Атайсал
16 Мая , 12:05

Мәктәбебеҙҙең матур йолаһы

Сал тарихлы мәктәбебеҙ 150 йыллыҡ олпат юбилейын билдәләргә әҙерләнә. Ошо айҡанлы бик күп саралар ҡаралған: хор башҡарыуында мәктәп тураһында йырҙар конкурсы, бейеүселәр бәйгеһе, ошо белем усағын тамамлаған билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар, «түңәрәк өҫтәл»дәр, иншалар, иң күп «бишле» алыусылар ярышы — был күренештәр мәртәбәле сараның бер өлөшө генә.

Һүҙебеҙ мәктәптә йәшәп килгән матур йолалар тураһында. Традицияға әүерелгән сараларҙы көтөп алабыҙ: көҙҙөң алтын сыуағында Ололар көнөнә арнап, хаҡлы ялда булған оло быуын уҡытыусыларын тәбрикләү, милли кейем байрамында бөтә коллектив менән төрлө милләттәрҙе  сағылдырған кейемдәрҙә дәрестәр алып барыу, тәбиғәт уянған яҙғы көндә күмәкләп ағас ултыртыу, өмәләргә сығыу, йәмле йәйҙә һабантуйҙа гөрләшеү, төрлө төбәктәргә сәфәр ҡылыу — былар барыһы ла быуындан-быуынға тапшырыла килгән матур ғәҙәттәр. Әммә шулар араһында Асҡар урта мәктәбен тамамлап, илебеҙҙең төрлө тарафтарында эшләп йөрөгән уҡыусыларыбыҙҙың осрашыу кисәһе — йөрәкһенеп көтөп алған иң гүзәл байрамдарҙың береһелер ул. 

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров:
— Беҙ барыбыҙ ҙа өлкән кешеләр һәм йылдан-йыл беҙҙең хәтер яңы шәхестәр, яңы ваҡиғалар менән тулылана. Әммә белем алған мәктәбебеҙ, тәүге уҡытыусыбыҙ тураһында хәтер ниндәй йәшкә ҡарамаҫтан юйылмай һаҡлана. Белем һәм тәрбиә  биреүгә үҙ ғүмерен бағышлаған һәр кемгә рәхмәтлебеҙ! Тап һеҙҙең хеҙмәтегеҙ республикабыҙҙың киләсәген, балаларыбыҙҙың ниндәй буласағын билдәләй. 

Тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Л. М. Тимерханова, был байрамға яңыса һулыш биреп, йәнләндереп ебәрҙе. Йыл һайын үткәрелеп килгән традицион сараға әҙерлек алдан башлана. Һәр класс үҙенә йөкләмәләр ала: осрашыусыларҙы табып, улар менән бәйләнешкә сыға, фоторәсемдәр, мәғлүмәттәр туплай, билдәле шәхестәребеҙ тураһында белешмә материалдар менән мәктәп музейын тулыландыра. Балалар был эштәрҙе күңел биреп, айырым бер ихласлыҡ менән башҡара. Юбиляр сығарылышҡа бағышлап, стена газеталары сығарыуҙа бөтәһе лә әүҙем ҡатнаша. Уҡыусылар һәм уҡытыусылар коллективы берлегендә килгән ҡунаҡтарға бай йөкмәткеле концерт әҙерләнә. Халҡыбыҙға хас булған киң күңеллелек, ҡунаҡсыллыҡ ярылып ята. Милли ризыҡтарҙан һығылып торған бай табын ҡунаҡтар күңеленә хуш килә. Мәктәпте күптән тамамлаған юбилярҙар өсөн төрлө квиз-уйындар, мәктәп музейына экскурсия ойошторола. Тәнәфес ваҡытында үткәрелгән мәктәп кимәлендәге викторина үҙе бер мажараға әүерелә. Берсә тулҡынланып, берсә һағышланып килгән кисәге уҡыусылар, сәхнәгә күтәрелгәс тә, әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ хис-тойғолар кисерәләрҙер. Инде сәстәре салланып, тәжрибә туплап, байтаҡ ғүмер кисергән оло  йәштәге «уҡыусылар» бала саҡҡа ҡайтҡандай тоя үҙҙәрен. Гөрләп торған мәктәп йылдары, ғәмһеҙ бала саҡ, эскерһеҙ дуҫтар, яғымлы уҡытыусылар, тәүге мөхәббәт — барыһы ла күҙ алдынан үткәндәй булалыр был ваҡытта. Тәүге һабаҡ биргән уҡытыусылар менән осрашыу үҙе ни тора! 
Беҙҙең Асҡар урта мәктәбе үҙенең әллә нисә быуын сығарылыш уҡыусылары менән хаҡлы ғорурлана ала. Бөгөнгө көндә улар ең һыҙғанып баҫыуҙарҙа иген игәләр, ауыл хужалығын үҫтерәләр, урмансылыҡ менән шөғөлләнәләр, балалар уҡыталар, һаулыҡ һағында торалар, сауҙа эшен оҫта алып баралар. Сәнғәт һәм мәҙәниәт, мәғариф өлкәһендә яҡты эҙ ҡалдырған уҡыусыларыбыҙ бихисап. Мәктәбебеҙҙең ғорурлығы булып фән докторҙары, күренекле рәссамдар, шағирҙар, хәрбиҙәр, йырсылар, театр артистары һәм башҡа белгестәр үҫеп сыҡҡан. Улар ошо мәктәптән осош алып, Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә билдәлелек яулаған шәхестәр булып танылдылар. Улар араһынан физика һәм математика фәндәре докторы, Рәсәй фәндәре академияһы мөхбир ағзаһы Марат Илһамов, техник фәндәр докторы Вил Өмөтбаев, физика һәм математика фәндәре докторы Хәҙис Ғәбитов, физика һәм математика фәндәре кандидаты Станислав Нияҙғолов фән үҫтереүгә тос өлөш индерҙеләр. Химия өлкәһендә лә уңыштар, юғары үрҙәр ҡаҙаныусы фән докторы Лидия Андреева, фән кандидаттары Асия Ильясова, Зәлиә Боброваны мәктәбебеҙ ғорурлығы тип атай алабыҙ. Тарих, география, философия, иҡтисад, педагогика фәндәрен үҫтереүҙә күп көс һалған профессорҙар, докторҙар, фән кандидаттары уҡыған был мәктәптә. БДУ-ның кафедра бүлеге мөдире Мөхәмәтйән Хисмәтов, философия фәндәре кандидаты Рөстәм Бикмәтов, филология фәндәре кандидаты Венера Илһамова, иҡтисад фәндәре кандидаты Әмир Миянов, тарих фәндәре кандидаттары Буранбай Ильясов, Наил Мәһәҙиев һәм Дим Ғиззәтов, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Урал Хәмитов, педагогика фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы Гөлназ Ғүмәрованың илебеҙ алдындағы фиҙаҡәр хеҙмәте ҙур һоҡланыу уята. Халыҡ һаулығы һағында ең һыҙғанып эшләп дан ҡаҙанған кафедра мөдире, медицина фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Билалова, атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре, оҙаҡ йылдар Сибай ҡалаһының офтальмология бүлеген етәкләгән Римма Афзалова, республикала Дәүләт ер комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһын лайыҡлы башҡарған Раил Афзалов — мәктәбебеҙҙең даны. 70-80-се йылдарҙа республикабыҙҙың юстиция министры вазифаһында уңышлы эшләгән юридик фәндәр кандидаты Рафиҡ Ғибәҙәтов, генерал-майор Фитрат Ғилманов, ФСБ полковнигы дәрәжәһенә еткән Рафаэль Ҡоҙайәров киләсәк быуын өсөн үрнәк булып тора. Сәйәсәт фәндәре кандидаты Юлиә Исламова Дәүләт Думаһында әүҙем эшмәкәрлек алып бара. 

Бөтә донъяла танылыу алған сәнғәт әһелдәре — СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Әхмәт Лотфуллин, күренекле шағирҙарыбыҙ СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы Шакир Бикҡол, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, шағир Әсхәл Әхмәт-Хужа, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, шағирә һәм драматург Гөлшат Әхмәтҡужина, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш. Бабич исемендәге премия лауреаты Рөстәм Хәкимов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Ш. Бабич исемендәге премия лауреаты Хәсән Усманов кеүек арҙаҡлы шәхестәр ижад юлын тап ошо мәктәптән башлағандар. Был исемлекте әллә күпме дауам итергә мөмкин. 

Миләүшә Ямалова, мәктәп директоры:
— Беҙҙең Асҡар урта мәктәбе үҙенең әллә нисә быуын сығарылыш уҡыусылары менән хаҡлы ғорурлана ала. Бөгөнгө көндә улар ең һыҙғанып баҫыуҙарҙа иген игәләр, ауыл хужалығын үҫтерәләр, урмансылыҡ менән шөғөлләнәләр, балалар уҡыталар, һаулыҡ һағында торалар, сауҙа эшен оҫта алып баралар. Сәнғәт һәм мәҙәниәт, мәғариф өлкәһендә яҡты эҙ ҡалдырған уҡыусыларыбыҙ бихисап. 


Районыбыҙҙа иң олоһо тип һаналған сал тарихлы белем усағы илебеҙ өсөн алыштырғыһыҙ белгестәр, кадрҙар үҫтереп сығарыусы мәктәп булараҡ та ҡабул ителә. Оҙаҡ йылдар, арыу-талыу белмәй, арҙаҡлы директорҙарҙың тәжрибәһен дауам итеүсе, мәктәбебеҙҙең алыштырғыһыҙ етәксеһе, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Миләүшә Ямалова Асҡар урта мәктәбен миҙалға тамамлаған. Әбйәлил районы башлығы Айрат Зиннәт улы Әминев та Асҡар урта мәктәбендә алдынғы уҡытыусылар ҡулында белем алған. Мәктәпте матди яҡтан тәьмин итеүгә тос өлөш индергән башлығыбыҙ — үҙ мәктәбенең патриоты.
Ошо көндәрҙә, майҙың иң матур мәлендә, Асҡар мәктәбе юбилейын билдәләй. Дәрәжәле шәхестәр тәрбиәләгән мәктәп үҙ ҡошсоҡтарын тағы бер тапҡыр ҡосағына ҡабул итәсәк. Иманыбыҙ камил, был күркәм байрам барыһы өсөн дә онотолмаҫ хәтирә булып ҡаласаҡ. Киләсәктә белем усағы яңынан-яңы ҡаҙаныштарға ирешер, үрҙәргә артылыр, мәктәп ғорурланырҙай яңы шәхестәр үҫеп сығыр.
Зиниә ҒӘЛЛӘМОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы;
Лира АБДРАХМАНОВА, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре.

Читайте нас