Һаулыҡ һаҡлау
15 Февраль 2024, 02:40

Һаулыҡ һаҡлау программаһы ете йылға иҫәпләнгән

«Республикала һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү» программаһын тормошҡа ашырыуға 822 миллиард һум бүленә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Һаулыҡ һаҡлау программаһы ете йылға иҫәпләнгәнҺаулыҡ һаҡлау программаһы ете йылға иҫәпләнгән
Һаулыҡ һаҡлау программаһы ете йылға иҫәпләнгән

Ул ете йылға иҫәпләнгән һәм 28 структур элементты үҙ эсенә ала. Быйыл программаны финанслау 114,1 миллиард һум тәшкил итәсәк.

Аҡсаның төп өлөшөн урындағы Территориаль мотлаҡ медицина страховкаһы фонды бүләсәк.

Программаның төп маҡсаты — ғүмер оҙайлығын 77 йәшкә тиклем арттырыу һәм халыҡтың медицина хеҙмәтенә ыңғай баһаһын 86 процентҡа тиклем еткереү.

      Республиканың Һаулыҡ Һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы өс йылда Башҡортостанда биш поликлиника, һигеҙ фельдшер-акушерлыҡ пункты, ике амбулатория асылған. Бынан тыш, 66 һаулыҡ һаҡлау объектында капиталь ремонт үткәрелгән, 226 модуль конструкциялы ФАП төҙөлгән, 352 берәмек автотранспорт һәм 9 меңдән ашыу берәмек медицина ҡорамалдары һатып алынған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас