Һаулыҡ һаҡлау
26 Октябрь 2023, 11:20

Беҙгә тәгәрмәсле стоматология килде

Ике көн дауамында районда баш ҡаланан  килгән “Толпар” күсмә стоматология кабинеты  эшләне. Өфө ҡалаһының иң яҡшы теш табиптары етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ҡабул итте.

Беҙгә тәгәрмәсле стоматология килдеБеҙгә тәгәрмәсле стоматология килде
Беҙгә тәгәрмәсле стоматология килде

Тештәрҙе бала саҡтан һаҡлар кәрәк. Республика Башлығы Радий Хәбировтың изге  башланғысы менән был юҫыҡта күп эштәр башҡарылды. “Ҡанатлан!” проектының “Сәләмәт йылмайыу” йүнәлеше буйынса бихисап мәктәптәрҙә стоматология кабинеттары барлыҡҡа килде. Әммә бындай уңайлы мөмкинлекте бөтә ауылдарҙа ла булдырыу мөмкин түгел. Ата-әсәле балаларға һыҙлаған теште үҙәк дауаханаға барып дауалатыу йәки һурҙырыу бер ни түгел дә. Ә бына етемдәр һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандар өсөн был хәл бер ни тиклем ҡатмарлыраҡ. Табипҡа электрон рәүештә яҙылыу процедураһына ла күптәрҙе ҡыйынһындыра. Ошо хаҡта хәстәрлек менән Радий Фәрит улы күсмә медицина ярҙамы тәү сиратта балалар йорттары тәрбиәләнеүселәренә, етем һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға  күрһәтелергә тейеш тигән күрһәтмә бирҙе. Республикалағы беренсе күсмә стоматология кабинеты 2020 йылда Өфөнөң 3-сө һанлы балалар стоматологияһы поликлиникаһы базаһында булдырыла һәм ул өсөнсө йыл инде райондар буйлап йөрөп эшләй.

“Толпар”ға атланған теш табиптары бригадаһы беҙҙең районда беренсе тапҡыр булды.

– Күсмә комплекстың заманса стоматологик ҡорамалдар менән йыһазландырылыуы йыраҡ райондарҙа йәшәүсе балаларға ауылдарынан ситкә сыҡмайынса ғына юғары квалификациялы һәм сифатлы ярҙам алыу мөмкинлеген бирә. Проект бик уңайлы: табипҡа яҙылырға, барырға кәрәкмәй, беҙ үҙебеҙ киләбеҙ. Ғәҙәттә райондарҙа 2-3 көнлөк командировкала булабыҙ. Тәү сиратта, етем, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балаларҙы дауаларға һәм мәктәп уҡыусыларын да ҡарап өлгөрөргә тырышабыҙ. Һәр мөрәжәғәт итеүсегә консультация бирәбеҙ, дауалайбыҙ, – тип һөйләй бригада етәксеһе, 3-сө һанлы балалар стоматологияһы поликлиникаһының дауалау-хирургия бүлексәһе мөдире Наталья Абдуллина.

Бригада тәүге көндә Рауил ауылында урынлашҡан “Ҡурай” ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәгендә йәшәүсе  балаларҙы ҡабул итте. Теш табиптары төп эштәренән тыш, үҙәктә сәләмәтлек дәресе уҙғарҙы, муляжда ауыҙ ҡыуышлығы гигиенаһына, тештәрҙе дөрөҫ таҙартырға өйрәтте.  Ауырыу тештәрен һурҙыртҡан, дауалатҡан балаларҙы буяғыс рәсемдәр, наклейкалар бүләкләп ҡыуандырҙылар. Ысын мәғәнәһендә бүләктәр менән йөрөгән изге күңелле теш фәрештәләре булып сыҡты улар! Баш ҡала стоматологтарының балалар йортона килеүе бында тәрбиәләнеүселәрҙә тик яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы. Уҡыу процесы ла өҙөлмәне, тәрбиәселәр иһә теше ҡыуышланған йә һыҙлаған баланы район үҙәгенә алып барыу мәсьәләһен хәстәрләп мәшәҡәтләнмәне.

Бригадала юғары категориялы өс теш табибы – Наталья Абдуллина, Резеда Шәйбәкова һәм Фәриҙә Акатова эшләне. Икенсе көндә улар Асҡар үҙәк район дауаханаһы биләмәһендә опекаға алынған етем балаларҙы ҡараны.

 Табиптар район хакимиәтенә, “Ҡурай” үҙәгенә, үҙәк район дауаханаһы етәкселегенә стоматологик комплекстың килеүен яҡшы әҙерлек менән ҡаршы алғандары, һәйбәт шарттар булдырғандары өсөн рәхмәт белдерҙе. “Бөтәһе лә яҡшы кимәлдә ойошторолған. Иғтибар һәм хәстәрлек тоябыҙ. Эшләге килеп кенә тора. Әбйәлил беҙгә ныҡ оҡшаны. Силәбе өлкәһе менән сиктәш ятҡан алыҫ районға ҡатмарлы көҙгө юлда имен-аман алып килгән водителдәребеҙгә айырым рәхмәт, – тине Наталья Илфир ҡыҙы

Беҙгә тәгәрмәсле стоматология килде
Беҙгә тәгәрмәсле стоматология килде
Беҙгә тәгәрмәсле стоматология килде
Беҙгә тәгәрмәсле стоматология килде
Беҙгә тәгәрмәсле стоматология килде
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас