Атайсал
10 Июля , 11:32

Студенттар оло тормошҡа аяҡ баҫты

Йәштәр мөхите. Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалын тамамлаған 75 студентҡа дипломдар тапшырылды.

Мәғлүм булыуынса, колледжда ашнаҡсы-кондитер, ауыл хужалығы мастеры, иретеп йәбештереүсе, кухня эшсеһе һөнәрҙәре алырға була.
Рәфис Шакирйәнов етәкләгән, Илдар Әбделғазиндың ҡул аҫтында оҫталыҡҡа өйрәнгән иретеп йәбештереүсе һөнәре төркөмөн 25 студент тамамланы. Гөлназ Ишмырҙина һәм Риф Шәкирйәнов уҡытҡан  ауыл хужалығы мастеры төркөмөнән 23 студент диплом алды. Динара Әхтәмованың ашнаҡсы-кондитер төркөмөн 16 студент тамамланы. Гөлшат Шакирйәнова етәкләгән кухня эшсеһе һөнәрен 11 студент үҙләштерҙе.

Республика Башлығы Радий Хәбиров: 
«Һуңғы йылдарҙа колледждарҙа уҡыу отошло һанала. Башҡортостанда 9-сы класты тамамлаған уҡыусыларҙың 60 проценты колледждарға уҡырға инә. Студенттарҙың социаль-көнкүреш мәсьәләләрен яҡшыртыу —  беҙҙең төп бурыстарҙың береһе».


Иң тулҡынландырғыс  дипломдар тапшырыу ғәмәлен филиал директоры Салауат Зәйнуллин һәм уҡытыу бүлеге өсөн яуаплы Нәсимә Шәмсетдинова атҡарҙы. 
Ашнаҡсы-кондитер төркөмөнән Нурия Ниязғолова, Шайморат Саламатов, Айнур Ғәйзуллин, ауыл хужалығы мастерҙары төркөмөнән Нәҙер Арыҫланов, Андрей Агеев уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамланы. 
Уҡыуҙа өлгәшкән уңыштары, колледж тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары һәм спорт өлкәһендә яулаған еңеүҙәре өсөн Гөлиә Гәрәйева, Бауырйән Шаһыбаев, Илнур Бейембәтов, Данил Зәйнетдинов, Андрей Максимов, Айҙар Рамаҙанов, Михаил Чирков, Иҙел Әхтәмов, Илгиз Ғайсин, Артур Низамов, Сәлим Самматов, Абдрахман Ситдиҡов, Байназар Хәйруллин, Айгөл Байдәүләтова, Марсель Вәлиев, Айрат Вәлиуллин, Данил Зиновьев, Диана Рәхимғолова, Рида Усманова, Дмитрий Федоров, Рәзил Йәһүҙин, Фәрхәт Йосопов, Денис Уткин, Фәнилә Вәлиева, Гөлфиә Лоҡманова, Айсулпан Солтанова, Сергей Терентьев, Артем Скиба, Раян Ғиззәтов, Фәнгиз Хафизов, Васил Солтанов, Рәнис Сәйфуллин, Айтуған Фазуллин, Иҙел Мөхөтдинов, Раян Алсынбаев, Вадим Шаһивәлиев грамоталар менән билдәләнде. 
— Егеттәр эшкә лә шәп, сослоҡтары ла бар, яуаплылыҡ та көслө уларҙа. Үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәттеләр, беҙгә эшкә килергә теләгегеҙ булһа — рәхим итегеҙ! — тип «Красная Башкирия» хужалығында практика үткән студенттар Нәҙер Арыҫланов, Михаил Чирков һәм Данил Зәйнетдиновҡа хужалыҡтың директор урынбаҫары Заһит Ғәлимов рәхмәт хаттары һәм аҡсалата бүләк тапшырҙы. 

Башҡортостандың фән һәм мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин:
«Хеҙмәт баҙарында кадрҙарға ҡытлыҡ булмаһын өсөн колледждарҙа бюджетлы урындарҙы 2 меңгә арттырҙыҡ».


Райондың мөмкинлектәре сикләнгәндәр йәмғиәте етәксеһе Нәсимә Әҡсәнова «Ҙур һәм татыу ғаилә йылы»на арналған район фестивале еңеүсеһе Бауырйән Шаһыбаевты диплом менән бүләкләне. 
— Уҡыу йортон уңышлы тамамлауығыҙ менән ҡотлайым! Тормошта үҙ юлығыҙҙы табырһығыҙ, тип ышанам. Һеҙгә һаулыҡ, ныҡышмаллыҡ, уңыштар теләйем, — тип Салауат Таһир улы егеттәр һәм ҡыҙҙарға оло тормош юлына фатиха бирҙе.
Колледж бер төркөм ҡошсоҡтарын уҡытып, һөнәр биреп «ҡанат нығытып, ояһынан осорҙо». Киләһе уҡыу йылына студенттар көҙгә тиклем ҡабул ителә, хатта, ноябрҙә лә килеп, документтар тапшырып, уҡып китергә була. Тырышып уҡып, һөнәр алыу өсөн бар мөмкинлектәр булдырылған уҡыу йортоноң ишектәре һәр ваҡыт асыҡ. 
Теләүселәр булһа — рәхим итегеҙ!

Гөлнара Нурғәлиева.    

Читайте нас