Һаулыҡ һаҡлау
30 Ноябрь 2023, 02:50

Ауылдағы табиптарға түләү өсөн 74 миллион һум өҫтәмә аҡса бүленә

Башҡортостан ауылдарында, ҡала тибындағы ҡасабаларҙа һәм ҙур булмаған ҡалаларҙа эшләгән табиптар һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүгә, федераль бюджеттан өҫтәмә рәүештә 74,1 миллион һум аҡса бүленә. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ауылдағы табиптарға түләү өсөн 74 миллион һум өҫтәмә аҡса бүленәАуылдағы табиптарға түләү өсөн 74 миллион һум өҫтәмә аҡса бүленә
Ауылдағы табиптарға түләү өсөн 74 миллион һум өҫтәмә аҡса бүленә

Бындай өҫтәмә саралар илдең 16 төбәгенә йүнәлтеләсәк, бының өсөн 245 миллион һум бүленгән, тейешле бойороҡҡа Рәсәй Министрҙар кабинеты рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған. Хөкүмәттә билдәләүҙәренсә, бындай ҡарар ауылдарҙа һәм алыҫ райондарҙа медицина хеҙмәткәрҙәре етешмәү проблемаһын хәл итеүгә булышлыҡ итәсәк.

   Түләүҙәр «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры»программалары буйынса атҡарыла. Табиптар - 1 миллион һум, фельдшерҙар, шәфҡәт туташтары һәм акушерҙар — 500 мең һум ҡаралған. Алыҫ территориялар өсөн түләүҙәр — 1,5 миллион  һәм 750 мең һумға етәсәк. Табиптарға аҡса,  ауыл еренә мотлаҡ күсеп килеү шарты менән бүленә.

     2023 йылға федераль бюджетта был программаларҙы финанслауға бөтәһе 6 миллиард һум самаһы аҡса һалынған.

    Башҡортостандың Һаулыҡ Һаҡлау Министрлығында «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программалары буйынса 2023 йылда федераль һәм төбәк бюджеттары иҫәбенә 144,5 миллион һумға 129 түләү башҡарылған. 61 табип 1,5 миллион һум, егерме кеше  берәр миллион һум, 36 табип 750 мең һум, 12 кеше 500 мең һум алған.

     Бынан тыш, быйыл республикала табиптар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре ай һайын 4,5 меңдән 14,5 мең һумға тиклем «махсус социаль түләүҙәр» ала. Һаулыҡ Һаҡлау Министрлығы иҫәпләүҙәре буйынса, түләүҙәрҙе тәьмин итеүгә 303 миллион һум талап ителгән.Сығымдар республика бюджетынан финанслана.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас