

«Сәләмәтлек поезы»ның Әбйәлил маршруты быйыл Красная Башкирия, Байым, Асҡар ауылдары аша үтә. Халыҡтың диагностик ярҙам алыу мөмкинлеген арттырыу, хроник ауырыуҙарҙы һәм уларҙың хәүеф факторҙарын иртә асыҡлау маҡсатында Красная Башкирия табип амбулаторияһында пульмонолог Альберт Мирхәйҙәров, гастроэнтеролог Гүзәл Кашапова, травматолог Йәмил Сөләймәнов, һәм уролог Юнир Буранбаев ҡабул итте.
БР Башлығы Р. Ф. Хәбиров «Сәләмәтлек поезы» эшмәкәрлеге тураһында:
«Был миҙгелдәге эш йомғаҡтары буйынса медиктар 27 мең самаһы сирҙе асыҡланы, шуларҙың 12 мең самаһы тәүгә асыҡланды. 4 меңгә яҡын пациентта, йәғни ҡабул итеүгә килгәндәрҙең һәр һигеҙендә тиерлек социаль әһәмиәтле сирҙәргә шик бар. Иң хәүефлеләре араһында — шәкәр диабеты (588 кеше), яман шеш (195 кеше), туберкулез (8 кеше).
Беҙҙең бурыс үҙгәрешһеҙ — һәр торама пунктта, шул иҫәптән район үҙәгенән һәм ҙур ҡалаларҙан йыраҡта, халыҡ сифатлы медицина ярҙамына иҫәп тота алһын».
Амбулатория коридорында был бинала күптән булмағанса йәнлелек күҙәтелде. Табиптарға күренеп ҡалыу маҡсатында райондың төрлө ауылдарынан килеүселәрҙән ҙур сираттар хасил булды. Участка терапевтары аша һәр белгескә алдан яҡынса 80-ләп кеше яҙылған. Уларҙан тыш өҫтәп килеүселәрҙе лә табиптар ҡабул итте. «Аҙаҡҡы пациентҡа тиклем эшләйәсәкбеҙ», — тигән һүҙҙәренә тоғро ҡалып, улар күҙ төбәп килеүсе һәр кемде ентекләп ҡараны, дауалау курстары билдәләне, дарыуҙар яҙҙы һәм хатта ҡайһы бер кисектергеһеҙ осраҡтар буйынса республика дауаханаһында стационар дауаланыуға йүнәлтмәләр бирҙе.
Табип-травматологҡа күренеп сыҡҡан Йәлембәт ауылынан Земфира Ямалетдинова бик ҡәнәғәт булыуын белдерҙе: «Йәмил Нуриман улын күптән беләм. Ул ваҡытында Өфөлә апайыма операция эшләгәйне. Бик һәйбәт табип. Апайым һауығып тиҙ аяҡҡа баҫты. Уҙған көҙҙә аяғымды һындырғайным, һаман йүнләп баҫа алмайым. Шуға күрә травматологҡа яҙылдым. Электән белгән табипҡа тура килеүемә бик шатмын. Өҫтәмә проекцияла рентген үтеп иртәгә снимоктар менән яңынан килергә ҡушты», — тине ул.
Юғары категориялы тәжрибәле травматолог Йәмил Сөләймәновтың яҡташыбыҙ булыуы ла асыҡланды. Ул сығышы менән Иҫке Балапан ауылынан. Йәмил Нуриман улы әйтеүенсә, мөрәжәғәт итеүселәр — төрлө йәштәге кешеләр, нигеҙҙә артроздан яфаланыусылар. Табип уларға тубыҡ, янбаш быуындарын алмаштырыу буйынса операция эшләтеүгә бәйле консультация бирҙе, өҫтәмә тикшеренеүҙәр билдәләне, һөйәк һынғандан һуң дөрөҫ уңалмау мәсьәләһе менән килеүсене травматология бүлексәһенә операцияға яҙҙы.
Мирхәйҙәров тигән фамилия үҙе үк «Мин — Әбйәлилдән!» тип ҡысҡырып торған кеүек. Табиптар династияһын дауам итеүсе Альберт Марсель улы Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының пульмонология бүлеген етәкләүсе юғары категориялы табип, медицина фәндәре кандидаты. Яҡташтарын сәмәләтләндереү маҡсатында тыуған яҡҡа ашҡынып ҡайтҡан. Әйткәндәй, иң оҙон сират нәҡ уға теҙелгәйне.
А. М. Мирхәйҙәров, юғары категориялы табип, Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының пульмонология бүлеге мөдире, медицина фәндәре кандидаты:
— Яҡташтарыма төбәп, үҙ һаулығығыҙға битараф булмағыҙ, дөрөҫ туҡланығыҙ, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барығыҙ, ваҡытында табиптарға мөрәжәғәт итегеҙ тип әйткем килә. Профилактиканың ҙур бәләләрҙән ҡурсалауы хаҡында онотмағыҙ. Ауырыуҙарҙы иҫкәртеүе еңелерәк. Диспансеризация үтеүгә, вакцинацияға битараф ҡарамағыҙ. «Сәләмәтлек поезы» ла һеҙҙең сәләмәтлек һағында эшләй.
«Сәләмәтлек поезы»на килеүсе һәр пациентты ентекләп ҡараныҡ. Райондың баш табибы Илгиз Килдейәров менән осраштыҡ. Ғөмүмән, тыуған яҡта бик йылы ҡабул иттеләр. Красная Башкирияла яңы модулле ФАП буласаҡ тигән ҡыуаныслы яңылыҡҡа бик шатмын. Барығыҙ ҙа сәләмәт булығыҙ!
— Пациенттарҙың күпселеге хроник обструктив үпкә сиренән яфаланыусылар, астматиктар, аллергиктар. Яҙ — үпкә-тын юлдары ауырыуҙарының көсәйгән мәле. Бер нисә сирлене үҙебеҙҙең бүлексәгә госпитализацияға яҙҙыҡ, – тине ул.
Красная Башкириянан Әминә Ғималетдинова: «Бик итәғәтле, белемле табипта булдым. Быға тиклем алған дауаларыма өҫтәп яңы дарыуҙар, үләндәр тәғәйенләне», — тип гәзит аша гастроэнтеролог Гүзәл Рәшит ҡыҙына рәхмәт белдерҙе.
Табип амбулаторияһының өлкән шәфҡәт туташы Дилә Әбүшахманова «Сәләмәтлек поезы» Красная Башкирияға һуңғы тапҡыр өс йыл элек килеүен әйтеп, халыҡтың көтөп алыуын билдәләне. «Табиптарға яҙылыусыларҙың төп контингенты оло йәштәге кешеләр, уларҙы Өфөгә юл йөрөтөүе ауыр. Табиптар десантының райондарға сығып ҡабул итеү күпкә уңайлы», — тине ул.
Ике көн дауамында Красная Башкирияла эшләгәндән һуң, белгестәр Байым зонаһына күсте. Байым ауылына шулай уҡ стоматология комплексы ла килеп етте.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.