Һаулыҡ һаҡлау
2 Февраля 2024, 04:49

Яңы табип амбулаторияһы эш башланы

Иглин районы Охлебинино ауылында яңы амбулатория үҙ ишектәрен асты. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Яңы  табип амбулаторияһы эш башланыЯңы  табип амбулаторияһы эш башланы
Яңы табип амбулаторияһы эш башланы

Модуль бинаһы Һаулыҡ Һаҡлау милли проектының беренсел звеноһын модернизациялау төбәк программаһы аша төҙөлә.

    Бина бөтә стандарттарға һәм санитар нормаларға тулыһынса тап килә. Бында 14 тораҡ пункттында  йәшәүселәр медицина ярҙамы аласаҡ. Улар  Охлебинино, Иҫке Юрмаш, Ивано-Казанка, Поступалово, Преображенская, Шеланы, Родники, Слутка, Братский, Асҡаныш, Турбаҫлы, Бибахтино, Амитово, Монһаҙы ауылдарында йәшәүсе  өс меңгә яҡын кеше, шуларҙың 330–ы - балалар.

Йыл һайын республикала иң алыҫ тораҡ пункттарҙа тиҫтәләгән модуль конструкциялар төҙөлә. Быйыл 54 модулле ФАП һәм биш амбулатория төҙөү планлаштырыла.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас