды. Яҡташтарыбыҙға награданы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Урал аръяғы райондары буйынса кураторы Хәлил Рәхмәтуллин тапшырҙы.
Сара һуңында Әбйәлилдең әртистәре, күптәре бөгөн Башҡортостандың һәм  Рәсәйҙең халыҡ, атҡаҙанған исемдәрен йөрөткән билдәле яҡташтарыбыҙҙың сағыу сығыштарынан торған шәп тамаша тәҡдим ителде. Дүрт сәғәттән ашыу барған концертта һәр номерҙы тамашасылар көслө алҡыштар менән ҡабул итте. Заһит Ғәбитовтың Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовҡа арналған һәм Вадим Папанин башҡарған «Башҡортостан егеттәре» исемле патриотик рухтағы йырҙарҙы тамашасылар аяғүрә тороп тыңланы.
Байрамдан һәр кем яҡташтары менән осрашыуҙан көс-дәрт алып, матур тәьҫораттар менән таралышты. 
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас