Һаулыҡ һаҡлау
13 Сентябрь 2023, 04:02

Мәйгәштеләрҙең һаулығын хәстәрләп

Ауыл халҡы әүҙем ҡатнашты.

Мәйгәштеләрҙең һаулығын хәстәрләпМәйгәштеләрҙең һаулығын хәстәрләп
Мәйгәштеләрҙең һаулығын хәстәрләп

Мәйгәште урман төбәгенең матур ауылдарының береһе. Ауылда йәшәгән халҡыла тырышып донъя көтә. Йәйге ауыр эштәрҙән һуң мәйгәштеләрҙе хәстәрләп табип-онколог Ренат Мәһәҙиев етәкләгән райондың диспанцеризация буйынса күсмә бригадаһы  өлкән йәштәге ауылдаштарҙың һаулығын тикшерҙе. Ауыл халҡы исеменән участка табип-терапевы Гөлдәр Илдар ҡыҙы Вилдановаға, табип-онколог Ренат Таңғатар улы Мәһәҙиевҡа, шәфҡәт туташы Гөлниса Батыр ҡыҙы Солтановаға, Гөлфирә Ғабдулла ҡыҙы Низамоваға, Гөлйөҙөм Әсғәт ҡыҙы Сабитоваға, акушерка Гөлсөм Вәкил ҡыҙы Баязитоваға, водитель Рәүеф Ҡыуатовҡа рәхмәт әйтергә теләйбеҙ. Ямғырлы көндә, һауа шарттарына ҡарамаҫтан, урындағы халыҡты диспансеризациялау өсөн килгәнегеҙ өсөн афарин тип кенә әйтәһе ҡала! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, бөтә уйлаған эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!

 

Мәйгәштеләр исеменән Таңһылыу Рәхмәтуллина.

Автор:
Читайте нас