-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
4 Апрель , 07:30

Йыл башынан алып 57 ФАП төҙөлгән

Йылдың тәүге өс айында Башҡортостанда 57 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Йыл башынан алып 57 ФАП төҙөлгән
Йыл башынан алып 57 ФАП төҙөлгән

Был уңайлы һәм заманса медицина учреждениелары, унда ауыл халҡына беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә шарттар булдырылған.  Улар тулыһынса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Бында процедура, прививка яһау һәм күҙәтеү кабинеттары бар.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, 2024 йылда республикала бөтәһе 107 ФАП, дүрт дөйөм практика табибы офисы, 19 амбулатория һәм бер участка дауаханаһы төҙөләсәк. Ә киләһе, 2025 йылда 115 фельдшер-акушерлыҡ пункты, дөйөм практика табиптарының алты офисы һәм 10 амбулатория төҙөү планлаштырыла. Бөтә был эштәр,  „Һаулыҡ һаҡлау“ милли проектының „Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу“ төбәк программаһы буйынса атҡарыласаҡ.

Әйткәндәй, Башҡортостанда 2023 йыл аҙағына фельдшер-акушерлыҡ пункттарының 96,5 проценты интернетҡа тоташтырылған.

Шул  арҡылы ауыл фельдшерҙары пациенттарҙы табипҡа дистанцион рәүештә яҙа ала, уларҙың электрон документтар әйләнеше алып барыу мөмкинлеге бар, телемедицина консультациялары үткәреү, эшкә һәләтһеҙлек ҡағыҙҙарының электрон вариантын тултырыу, диспансеризациялауҙы үткәреү, клиник тәҡдимдәрҙе ҡарау мөмкинлеге бар.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: