Атайсал
30 Января , 15:45

«Юлдаш» һөйләй, «Юлдаш» көйләй

Ғәләмәт шәп тамаша булды
Кистән ауыл клубында бүләк концерт уҙҙы. Ғәҙәттә ҡунаҡҡа йә концертҡа әбйәлилдәр, үҙ баһаһын белеп, Мәскәү ваҡыты буйынса йөрөүсән. Был юлы иһә сәғәт уҡтары киске етене күрһәткәндә мәҙәниәт усағы шығрым тулы ине. Клубтағы 150 урын «һә» тигәнсе тулды. Ә халыҡ ағылды ла ағылды. Күрше-тирә ауылдарҙан килделәр, «городтан» ҡайттылар. Кешеләр хатта өйҙәренән ултырғыс тотоп килде. Аяғөҫтө тороп ҡарарға риза булыусылар арт яҡта туп-тулы ине. Ни тиһәң дә, радионыҡылар көн дә килеп тормай әле.
«Простоквашино» йәнһүрәтендәгесә: «Вашу маму там и тут передают. До чего техника дошла!» — тигән һымаҡ килеп сыҡты был. Техника түгел, «Юлдаш»тар үҙҙәре килеп етте! Иртәнсәк кенә радионан хәбәр һатҡан «Теге өсәү»ҙең икәүһе кис етеүгә Ишбулды сәхнәһендә тып баҫып тора ла ине.
— Күҙҙәрегеҙҙән күрәбеҙ, унда: «Ҡайҙа Филүс?» — тип яҙылған. — Ярты юлда төшөрөп ҡалдырҙыҡ, сөнки автобус һөйрәмәй. Үҙебеҙ ҙә әле Ахайға «аһ» та «уһ» тип саҡ килеп еттек, — һүҙ артынан кеҫәгә инмәгән Йәмил менән Айбулат осрашыуҙың беренсе секундынан тамашасыларҙы ауыҙҙарына ҡаратып көлдөрә лә башланы.  
— Ишбулдыға иш булып, Ишмөхәмәтов менән Сәсәнбаев нимә ҡарап йөрөй ул? — тип ҡыҙыҡһыныусылар ҙа барҙыр. Былтыр февраль айында Юлдаш радиоһы ойошторған «Атайсалға изге эштәр» бәйгеһендә Ишбулды ауылы еңеүсе булды. Шуға ла «Юлдаш» бөгөн һеҙҙә! — сара ошондай күтәренке нотала башланғыс алды. 
Алып барыусылар ишбулдыларҙың берҙәмлек менән күмәкләп йыл эсендә тағы бер ҙур эш атҡарып сығыуҙарын — ете метрлыҡ стела күтәреп ҡуйыуҙарын да маҡтап телгә алды. 
Башта һүҙ рәсми ҡунаҡтарға бирелде. Район башлығы Айрат Әминев: «Аһ, ахайҙар аптырата!» — тип ауыл халҡына һоҡланыуын белдереп, ишбулдыларҙың бар яҡлап алда булыуҙарын: бында­ иң яҡшы хоккей коробкаһы төҙөлөүен, иң бейек мөһабәт стела ҡалҡып сығыуын, иң әүҙем халыҡ йәшәүен, көслө хоккей командаһы тупланыуын, дини нигеҙҙең ныҡ булыуын билдәләне. Айрат Зиннәт улы ауылдың социаль мәсьәләләрен хәл итеүҙә урындағы мәсеттең бағыусы булып даими сығыш яһауына, ауыр тормош хәлендә ҡалған ауылдаштарға матди яр-ҙам күрһәтеүенә туҡталып, имамдың эшен юғары баһаланы һәм бөтә ауыл көтөп алған мәртәбәле сарала Юлай Хәйбуллинды районда яңы булдырылған ҙур награда — «Әбйәлил районының атҡаҙанған хеҙмәткәре»  билдәһе менән бүләкләне. Шундай уҡ юғары исем Ишбулды ауылы стелаһының эскиз-проектын эшләүсе Өфөлә йәшәүсе яҡташыбыҙ Нәсих Хәлисовҡа бирелде. 
Ишбулды ауылын төҙөкләндереүгә индергән тос өлөшө һәм әүҙем гражданлыҡ позицияһы өсөн Азамат Зарипов, Айгизәр Ғилманов, Илнар, Әхәт һәм  Айгиз Хәлисовтар, Салауат Бикҡолов район хакимиәтенең Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Айрат Зиннәт улы ауыл халҡының хеҙмәтен ҙурлап, хөрмәт итеп килгән «Юлдаш» радиоһы ижади командаһына ла рәхмәт белдерҙе, яңы башланғыстарында уңыштар теләне.
Хәлил ауыл биләмәһе башлығы Мостафа Фәттәхов ауылдаштарын ҙур еңеүҙәре менән ҡотлап, киләсәктә ошондай дөргөнлөк менән бүтән бәйгеләрҙә ҡатнашырға, «Айыҡ ауыл» конкурсында көс һынап ҡарарға саҡырҙы. Тырыш, шәп егеттәрҙән Таһир Насиров, Илдар һәм Рәсих Хәлисовтар, Зинфир Ҡаҙаҡбаев, Ихтияр Эрназаров, Венер Боҫҡонов, Рәмил Әсәҙуллин биләмә башлығының рәхмәт хатын алды. 
Район Советы рәйесе А. Б. Хәйбуллин ҡунаҡтарҙы хоккей коробкаһын булдырыу тарихы менән таныштырҙы. Прописка буйынса 444 кеше йәшәгән бәләкәй ауылда 800 мең һумға боҙ майҙансығы төҙөүҙә ҡырҙа йәшәгән ауылдаштарҙың һәм МХО-ла йөрөгән яугирҙәрҙең дә аҡсалата өлөшө булыуын билдәләп үтте.
— Хөрмәтле ишбулдылар! Берҙәм булыуығыҙ менән шәп конкурста еңеп сыҡтығыҙ. Һеҙгә тиклем Йылайыр районының Юлдыбай, Белорет районының Манышты ауылдары бәйгелә еңеүсе булғайны. Рәхмәт «Юлдаш» радиоһын тыңлағанығыҙ, беҙҙең менән бергә булғанығыҙ өсөн! — тип сәләмләне радио продюссеры Илнур Рамаҙанов. «Юлдаш»тар ҙа ауыл активистарына үҙҙәренең рәхмәт хаттарын һәм иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы. Бындай мәртәбәле хөрмәткә Азамат Зарипов, Гөлгөнә Итҡолова, Ғилмитдин Шөғүров, Айһылыу Насирова, Альбина Ғүмәрова, Дамира Шөғүрова, Руслан Хәлисов, Юлай Хәйбуллин, Таңатар Шәмсетдинов, Айгизәр Ғилманов, Венер Боҫҡонов, Әхәт Хәлисов һәм Әлфиә Хәлисова лайыҡ булды.
Артистарҙан беренсе булып сығыш яһаған яҡташыбыҙ, Ҡушый ҡыҙы Альбина Килдейәрова концертҡа дәртле башланғыс бирҙе. Ғаяз Ғәйетбаев, Эльви-ра Мөхтәрова, Зәриә Рыҫмөхәмәтова, Илнур Рамаҙанов һәм Сәйет Билаловтың йырлы-моңло күстәнәсен тамашасылар яратып ҡабул итте. Тик ултырып түҙә алмағандар бейергә төштө. Ҡеүәтле аппаратура, төҫлө-төтөнлө шоу — ауыл клубы филармониянан кәм түгел ине. Пульт артында исеме радио аша таныш тауыш режиссеры Нияз Әбелғазин эшләне.
Һәр әйткәне мәрәкә лә тәләкә, кинәйә булған «теге икәү» сараны шул тиклем күңелле итеп алып барҙы. Йәмил менән Айбулаттың сәхнәгә сығыуын халыҡ концерт номеры һымаҡ алҡышлап көтөп алды. Тамашасылар араһында ҡыҙыҡлы уйындар ойошторолдо. «Бүрек» уйынында ҡатнашыусылар шиғыр һөйләү, йырлау, бейеү, «Мин һине яратам!» тип һөйөү белдереү буйынса наказдар үтәп, бүләккә «Теге өсәү» төшөрөлгән календарь отто. «Ҡушылып йырла» конкурсында «ултырыусылар» һәм «баҫып тороусылар» командалары ярышты. 
Тура эфирҙа даими уйнатылған мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы «Оҙон көй» бәйгеһе был кистә сәхнәлә уҙҙы. Тауыш көсөн һынап ҡараусы Фирүзә Әсәҙуллина һәм Марсель Фәттәхов араһындағы уйында «Ҡыҙыл буйы һандуғасы» титутына Фирүзә апай эйә булды. Уйында ҡатнашыусыларға «Юлдаш» логотибы менән толстовка һәм футболка бүләк иттеләр. 
Тағы ла бик күптәр йомарт «Юлдаш»тарҙың бүләктәренә лайыҡ булды. Радионың исемле сәғәте клубта ла: «Бында 2026 йылдың 23 ғинуарында «Юлдаш» радиоһы сығыш яһағайны», — тип һәр саҡ иҫләтеп торор. Тамашаға саҡырылған әлеге ваҡытта яу яланында йөрөгән ир-егеттәрҙең һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, МХО биләмәһендә башын һалған батырҙарҙың ата-әсәләренә хөрмәт күрһәтелде. «Ҡайғы-һағыштарығыҙ әҙерәк баҫылһын, күңелдәрегеҙ тыныслыҡ алһын өсөн бөгөн һеҙгә килдек. Егеттәребеҙ еңеү менән тиҙерәк әйләнеп ҡайтһын!» — тигән изге теләктәрен еткерҙеләр. 

Әйткәндәй, дүшәмбе һайын радио тыңлаусылар араһында уҙғарылған «Оҙон көй» бәйгеһенең биш тапҡыр еңеүсеһе булған Зөлфиә Шөғүрова менән күрешеү теге икәү өсөн көтөлмәгән сюрприз булды. Тау менән тау ғына осрашмай! «Юлдаш»тың бөтә бүләктәрен дә тиерлек отҡан Зөлфиә Хатап ҡыҙы был юлы яратҡан алып барыусыларын үҙе бүләкләне, Филүскә лә аманатты тапшырыуҙы һораны. Ике һүҙҙең береһен шаяртыуға борған егеттәр, хәбәргә әүрәп, өсөнсө иптәштәренең ҡайҙалағын әйтергә лә онотто буғай. Аҙаҡтан белешергә тура килде — үҙе шәп алып барыусы, үҙе йырсы булған Филүс Ҡасимов ауырып киткән имеш. Иғтибар итһәгеҙ был аҙна дауамында ла радиола уның тауышы ишетелмәне. Тиҙерәк шәбәйеп китһен!
Йырлы-моңло, уйын-көлкөлө тамаша нәҡ иртәнге эфирҙағыса өс сәғәт барҙы ла ҡуйҙы. Әммә һис ялҡытманы. Ваҡыттың үткәне һиҙелмәне лә. Ауыл активы онотолғоһоҙ кисә өсөн «Юлдаш» командаһына, әртистәргә рәхмәт әйтеп, барыһының исеменән бүләктәр бирҙе. Халыҡсан радионың халыҡ геройҙарына әйләнгән «Теге өсәү»гә шәхсән бүләктәр, күстәнәстәр биреүселәр ҙә булды. 
Концерттан һуң халыҡ тиҙ генә таралырға теләмәне. Клубта күңелле дискотека дауам итте.

Ҡурҡаҡтар ғына хоккей уйнамай!
«Юлдаш»тарҙың Ишбулдыға килеүе ҡаты һыуыҡтар торған селләгә тура килде. Термометр бағанаһы минус 27 градусты күрһәтә ине. Бер ышыҡһыҙ ялан төбәгенең һыуығы тағы ла зәһәрерәк. Бына шундай иртәлә Ишбулдыла хоккей ярышы башланғыс алды. 
Ишбулдығы килеүен-килгәс, радионың «Атайсалға изге эштәр» бәйгеһендә беренсе урын алған хоккей майҙансығын күреү генә түгел, боҙон да һынап ҡарауҙы ниәт итте «Юлдаш» егеттәре. Ә ҡунаҡ ҡаршылаусы яҡ иһә, яҡшының ҡунағы бер көндә тип, бер уңайҙан махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Ишбулды ауылы егеттәре иҫтәлегенә турнир үткәреүҙе лә маҡсат итте. Боҙ майҙаны байрамса биҙәлде. Иң түргә батыр-ҙарҙың фотоһүрәттәре менән баннер эленде. Тирмә ҡоролдо, ҡаҙандар аҫылды. Ғөмүмән, ауыл һабантуйҙағы кеүек гөр килеп торҙо.
Был турнир Ахайҙа тәүгә уҙғарыл-май. Былтырғы ярыш яу ҡырында башын һалған ауылдың биш батыр улы исеменә ойошторолһа, бер йыл эсендә был исемлеккә тағы ла һөлөктәй дүрт ир-егеттең өҫтәлеүе аяныслы. Нургиз Хәлисов, Айгиз Ирназаров, Азат Насиров, Марсель Талипов, Рәмил Рәхмәтов, Динар Хәлисов, Тимур Ҡаҙаҡбаев, Венер Мансуров, Илнур Боҫҡонов...
Спорт сараһы тантаналы асылды. «Юлдаш» командаһы менән бергә 11  команда боҙға сығып баҫты. Ҡаһармандар кубогын яулар өсөн көс һынашырға район турнирҙарында даими ҡатнашҡан «Асҡар», «Атауҙы», «Ахай» (Ишбулды), «Аҡбуҙат» (Әлмөхәмәт), «Балапан» (Яңы Балапан), «Буранғол», «Ташбулат», «Хәлил» командаларынан тыш, Учалы районынан «Сәфәр» һәм Сибай ҡалаһынан «Юрта» хоккейсылары теләк белдерҙе. Ярышта ҡатнашыу өсөн учалыларҙың таңғы биштән юлға сығыуҙары маҡтауға лайыҡ. 
Хоккей спортын үҙ итеүселәрҙе — спортсыларҙы һәм көйәрмәндәрҙе, батыр егеттәрҙең яҡындарын район Советы рәйесе Айбулат Хәйбуллин, Хәлил ауыл биләмәһе башлығы Мостафа Фәттәхов, Ишбулды ауылы активисы Азамат Зарипов сәләмләне. Мостафа Марат улы турнирҙы ойош-тороуҙа һәләк булған егеттәрҙең ата-әсәләре һәм туғандарының ҙур ярҙам күрһәтеүҙәрен әйтеп, уларҙы ауыл биләмәһенең Рәхмәт хаты менән билдәләне. Улдарының данлы исемдәрен онотмағандары өсөн барыһы исеменән Азат Насировтың әсәһе Айһылыу Ниғмәт ҡыҙы рәхмәт белдерҙе. 
«Юлдаш» командаһы капитаны Салауат Заманов һүҙ алып: 
— Йылдар дауамында «Юлдаш» дуҫтары менән осрашыуҙар уҙғарып, үҙенең иң халыҡсан радио икәнен иҫбатлай килә. Беҙ эфирҙар ғына алып бармайбыҙ, кәрәкһә — волейболын да, футболын да уйнайбыҙ. Һәм бына бөгөн беренсегә Әбйәлил районы Ишбулды ауылына хоккей уйнарға килдек, — тине.
Ишбулды ауылының ҡаһарман улдарын бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алғандан һуң турнир асыҡ тип иғлан ителде. 
Беренсе уйында «Юлдаш» командаһы майҙан хужалары менән осрашты. Әйтергә кәрәк, микрофон артында эшләгән ир-егеттәр һис һынатманы. Күнекмәләр үтеп, махсус эпикировкаға тиклем эшләтеп, әҙерләнеп килеүҙәре күҙгә ташланмай ҡалманы. Билдәле алып барыусылар — Салауат Заманов, Венер Фәйзуллин, Айбулат Сәсәнбаев, Нияз Абдуллин, Айгиз Хәсәнов боҙҙа сыныҡҡан «Ахай» командаһы егеттәренә ҡаршы бик оҫта уйнаны. Хужалар ҙа «ҡунаҡсыллыҡ» күрһәтте. Иптәштәрсә матчта 5:5 иҫәп менән дуҫлыҡ еңде.
МХО-ла батырҙарса һәләк булған ир-егеттәрҙең яҡындары,  ата-әсәләре, туғандары үҙҙәре теләк белдереп, ҙур ҡаҙандарҙа былау әҙерләне, ҡар өҫтөндә яғылған усаҡта бешергән эҫе генә йыуасалары һәм ҡайнар самауыр сәйе менән һыйлап, һис кемгә өшөргә бирмәне. Ошо урында бер кемде лә айырмай, ишбулдыларҙың һәр ваҡыттағыса берҙәмлек һәм ҡунаҡсыллыҡ өлгөһө күрһәтеүҙәрен, өҫтәлдәрҙән ризыҡ өҙмәй һәм самауырҙар ҡуҙын һүрелдермәй урамда ла, клуб эсендә лә бөтә ғәмде һыйлауҙарын билдәләп «афариндар!» тип маҡтағы килә.
Төп турнир иһә бик ҡыҙыу барҙы. Боҙҙа һүҙҙең тура мәғәнәһендә эҫе булды. Уйын тамамланғанда сәғәт төнгө 12-се яртыны күрһәтә ине инде. Һөҙөмтәләр түбәндәгесә билдәләнде: «Атауҙы» — беренсе, «Ахай» — икенсе, «Аҡбуҙат» — өсөнсө урын.
Көслө уйынсылар номинацияларҙа бүләкләнде. Вилнур Ғүмәров (Ишбулды) — «Иң яҡшы ҡапҡасы», Линар Усманов (Буранғол) — «Иң яҡшы һаҡсы», Рәфил Усманов (Әлмөхәмәт) — «Иң яҡшы һөжүмсе», Руслан Ҡужин (Атауҙы) — «Иң күп мәрәй йыйыусы», Ғәлим Ишмөхәмәтов (Атауҙы) — «Иң яҡшы уйынсы» исемдәренә лайыҡ булды. 

*      *     *
«Юлдаш» каналы хеҙмәткәрҙәренә ауыл буйлап экскурсия ла ойошторолдо. Алып барыусылар мәсеттә, мәктәптә булды, радио өсөн репортаждар эшләне. 
Ғөмүмән, иҫ киткес ябай, ҡунаҡсыл мөхиттән, һый-хөрмәттән күңелдәре булып, ишбулдыларҙан көскә айырылып ҡайтыу юлына ҡуҙғалдылар. Үҙ ауылдарының ғына түгел, бөтә Әбйәлилдең йөҙөн күрһәткән ахайҙар иһә уларҙы: «Тағы ла килегеҙ!» — тип ихлас оҙатып ҡалдылар.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас