Атайсал
22 Мая , 07:13

Һөнәрле булғың килһә...

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалы һөнәри йүнәлеш биреү һәм киләһе уҡыу йылына студенттар йыйыу маҡсаты менән Асҡар, Дәүләт мәктәптәренең 9-сы класы уҡыусылары менән осрашты.

Колледждың махсус дисциплина уҡытыусыһы Фәрит Хәсәнов һәм физкультура уҡытыусыһы Әлиә Хәйбуллина балаларҙы колледжға уҡырға килергә саҡырҙы һәм унда уҡыуҙың бик отошло булыуын бәйән итте: 
– Уҡыу йортонда хәҙерге көндә дүрт йүнәлештәге төркөмдә уҡып һөнәр алырға була – Ауыл хужалығы производствоһы мастеры, иретеп йәбештереүсе, кондитер-ашнаҡсы һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән студенттар өсөн 10 айлыҡ махсус ашнаҡсы төркөмө.  Ашнаҡсы-кондитер һөнәренә 2 йыл 10 ай, ә ҡалған һөнәрҙәргә  1 йыл да 10 ай уҡытыла. Тракторсы-машинист төркөмөндә уҡыған студенттар дүрт категорияға танытма алып сыға.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров:
— Колледждарҙың матди-техник базаһын яҡшыртыу маҡсатында ҙур масштаблы “Йәштәр һәм балалар” программаһы эшләй башланы. Колледждар, предприятиелар һәм республика етәкселеге берләшеп йәштәребеҙгә белем алып артабан эшкә урынлашырға булышлыҡ итә. “Агропрофессионалитет” проектына Урал аръяғы һәм Аксенов колледждары инде. Ике йыл эсендә улар 285 миллион һум аҡса аласаҡ.


 Еңел машина йөрөтөү өсөн танытмаға ла ярты хаҡын ғына түләп уҡырға була икән уҡыу йортонда. Дөйөм ятаҡҡа түләү хаҡы йылына ике мең һум, ә ашханала көнөнә өс тапҡыр ашау айына 1500 һум тәшкил итә. Колледж уҡыусылары БДИ һынауҙарын бирмәй, ике йыл эсендә һөнәр һәм урта мәктәпте тамамлау тураһында таныҡлыҡ алып сыға. Теләге булғандар ситтән тороп, йә көндөҙгө бүлектә белем алыу өсөн юғары уҡыу йорттарына инә ала. Өфөнөң Аграр университеты, Магнитогорск, Сибай институттары йыл да үҙҙәренә студенттар һайлап алырға килә, уларҙа балалар юғары белем алып сығалар. 

Ислам Сәлихов, Дәүләт урта мәктәбе директоры:
—  Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы уҡытыусылары йыл да беҙҙең мәктәпкә килеп һөнәри йүнәлеш биреү маҡсатында уҡыусылар менән осраша. Йыл һайын бер нисә уҡыусыбыҙ колледжға уҡырға инә. Профориентация маҡсатында бындай осрашыуҙар бик кәрәкле эш, тип һанайым һәм беҙ уларҙы гел көтөп алабыҙ.


Колледж студенттары республика, Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулай. Байрамдарҙа төрлө саралар ойошторола һәм студенттар унда әүҙем ҡатнаша. 
– Хәҙерге ваҡытта эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж ҙур булыу сәбәпле колледждарға ҙур иғтибар бирелә, матди яҡтан даими ярҙам күрһәтелә. Уҡыу йылдарының бер йылға ҡыҫҡартылыуы ла эшсе ҡулдар етмәүгә нигеҙләнгән үҙгәреш. Беҙҙең ишектәр һәр ваҡыт асыҡ, рәхим итегеҙ! – тине балаларға мөрәжәғәт итеп Фәрит Әсғәт улы.

Г. МУЛЛАБАЕВА.

Читайте нас