

Районда анестезиология хеҙмәтенең барлыҡҡа килеүе һәм уның үҫеш йылдары тураһында беренсе анестезиолог С. С. Раянов һөйләне.
1980 йылда медицина университетынан һуң Сибайҙа интернатура үткән Салауат Сәлих улы шул уҡ йылдың аҙағында Асҡарға хирург итеп күсерелә. Сөнки хирургтар етешмәй. Ул ваҡытта район дауаханаһында хирург булған Нәғим Ҡәйүмов начмед вазифаһын да тарта, ә Зиннәт Ғилманов башлыса поликлиникала һәм хәрби комиссариатта эшләй. Йыл ярым стационарҙа хеҙмәт иткән Салауат Раянов былай эшләргә мөмкин түгел тигән һығымтаға килә.
– Ни өсөнмө? Көнө-төнө вызовтар – дауаханала был хәл тәбиғи, тик хирургик ауырыуҙарға тейешле медицина ярҙамы күрһәтеп булмауы ҡыйын ине. Еңелсәрәк операцияларҙы ауыртыныуҙы баҫа торған уколдар тәьҫире аҫтында башҡара торғайныҡ. Уларҙың көсө ауырыуҙы 5-8 минутҡа «Һүндереп» тороуға етә. Ашығыс осраҡтарҙа, сараһыҙҙан, мәҫәлән, аппендицит булғанда, әлеге уколды ауырыуға бер нисә тапҡыр ҡаҙап ҡырҡа торғайныҡ. Ә балаларҙы улай тереләй язалап булмай. Перитонит менән килеүселәргә, наркоз булмағас, бер нимә лә эшләй алмай инек. Ауыр тән йәрәхәттәре осраҡтарында, быуындарҙы урынына ултыртыу кәрәккәндә беҙ үҙебеҙҙе тере ҡул тоя инек. Ауырыуҙарҙы Магнитогорскиға ебәрергә тура килде, «Ашығыс ярҙам» машинаһы даими рәүештә ҡалаға ташыны. Өфөнән санавиация саҡырта торғайныҡ. Былай булмай тигән ҡарарым менән баш табипҡа индем һәм анестезиолог булырға теләгемде әйттем. Ул мәлдә хәҙерге кеүек уҡыу курстары ойошторолмай ине. Мин баш ҡаланың 6-сы дауаханаһына эшкә урынлаштым һәм шунда тәжрибә туплап кире районға ҡайттым. Ләкин тота килеп анестезиолог булып эшләп китергә дауаханала бер ниндәй шарттар ҙа, инструменттар ҙа юҡ ине. Наркоз аппараты алдыҡ, кислород биреү системаһын көйләнек. Был эштәрҙе яйға һалыуға анестезист булып Зөбәйлә Һөйәрғолова килде. Тәүге ярты йылда 67 наркоз бирҙек, – тип бәйән итте табип.
Һуңғараҡ хирургтар күпләп операциялар эшләй башлағас, анестезиологик пособиелар биреү йылына бер меңдән ашып китә. Гинекологтар ҙа пациенттарға операция ярҙамында булышлыҡ итеүгә йыш мөрәжәғәт итә. Бер йылда 40 кесарев киҫелеше яһаған өсөн хатта Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан район дауаханаһына шелтә лә эләгә.
Анестезиологик хеҙмәт хирургия бүлексәһе ҡарамағында эшләй, өс койка-урын бүленә. Башта Салауат Сәлих улы бер үҙе генә эшләһә, һөнәре буйынса терапевт булған ҡустыһы Айрат Раяновты ла анестезиологҡа уҡытып алалар. Район дауаханаһында ҡатмарлы операциялар яһала. Василий Кулавский, Венер Сәхәүетдинов кеүек билдәле профессорҙар килеп күрһәтмә операциялар эшләй. Дауахана үҫеш юлында яңы кимәлгә күтәрелә. С. С. Раянов үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамау, тәжрибә ейеү маҡсатында бер юлы ярты ставкаға Магнитогорскиҙың 4-се дауаханаһында ла анестезиолог булып эшләй. Аҙаҡ өс йыл Нижневартовскиҙа эшләп ҡайта.
1992 йылда анестезиологик хеҙмәтте киңәйтергә – айырым бүлексә ойошторорға булалар. Был аҙым да энтузиаст табип Салауат Сәлих улының ныҡышмалылығы менән яһала. Ул мәлдә дауахана район бюджетынан финанслана. Финанс бүлегендә нисек ыңғай килгәндәрҙер, табип ҡалай итеп ышандыра алғандыр, иллә-мәгәр ниндәйҙер планға индереп, ҙур сығымдар түгеп, район дауаханаһында 6 койка-урынға анестезиология һәм реанимация бүлексәһен астырыуға өлгәшә. Нормативтар буйынса тейеш булғанынса өҫтәмә медперсоналдарға штаттар булдырыла. Матди-техник базаны өр-яңынан тергеҙергә тура килә, хирургияныҡы үҙендә ҡала. Район бер миллион һумлыҡ функциональ карауаттар алып бирә. Ул осорҙағы башлыҡ В. П. Павлюкович реанимацияға шәхсән килеп шул ҡиммәтле карауаттарҙы ҡарарға ваҡыт таба. Эшкә йәш анестезиологтар Артур Ғәниев, Рөстәм Муллағәлләмов, Әминә Мостафина килә. Алмашлап биш дежур табип эшләй. Һәм шуныһын да әйтергә кәрәк, дауаханала анестезиологтар тәүлек әйләнәһенә дежурҙа тора.
