Атайсал
2 Января , 09:42

Ахай — булдыҡлылар төйәге

Һәр ауыл үҙенә генә хас йөҙө, менталитеты менән айырыла. Ишбулды (Ахай) — тирә-яҡта оҫталар ауылы булараҡ дан тота.

Һәр ауыл үҙенә генә хас йөҙө, менталитеты менән айырыла. Ишбулды (Ахай) — тирә-яҡта оҫталар ауылы булараҡ дан тота. Республикала билдәле рәссамдары, ағас эшенә маһир балта оҫталары бихисап. Ҙур булмаған ауылдан күпме етәксе кадрҙар үҫеп сығыуы, хатта Дәүләт Думаһы депутаты булыуы ниндәй ғорурлыҡ! Ахайҙарҙың өс саҡрымдағы Хәлил ауылына йәйәү йөрөп уҡып мәктәп тамамлауҙарын иҫәпкә алғанда – күпме ихтыяр көсө, ҡаратырышлыҡ сағыла холоҡ-фиғелдәрендә. Ә бит балалар уҡытам тип, бер кем дә еңеллек эҙләп, ата-бабалар төйәгенән нигеҙ ҡуҙғатыу тураһында уйламаған. Ҡандарына һеңгән аҫабалыҡ рухы бөгөн дә ишбулдыларҙың булмышында. Ғүмер буйы Ахайҙа йәшәгән урындағы халыҡ ҡына түгел, яҙмыш ҡушыуы буйынса ситкә таралған ошо ауылдан сыҡҡан һәр кем йәнтөйәге­ – кесе Ватаны өсөн йән атып тора. Ауыл менән бәйләгән күҙгә күренмәгән ептәрҙең ныҡлығы берҙәм, дөргөн эштәрендә сағыла. Шуларҙың сираттағыһы – стела эшләп ҡуйыуҙары бөтә Әбйәлил районы, бәлки, Башҡортостан өсөн өлгө булырҙай халыҡтан сыҡҡан һәм халыҡ көсө менән тормошҡа ашырылған матур башланғыстарҙың береһе.

Ауыл уттары һүнмәһен!

Бейеклеге 6,8 метр тәшкил иткән мөһабәт монументтың яҙыуы һәм күккә олғашҡан шар рәүешендәге ҡурай тажы ҡараңғы ваҡытта балҡып янып әллә ҡайҙан күренеп: «Ишбулды ауылы бында!» — тип саҡырып тора. Сәфәр сығыусыларҙы иһә: «Хызыр Ильяс юлдаш булһын!» тигән изге теләк менән оҙатып ҡала. 
Проекттың идея авторы — Азамат Зарипов. 9 Майға ахайҙар халыҡтан аҡса йыйып обелискыны кәртәләй. Шунан артып ҡалған сараларҙы Азамат Насибулла улы стела эшләргә йүнәлтергә тәҡдим итә. Ауыл халҡы идеяны дәррәү күтәреп ала. Әлбиттә, был ғына аҡса етмәй, өҫтәп тағы йыйырға тура килә. Мөһабәт кенә түгел, ә 3D форматтағы мәғрүр арт-объекттың эскизын рәссам ауылдаштары — Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт һәм Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Нәсих Хәлисов эшләй. Республиканың төп баҫмаһы «Башҡортостан» гәзитендә оҙаҡ йылдар биҙәлеш мөхәррире булып эшләгән Нәсих Хөббөтдин улы йыл һайын Башҡортостандың йыл эмблемаһын эшләү конкурсында еңеүҙе башҡаларға бирмәгән талантлы рәссам булараҡ та билдәле. 
Эскиз әҙер булып, аҡса йыйылғас, ауылдың оҫта, эшһөйәр ир-егеттәре уны тормошҡа ашыра. Стеланың дөйөм хаҡы 322 мең һумға барып баҫа. Был суммаға ауыл халҡының ҡул көсө, техника менән тәьмин итеү, айырым кешеләрҙең ярҙам йөҙөнән биргән төҙөлөш материалдары инмәгәнлеген дә билдәләп үтеү зарур. «Вышка» машинаһын — КУН-лы трактор, төҙөлөш лесаларын бортына таҡта һалынған арба алмаштырған. Уның ҡарауы, артыҡ сығымдар булмаған. Финанс яҡтан һәр ваҡыттағыса МХО-ла ҡатнашҡан илһөйәр улдары һәм ҡырҙа йәшәгән ауылдаштары ярҙам күрһәткән. Арт-объекттың уты ҡабынһын өсөн бағаналар ултыртып ауылдан электр ҙа һуҙғандар. 
Һәр кемдең хәләл көсө тамған стеланы байрам яһап астылар. Ауыл тормошондағы иҫтәлекле ваҡиғаға ҡунаҡ итеп район башлығы А. З. Әминев етәкселегендә район хакимиәте командаһын саҡырҙылар.

«Ишбулдылар шәп икән тип,
Хайран ҡалһын тирә-яҡ!» 
— фольклор төркөмөндә ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар әйткән таҡмаҡтар тапҡыр сәпкә генә түгел, хатта сәмгә лә тейҙе. Шәплектәрен инҡар итерлек түгел.
Сара ҡатнашыусыларҙы район Советы рәйесе А. Б. Хәйбуллин сәләмләне. Ул ишбулдыларҙың шәп булыуҙарын дәлилләп ҡалҡҡан стеланың барлыҡҡа килеү тарихы тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтте, изге эштә ҡатнашҡан барса халыҡҡа рәхмәт белдерҙе. «Бәләкәй ауылдар һүнмәһен, тормош дөрләһен. Үҙебеҙҙең бар икәнде ошондай изге ғәмәлдәребеҙ менән күрһәтеп торайыҡ!» — тине ул ауылдаштары менән ғорурланып.
Район башлығы А. З. Әминев һүҙҙе шаяртыуға бороп: «Стеланан аҡса артманымы?» — тип башланы. Уның тел төбөндә икенсе берәй яңы башланғысҡа маяу ҡалдырманығыҙмы тигән кинәйә ята ине. Ғөмүмән, Айрат Зиннәт улы район менән идара иткән ҡыҫҡа ғына ваҡыт аралығында көндән-көн халыҡтың әүҙемлегенә, ихласлығына һоҡланыуы арта барыуын йәшермәне. Ошо дәүерҙә бөтә район менән махсус хәрби операция биләмәһенә яугирҙәргә ике тапҡыр ҙур гуманитар ылау ебәреүҙе һыҙыҡ өҫтөнә алып, бүтән муниципалитеттар тиҙ арала бындай күләмдә ярҙам йыя алмай тип өҫтәне. Һәм бына, бөгөн килеп, заман ауырлығына һылтанмай, үҙ йүндәрен үҙҙәре хәстәрләп, берәүгә лә ялынмай, фәҡәт үҙ көстәренә арҡаланып стела төҙөп ултыртҡан ишбулдылар тамам таң ҡалдырҙы тине.
­— Ишбулды ауылы стелаһы Әбйәлил менән Силәбе сигендә төҙөлгән яңы стеланан, бәлки, бейеклеге буйынса ғына ҡайтышыраҡтыр. Ижади ҡараш, биҙәлеш йәһәтенән хәтәр шәп килеп сыҡҡан, — тип маҡтаны башлыҡ. Урындарҙа халыҡтан сыҡҡан инициативаларҙы дәртләндереү маҡсатында, ул ишбулдыларҙың, ҡушыйҙарҙың энтузиазмына нигеҙләнеп, район күләмендә конкурс үткәреү кәрәклеген билдәләне. 
Хәлил ауыл биләмәһе башлығы, сығышы менән шулай уҡ Ишбулдынан булған М. М. Фәттәхов та сикһеҙ ғорурлыҡ хисе менән: «Артабан да бергә-берҙәм булайыҡ, эшләй торған эштәр күп әле, ауылдаштар!»  — тине. 
Асҡарҙа йәшәһә лә, тыуған ауылынан тамырын өҙмәгән, бында йәшәгән әсәһе һәм бөтә ахайҙары өсөн өҙөлөп торған активист, йәш эшҡыуар Азамат Зарипов исеменә лә күп рәхмәттәр яңғыраны. Азамат Насибулла улы иһә, үҙ сиратында, рәхмәтен, йәше-ҡартына ҡарамаҫтан, еңел күтәрелеүсән илһөйәр рухлы ауылдаштарына еткерҙе. 
Традицион ҡыҙыл таҫманы киҫеү хоҡуғы район башлығы Айрат Әминевҡа һәм Ишбулдының дан ир-егеттәренә — Айбулат Хәйбуллинға, Мостафа Фәттәховҡа һәм Азамат Зариповҡа бирелде.
Ауыл тарихында яңы бит асылған шатлыҡлы мәл дөйөм фотола мәңгеләштерелде.

Район башлығы А. З. Әминевтың килеүен көтөп алған ахайҙар уны ауыл ҡапҡаһы төбөнән генә кире борманы... Айрат Зиннәт улының Ишбулды ауылында үткән эш көнөнөң дауамы хаҡында «Осҡон»доң 1-се һанында уҡығыҙ.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас