Атайсал
9 Июля , 10:02

Ҡағы ярында өмә

Хәмит ауылында Ҡағы йылғаһы ярҙарын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса «Салауат» компанияһы ойошторған экологик акцияла ауыл халҡы, уҡыусы балалар ҡатнашты.

Үткән йылда башланған «Ҡыҙыл йәшә!» акцияһы сиктәрендә район йылғалары ярҙарын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса өмәләр ойошторған «Салауат» компанияһы төпкөлдә урынлашҡан Хәмит ауылына ла килеп етте. Компанияның тәҡдимен район, ауыл биләмәһе хакимиәте хуплап ҡаршы алды, ауыл халҡы ла билдәләнгән ваҡытҡа дәррәү йыйылды. Акцияла шулай уҡ район Советы секретары вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәлилов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Хәлил Рәхмәтуллин да ҡатнашты.
Хәмит мәктәбе, фельдшер пункты, балалар баҡсаһы, ауыл хакимиәте, мәҙәниәт учреждениеларының барыһына ла сәскә, шыршы, туя үҫентеләре бүлеп бирелде. 
Тиҙҙән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үтәсәк Шәрип ауылына ла тәғәйенләп үҫентеләр алып килгәйне «салауаттар». 
— Бөтә район тәбиғәтенә иғтибар бүлеп, акциялар үткәреп, даими ярҙам күрһәтәбеҙ. Район үҙәгенән иң алыҫта урынлашҡан Хәмиткә лә ярҙам итергә булдыҡ. Тәбиғәтегеҙ хозур, кешеләрегеҙ ихлас, үҫентеләр ҙә социаль объекттар биләмәләрен йәмләп үҫеп китһендәр, — тине «Салауат» компанияһы директоры Таһир Бәхтегәрәйев.
— «Салауат» компанияһы башланғысын район хакимиәте ҡуш ҡуллап күтәреп алды. Ямғыр яуыуға ҡарамаҫтан, Хәмит ауылына сәскә һәм ағас үҫентеләрен ултыртырға, йылға ярҙарын таҙартырға йыйылдыҡ, — тип теләктәшлеген белдерҙе Руслан Ғөзәйер улы.
— Ауылыбыҙ йылдан-йыл матурая, халҡы әүҙем, йәштәребеҙ бына тигән. Ағас, сәскә үҫентеләрен борондан ямғырлы көндә ултыртырға тырышҡандар. Яуын ваҡытында тәбиғәт үҙе фатиха бирә, тип иҫәпләгәндәр. Фатихалы үҫентеләр ергә берегеп үҫеп китһен! — тип мәғариф ветераны, ауыл биләмәһенең элекке башлығы Фирүзә Ғәҙелшина ауыл халҡы исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
 Ярҙарынан ташып киң йәйелгән Ҡағы буйҙарында бүтән ауыл биләмәләрендәге кеүек ҡағыҙ, полиэтилен туҙып ятмай. Һыу ағыҙып алып киткән ағас, ботаҡтар ғына өйөлгән. Йылға ярҙары буйлап һибелгән өмәселәр тиҙ арала эште тамамлап та ҡуйҙы һәм мәктәп ашханаһына «Салауат» компанияһы ойошторған төшкө ашҡа йүнәлде. 
Хәмиттең матур тәбиғәтен йәмләп, халҡын, ҡунаҡтарын ҡыуандырып оҙон-оҙаҡ үҫһен фатихалы үҫентеләр!

Гөлнара Нурғәлиева.

Читайте нас