– Шундай хеҙмәт булыуы менән бик бәхетлебеҙ һәм быға рәхмәтлемен. Сөнки ваҡытында наркозһыҙ эшләнгән операциялар менән беҙ күпме ыҙаланыҡ. Укол артынан укол ҡаҙап, ҡанға батып операциялар башҡарыла торғайны. Һуҡыр эсәкте ҡырҡып ырғытыу ғына ла 4 сәғәткә тиклем һуҙыла торғайны. Ә бер ҡатмарлы операцияны киске сәғәт 9-ҙа башлап, таңғы 6-ла ғына тамамланыҡ. Ҡалаға ебәрергә пациенттың ғүмере ҡыл өҫтөндә ине. Ә хәҙер нисек хөрриәттә йәшәйбеҙ, – тине хеҙмәт юлының башланғыс осоронда беренсе операция шәфҡәт туташы булып эшләгән Зәбирә Ғизәтуллина.
Медицина хеҙмәткәрҙәрен районда мөһим хеҙмәт булдырылыуының юбилейлы йылы һәм күптән түгел генә үтеп киткән анестезиологтар көнө менән ҡотларға район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары В. Ф. Ғафаров килде.
– Ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тарихты тыңланым – анестезиологик хеҙмәтте булдырыу еңелдән булмаған. Һеҙҙең баһалап бөткөһөҙ мөһим һәм ауыр хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдергем килә. Ниндәй генә хәлдәрҙә лә һалҡын аҡыл һәм юғары профессионализм менән эш итеп пациенттарҙы үлем тырнағынан йолоп алып ҡалаһығыҙ, аяҡҡа баҫтыраһығыҙ. Һеҙҙең фиҙаҡәрлек менән 40 йыл дауамында иҫәпһеҙ-һанһыҙ ғүмерҙәр һаҡлап ҡалынған. Үҙегеҙгә лә тәү сиратта ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә йылыһы һәм эшегеҙҙә уңыштар теләйем, – тине ул.
Вадим Фәнил улы райондың иң юғары наградаһын – район Советы һәм хакимиәтенең Почет грамотаһын анестезиология һәм реанимация бүлексәһе мөдире Рөстәм Рәфҡәт улы Муллағәлләмовҡа тапшырҙы. Оҙаҡ йылдар һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә намыҫлы хеҙмәте һәм Әбйәлил районында анестезиологик хеҙмәттең барлыҡҡа килеүенә 40 йыл тулыу айҡанлы Салауат Сәлих улы Раянов, Юлиә Ғаяз ҡыҙы Мөхәмәтдинова, Әминә Салауат ҡыҙы Мостафина район хакимиәтенең Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Райондың баш табибы И. Р. Килдейәров командировкала булыу сәбәпле, тантанала ҡатнаша алманы. Шуға күрә ул коллегаларын видеоҡотлау аша бик йылы итеп тәбрикләне. «Кеше сәләмәтлеге тураһында һүҙ барғанда һеҙҙең оҫталыҡ һәм тырышлыҡ алыштырғыһыҙ. Эшегеҙ һәр ваҡыт лайыҡлы баһаланһын һәм хөрмәтләнһен. Пациенттарығыҙҙың рәхмәттәре тормош юлығыҙҙы яҡтыртһын», – тине ул ҡотлау сәләмендә.
Дауалау буйынса баш табип урынбаҫары Г. Ф. Хәлилова бер операция ла уларҙың ҡатнашлығынан тыш уҙмаған һөнәр эйәләрен ҡотлап, анестезиология һәм реанимация бүлексәһенең өлкән шәфҡәт туташы Рәйсә Рәйес ҡыҙы Мираҫбаеваны, шәфҡәт туташы-анестезист Гөлфиә Исмәғил ҡыҙы Шаһимәрҙәнованы үҙәк район дауаханаһының Почет грамотаһы менән бүләкләне. Бүлексә йыйыштырыусыһы Зөлфиә Ғәббәс ҡыҙы Баймөхәмәтова иһә Рәхмәт хаты менән билдәләнде. Дауахана администрацияһы күпселек ваҡыттары эштә уҙған хеҙмәткәрҙәрҙең мәнфәғәтен ҡайғыртып бүлексәгә термопот, сәй сервизы кеүек кәрәкле бүләктәр ҙә әҙерләгәйне. Байрам уңайынан «Етегән» төркөмөнөң концерты кәйефтәрҙе тағы ла нығыраҡ күтәрҙе.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.