Был турала Иглин ауылында төҙөлгән тәүге предприятиены асыу тантанаһында «Стериум сервис» акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Александр Подсекин белдергән.
Иглиндә завод онлайн режимда БР Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмә ваҡытында асылған. Республика Башлығы Радий Хәбиров икенсе предприятиены төҙөү идеяһын хуплаған.
Иглиндағы медицина ҡалдыҡтарын утилләштереү заводын Мәскәү эргәһендәге «Стериум» компанияһының шәхси аҡсаһына төҙөлгән.
2019 йылда инвестор Башҡортостанда «Стериум сервис» бүлендек предприятиеһын асҡан, шунан алып ул республика дауаханаларынан һәм поликлиникаларынан ҡалдыҡтарҙы йыя һәм зарарһыҙландыра.