+8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Март , 17:13

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереүгә 107 миллиард һум йүнәлтелгән

2023 йылда Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереүгә 107 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтелгән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереүгә 107 миллиард һум йүнәлтелгән
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереүгә 107 миллиард һум йүнәлтелгән

Төбәктең һаулыҡ һаҡлауҙың матди-техник базаһын яңыртыу буйынса системалы эш медицина ярҙамы инфраструктураһын үҫтереүҙе, яңы учреждениелар төҙөүҙе һәм эшләп килгән учреждениеларҙы модернизациялауҙы, уларҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуҙы, шул иҫәптән «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә, үҙ эсенә ала.

     Уҙған йылда Башҡортостанда биш ҙур һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөлгән, ауыл ерендә 98 тиҙ төҙөлә торған модуль конструкциялар, шул иҫәптән 84 фельдшер-акушерлыҡ пункты, туғыҙ амбулатория, биш дөйөм практика табибының офисы төҙөлгән.  Дөйөм суммаһы 1,3 миллиард һумлыҡ 4 233 берәмек медицина ҡорамалдары һәм 203 миллион һумдан ашыу суммаға беренсел звено өсөн 185 автомобиль һатып алынған.

    Шулай уҡ, үткән йылда 25 күсмә медицина комплекстары һәм 20 берәмек компьютер томографтары, маммографтар, флюорографтар, ангиографтар, рентгенодиагностика комплекстары алынған.

Бынан тыш, Башҡортостан табипҡа яҙылыу проектын тормошҡа ашырыу буйынса илдең иң яҡшы 5 төбәге иҫәбенә ингән. 2024 йылдан республика беренсел медицина-санитар ярҙамдың һөҙөмтәлелеген күтәреү буйынса пилот проектында ҡатнаша.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: