

Республика башлығы Радий Хәбиров Бәйләнештә селтәрендәге үҙ битләүендә: «Ауыл хужалығы, социаль өлкә һәм сәнәғәт предприятиеларына колледждар әҙерләгән кадрҙар бик кәрәк. Быны иҫәпкә алып, уҡыу йорттарының материаль-техник базаһын яҡшыртыуға йүнәлтелгән ҙур масштаблы программалар эшләй башланы. Һуңғы биш йыл эсендә республика колледждарында 188 яңы оҫтахана барлыҡҡа килде. Был бөтә Рәсәй буйынса биш иң яҡшы күрһәткестәр рәтендә», тип яҙып сыҡты.
Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы:
«Һөнәри белем биреү мәсьәләһе беҙҙең төбәк өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Ауыл хужалығы, социаль өлкә һәм сәнәғәт предприятиеларына колледждар әҙерләгән кадрҙар бик кәрәк».
«Белем» милли проектына ярашлы Башҡортостанда 9 оҫтахана булдырылды. Шулай уҡ, колледждарҙа капиталь ремонт эшләү программаһына ярашлы йыл һайын был маҡсатта 500 миллион һум аҡса бүлеү күҙаллана. Хәҙерге заманда колледждарҙа уҡыу отошлораҡ. Йылдан-йыл туғыҙынсы класты бөткән балаларҙың күбеһе һөнәри белем алыуға өҫтөнлөк бирә. Уларҙың һаны 60 процент тәшкил итә. Шуға күрә, Радий Хәбиров билдәләүенсә, балаларға төплө белем һәм файҙалы һөнәр алыу өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырырға тейеш.
Районда берҙән-бер һөнәри белем биреү сығанағы булған Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалы заман менән бергә атлай, төрлө программалар сиктәрендә уҡыу йорто оҫтаханаларының матди базаһы яҡшыртыла. Студенттар ҙа һынатмай, йыш ҡына төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулап, үҙҙәренең белем кимәлен күрһәтә.
Шундай конкурстарҙың иң мәртәбәлеһе — «Абилимпикс» эшсе һөнәрҙәрҙең баһаһын күтәреү өсөн булдырылған чемпионат. Күптән түгел колледж студенттары «Абилимпикс» хәрәкәте ойошторған төбәк-ара конкурста ҡатнашып, төрлө номинацияларҙа биш призлы урын яуланы. «Иретеп йәбештереү технологияһы» конкурсында беренсе урын Арыҫлан Билаловта, «Оҫта» номинацияһында икенсе урынды Бауырйән Шаһыбаев алды. Ағасты һырлап биҙәк төшөрөү буйынса икенсе урынды Тимур Мортазин, өсөнсө урынды Руслан Байбулатов яуланы. Вадим Ибраһимов «Кирбес һалыу» конкурсында өсөнсө урында билдәләнде.
Салауат Зәйнуллин, филиал директоры:
«Тиҙҙән уҡыу йылы тамамлана һәм беҙ яңынан студенттар ҡабул итергә әҙер буласаҡбыҙ. 9-сы класты тамамлаясаҡ егет-ҡыҙҙарҙы беҙгә уҡырға килергә саҡырам. Колледжға уҡырға инеү — дөйөм белем менән бергә һөнәр алыу мөмкинлеге лә. Һөнәрле кеше эшкә урынлаша ала һәм шул уҡ ваҡытта ситтән тороп юғары белем алырға ла була. Кемдәр тиҙерәк үҙаллы булырға теләй — рәхим итегеҙ!»
Студенттарҙы маҡсатлы итеүгә, уларҙа уҡыуға ҡыҙыҡһыныу һәм ынтылыш уятыуға йүнәлтелгән конкурстарҙа еңеүселәрҙең уңыштары – ул уҡытыусыларҙың, ата-әсәләрҙең һәм бөтә коллективтың дөйөм еңеүе.
Гөлнара НУРҒӘЛИЕВА.