Һаулыҡ һаҡлау
18 Март 2024, 16:23

Белгестәр районға ҡайтыр, тип ышанабыҙ

Райондың дауалау учреждениеларын табип-белгестәр менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итеү маҡсатында БДМУ студенттары һәм ординаторҙары менән осрашыу үтте.

Белгестәр районға ҡайтыр, тип ышанабыҙБелгестәр районға ҡайтыр, тип ышанабыҙ
Белгестәр районға ҡайтыр, тип ышанабыҙ

Осрашыу диалог формаһында үтте. Районыбыҙ тураһында баш табип Илгиз Килдейәров ентекле һөйләне. Үҫеш перспективалары, йәштәр өсөн өҫтөнлөктәр, эш шарттары һәм дауахананы матди яҡтан йыһазландырыу - былар барыһы ла уларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Студенттар ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә һәм кире бәйләнеш ала алды.

-Медицина нигеҙҙәренә өйрәтелгән бөгөнгө студенттар, уҡыуҙы тамамлағас, эшләргә үҙебеҙҙең районға ҡайтһын ине. Тиҙҙән улар беҙҙең сафҡа инер, тигән өмөт белдерәм, - ти Илгиз Рәсүл улы.

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас