Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
26 Февраль , 08:10

Биотехнология буйынса һөнәри белем биреү программалары яңыра

Владимир Путин «биоэкономика» йүнәлеше буйынса бюджет урындары һанын киңәйтеү кәрәклеге хаҡында белдерҙе.  #ВладимирПутин

Биотехнология буйынса һөнәри белем биреү программалары яңыра
Биотехнология буйынса һөнәри белем биреү программалары яңыра

Бизнес менән бергә һөнәри белем биреү программаларын етди яңыртырға, студенттарҙы предприятие майҙансыҡтарында практик уҡытыуҙы киңәйтергә саҡырҙы. Был хаҡта ул киләсәк технологиялар форумында сығыш яһап белдерҙе.

Путин шулай уҡ, белем биреүҙе яңыртыу микробиология, генетика, биоинформатика үҫешенең алдынғы тенденцияларын иҫәпкә алып барылырға тейеш, тип өҫтәне.

"Әлегә күп кенә юғары уҡыу йорттарын, колледждарҙы тамамлаусыларҙың компетенциялары һәм белемдәре биотехнологияларҙың хәҙерге кимәленән артта ҡала. Бында күп нәмә яңыса, шуға күрә күп нәмә өйрәнергә кәрәк», — тине Президент.

Бынан тыш, Путин илдең юғары уҡыу йорттарында һәм колледждарында «биоэкономика» йүнәлеше буйынса бюджет урындары һанын арттырырға саҡырҙы.

«Биоэкономиканы технологик тәьмин итеү» милли проекты 2025 йылдың аҙағында эшләй башланы. Ул Рәсәйҙә биологик сеймал ҡулланыу өсөн инфраструктура булдырыуға һәм ауыл хужалығында, экологияла һәм дарыуҙар эшләүҙә талап ителгән уникаль технологиялар эшләүгә йүнәлтелгән.

Рәсәй вуздары 2027 йылда юғары белем биреүҙең яңы моделенә күсергә ниәтләй. 2023 йылдың 12 майында Владимир Путин 2023-2026 уҡыу йылдарында юғары белем биреүҙе реформалау буйынса пилот проектын башлау тураһында указға ҡул ҡуя, ул МАИ, МИСИС, МПГУ, Санкт-Петербург тау университетында, Иммануил Кант исемендәге Балтик федераль университетында һәм Томск дәүләт университетында тормошҡа ашырыла. Ғинуарҙа Путин уны оҙайтыу һәм башҡа яңы уҡыу йорттары менән киңәйтеү тураһында указға ҡул ҡуя.

Биотехнология буйынса һөнәри белем биреү программалары яңыра
Биотехнология буйынса һөнәри белем биреү программалары яңыра
Автор: Вил Илһамов
Читайте нас