Һаулыҡ һаҡлау
1 Августа 2023, 13:28

«Изгелек әйләнәһе» фонды ярҙамға килә

Башҡортостанда 3 йәштән 18 йәшкәсә хроник С гепатиты менән яфаланған балаларҙы «Изгелек әйләнәһе» фонды (фондкругдобра.рф) саралары иҫәбенә дарыуҙар менән тәьмин итәсәктәр.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Изгелек әйләнәһе» фонды ярҙамға килә«Изгелек әйләнәһе» фонды ярҙамға килә
«Изгелек әйләнәһе» фонды ярҙамға килә

Дәүләт хеҙмәттәре аша 24 пациент ғариза яҙған да инде - улар бөтә кәрәкле документтарын туплап ебәргән. 22 ғариза хупланған, ҡалғандары ҡарала.

Глекапревир/Пибрентосвир һәм Софосбувир/Велпатасвир кеүек препараттарҙы балалар яҡын арала аласаҡ.

Ил буйынса бөтәһе мең ярымдан ашыу ғариза хупланған.

 

Тулыраҡ мәғлүмәт - Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сәхифәһендә.

Автор:
Читайте нас