Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
28 Ноябрь 2025, 12:11

Ырыуыбыҙ көслө һәм сәмле

Республиканың төрлө мөйөштәренән килгән тамъян ырыуы вәкилдәре туғанлыҡ бәйләнештәрен нығытыу, хеҙмәттәшлекте яйға һалыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында Өфөләге «Атайсал» мәҙәниәт үҙәгендә йыйылды. Форумда Әбйәлил, Бөрйән, Белорет, Миәкә, Көйөргәҙе, Мәләүез, Саҡмағош, Туймазы, Шаран райондарынан, Ырымбур һәм Татарстан тамъяндары, баш ҡалала йәшәгән ырыуҙаштар, шулай уҡ туғандаш ырыу вәкилдәре ҡатнашты. Йыйындың инициаторы, ойоштороусыһы Зилә Лира сараны асып, тәбрикләү өсөн һүҙҙе ҡор башы Рөстәм Исхаҡовҡа тапшырҙы.

Ырыуыбыҙ көслө һәм сәмле
Ырыуыбыҙ көслө һәм сәмле

— Ырыуыбыҙ көслө һәм сәмле. Бик күп йолаларҙы беҙҙең ырыу башланы, мәҫәлән, «Айыҡ ауыл», «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», «Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға!» һ.б. хәҙер киң таралды. Бик күп фән эшмәкәрҙәре, артистар, уҡытыусылар һәм башҡа өлкәлә алдынғылар рәтендә хеҙмәт иткәндәр бик күп. Әйҙәгеҙ берләшәйек, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, аралашып йәшәйек. Тутыя! — тип тамъяндарҙың ораны менән  сәләмләне Рөстәм Әхмәт улы.
Форум тамъян халҡының үҙенсәлеген күрһәткән бай күргәҙмә менән асылды. Хөрмәтле ҡунаҡтарҙы боронғо йола буйынса аҡ кейеҙгә баҫтырып түргә саҡырҙылар. Күргәҙмәләге ҡулдан эшләнгән биҙәүестәр, милли кейем, көнкүреш әйберҙәре, кейеҙ келәмдәр, ҡорама түшәктәр — былар барыһы ла ата-бабаларҙың йолаларына һаҡсыл ҡараш тураһында һөйләй. Халыҡ кәсептәрен бергәләп өйрәнеү форум эшенең төп йүнәлештәренең береһе булды. Тамъян оҫталары таҫыллыҡ серҙәре менән уртаҡлашып, традицияларҙы йәш быуынға тапшыра килеүе ҡыуаныслы. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар тамъян ырыуының мәҙәни мираҫының айырылғыһыҙ өлөшө булған башҡорт телен пропагандалауҙы ла мөһим бурыс тип ҡуйҙы.
  Күргәҙмә менән яҡташыбыҙ Гөлгөнә Баймырҙина таныштырҙы. Төрлө райондарҙың эштәре араһында әбйәлилдәр төп урын биләне. Милли кейем өлгөләрен тергеҙеү менән булышҡан Асҡар егете Иҙел Хәкимов тамъян ырыуының оригинал ҡашмау-кейем-биҙәүестәрен өйрәнә, тергеҙә, реставрациялай. Ишкилде ауылынан билдәле оҫта Мансур Усмановтың яһаған һандыҡтары бөтә ил буйлап таралған: Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Америкала, Канадала, Германияла, Пермь өлкәһендә лә бар оҫтаның эштәре. Шулай уҡ Мансур Марат улы ҡатыны менән бергә туғыҙ шәжәрә төҙөгән, артабан да был йәһәттән эшен дауам итмәксе.
Район ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе Гөлзифа Ғафарова тамъян ырыуының башлығы — Шағәле Шаҡмандың тыуған ауылы Юлдашта таҡтаташ асылыуы хаҡында ғорурланып һөйләне һәм ырыуыбыҙҙың кейемен, тормош-фиғелен һүрәтләндергән бай күргәҙмә менән таныштырҙы. Гөлнара Сафинаның гипстан эшләнгән ҡурайсы һәм бейеүсе һындарына һоҡланмаған кеше ҡалманы. Уҡыусы Линария Ғафарованың эштәре лә күңелдәргә хуш килде. Район тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Шәүрә Әхмәтҡужина һәм Т. Кусимов музейы директоры Гүзәл Искәнйәрова музей экспонаттары, Рәхмәт ауылынан Гүзәл Үтәбаева үҙе яһаған милли биҙәүестәре менән һоҡландырҙы. «Minzifa» бренды авторҙары, игеҙәктәр Әлфиә һәм Гөлфиә Хамматоваларҙың күҙҙең яуын алырлыҡ күргәҙмәһе янынан халыҡ өҙөлмәне.
Тамъяндар тураһында китаптар күргәҙмәһе янында райондашыбыҙ Зөлфирә Ҡарағужина ғорурлыҡ менән районыбыҙ-ҙың билдәле сәсәниәләрен һанап үтте.
— Гөлнур Мамлиева, Илсиә Ҡасимова, Вәсилә Садиҡова, Хәнифә Әүбәкирова һәм уларға алмашҡа килгән йәш сәсәндәребеҙ булыуы бик ҡыуаныслы, улар ырыуыбыҙҙың тарихын байытыусылар, — тине ул.
РФ һәм РБ Журналистар союзы ағзаһы, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, БР атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Тәлғәт Шаһманов тамъян ырыуы тарихын сағылдырған, ентекле мәғлүмәттәр бирелгән китаптар менән таныштырҙы. Төрөк телендә сыҡҡан китапҡа тамъяндар шәжәрәһе индерелгән. Күргәҙмәлә шулай уҡ арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ Әсхәл Әхмәт-Хужа, педагогик хеҙмәт ветерандары Рәжәп Яҡупов, Шакир Илһамов, Нәғимә Илһамова, Ғүмәр Ғилманов яҙған тыуған ауылдары тарихы китаптары, шағирәләребеҙ Гөлнара Хәлфетдино-ваның, Зөлфирә Ҡарағужинаның тамъяндарҙы данлаған шиғырҙар йыйынтыҡтары лайыҡлы урын алды. Был тарихи байлыҡты берләштергән күргәҙмәне ҡунаҡтар бик юғары баһаланы. Ошонда уҡ район Советының ойоштороу бүлеге начальнигы Баязит Ғиниәтов «Әбйәлил тамъяндары» китабын презентацияланы. Был проекттың авторы район Советы секретары Б. Ю. Исламбаев, баш мөхәррире С. И. Фәйзуллин, төҙөүсеһе Б. Ғ. Ғиниәтов.
— Районыбыҙҙа 92 ауыл һанала, шуларҙың 72-һе тамъян ырыуына ҡарай. Китапта ошо ауылдарҙан сыҡҡан уңған эшсәндәр, милләтебеҙҙе фәндә,  хеҙмәттә, сәнғәттә һәм илһөйәрлектә донъяға танытҡан шәхестәр — Әбйәлил тамъяндары һынландырыла, шулай уҡ төбәгебеҙҙең быуаттар төпкөлөндәге тарихы ла яҡтыртыла, — тип район тамъяндарының тарих төпкөлдәренә байҡау яһаны Баязит Ғәлиулла улы һәм ырыуҙаш райондарға «Әбйәлил тамъяндары» китабын бүләк итте.
Күргәҙмәнән һуң ҡунаҡтар залда урын алды. Бында тарих фәндәре кандидаты, журналист, продюсер, бик күп телепроекттар авторы һәм «Тамъян: боронғонан беҙҙең көнгәсә» документаль фильмы режиссеры Ишмөхәмәт Хәмиҙуллиндың документаль фильмын ҡарау ойошторолдо.
«Берҙәмлектә көс» девизы аҫтында пленар өлөштә ҡатнашыусылар тамъян ырыуы алдында торған көнүҙәк проблемаларҙы тикшерҙе һәм киләсәккә пландар билдәләне. Тамъян халҡының алдағы съезына әҙерләнеүгә айырыуса иғтибар бүленде, ул ырыу тормошонда мөһим ваҡиға булырға тейеш. Съезда ырыуҙың үҙенең флагын ҡабул итеү буласаҡ тип иғлан ителде һәм ойоштороу комитеты тарафынан флагтың макеты күрһәтелде, был йәһәттән төрлө, тәҡдимдәр, ыңғай һәм ҡаршы  фекерҙәр яңғыраны. Һәр төбәк вәкилдәре башҡарылған эштәре менән таныштырҙы.
Башҡа төбәктәрҙең әүҙем тамъяндары араһында беҙҙең яҡташтар ҙа лайыҡлы бүләк алдылар. Билдәле сәсәниә, 82 йәшлек Хәнифә апай Әүбәкирова ҡоролтайҙың Почет грамотаһы менән бүләкләнде, шулай уҡ «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина сәсәниәгә француз яулығын бүләк итте, Хәнифә апайҙың сәхнәлә дәртле баҫып бейеүен форумда ҡатнашыусылар алҡыштар менән оҙатты. Райондаштарыбыҙ Булат Исламбаев, Баязит Ғиниәтов, Самат Фәйзуллин, Зөлфирә Ҡарағужина, Гөлгөнә Баймурзина, Нәзифә Нурмөхәмәтова, Динара Ғәлләмова тамъян ырыуы берҙәмлеген нығытыуға үҙ өлөшөн индергән өсөн Маҡтау грамотаһы менән наградланды.
Форум сағыу концерт менән тамамланды, унда тамъян ырыуының талантлы ул-ҡыҙҙары ҡатнашты. Моңло йырҙар яңғыраны, дәртле бейеүҙәр башҡарылды, берҙәмлек һәм шатлыҡ күңелдәрҙә хакимлыҡ итте. Кисә төнгә тиклем дауам итеп, ҡатнашыусыларҙа онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Осрашыу тамъян ырыуының берҙәмлеген нығытыу һәм уның киләсәк быуындар өсөн бай мәҙәни мираҫын һаҡлау юлында мөһим аҙым булды.

Ырыуыбыҙ көслө һәм сәмле
Ырыуыбыҙ көслө һәм сәмле
Автор: Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас